Хәмит апа сығышы менән Үтәгән ауылынан булған. Ҡыҙыл Армия сафына алынғанға тиклем Үтәгәндә йәшәгән. Эшкә әрһеҙ, сос булыуын хәтерләй ауылдаштары, сабып барған атҡа һыбай менә алған.
Хәмит Заһретдинов 1938 йылда Ҡыҙыл Армия сафына алына, Алыҫ Көнсығышта кавалерист булып хеҙмәт итә. 1939 йылда Монголияны япон милитаристарынан азат итеүҙә ҡатнаша.
Монголия халыҡ республикаһы уны «Халхин-Голдағы Еңеүҙең 30 йыллығы уңайынан» миҙалы менән бүләкләй.
1940 йылда әрменән ҡайтҡас, Ҡаҙмаш һылыуы Нәфисә Айса ҡыҙына өйләнә. Тик уларға бергә оҙаҡ йәшәргә тура килмәй — немец илбаҫарҙары илебеҙ сиген баҫып инеп, Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Хәмит апа 1941 йылдың июнендә үҙ теләге менән фронтҡа китә.
Һуғышҡа Саратов өлкәһендә инә. Тимер юлын һәм Октябрьский исемле ҡасабаны азат итәләр. Ләкин беҙҙең һалдаттар Синявский һаҙлыҡтарында фашистар ҡамауына эләгә. Совет һалдаттары юғалып ҡалмай, бер урында йыйылып, һуғыша-һуғыша үҙебеҙҙекеләргә барып ҡушылалар.
Ҡамауҙан сыҡҡас, Балашов ҡалаһына частарҙы тулыландырырға ебәрәләр. Ошонда Хәмит Заһретдин улы уҡсынан разведчик булып китә һәм Ленинград фронтына эләгә.
«Иптәштәрем Силәбенән капитан Иван Новиков, Троицкиҙан Степан Степанов, Новосибирскиҙан Сергей Пирожков һәм Фомин бик дуҫ булдыҡ, бергә эш иттек», тип һөйләгән апа үҙенең улы Ишбулат ағайға.
Разведкаға ул һәр ваҡыт Ленинград егете Алеша менән бергә йөрөгән булған.
Бер разведканан ҡайтып килгәндә засадаға эләгәләр. Иптәше Алеша ҡаты яралана һәм һәләк була. Атыш баҫылғас, үҙебеҙҙекеләргә тиклем ара алыҫ булғанлыҡтан, офицер Алешаны шунда ҡалдырырға тәҡдим итә. Ләкин Хәмит апа дуҫын йөкмәп алып ҡайтып, часть торған ерҙә ерләй. Хеҙмәттәштәре араһында апа абруйлы була. Улар уны яратып тәүҙә «башҡорт» тиеп йөрөтәләр, аҙаҡтан дуҫы үлгәндән һуң иптәштәре өсөн «Алеша» булып китә.
— «Алеша» һүҙе миңә хәрби сигнал һәм әмер кеүек ине, — тип һөйләр булған Хәмит апа был турала.
Апа дуҫын һуңғы көндәренә тиклем онотмай, йөрәк түрендә йөрөтә.
— Эй, Алеша, Алеша! Мин һәр ваҡыт һинең өсөн дә һуғыштым, һинең өсөн дә йәшәнем. Быға тиклем төшөмдә күренмәй инең дабаһа... Әллә мине алырға килдеңме? — тигән һүҙҙәрен ишетә балалары апаның ғүмеренең һуңғы көндәрендә.
Аҙаҡ Хәмит апаны 3-сө Украина фронтының разведка ротаһына күсерәләр. Разведкала йөрөгәндә күрһәткән ҡаһарманлығын баһалап, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләүҙе һорап яҙылған ҡағыҙҙары һаҡланған.
«25.08.1944й. Валены ауылы эргәһендә Прут йылғаһын аша сығыу өсөн һуғыш бара. Разведка төркөмө күпер эргәһендәге ике пулеметтың береһен граната менән шартлаталар, икенсе пулеметсы юлды тотҡарлай. Шул ваҡыт Заһретдинов Х. З. оҫта атып пулеметсыны юҡ итә һәм төркөм юлын дауам итә.
26.08.1944 й. Прут йылғаһын аша сығып, 15 саҡрым тылға үтеп инәләр. Немец һалдаттары тейәлгән машина күренә. Х. Заһретдинов алыҫтан атып, шоферҙы юҡ итә. Тағы 8 һалдат юҡ ителә, береһе әсиргә алына.
27.08.1944й. Разведчиктар беренсе булып Галац ҡалаһына бәреп инәләр. Немецтар ҡаса башлағас, бер офицер уларҙы кире борорға уйлай, ошо мәл Заһретдинов Х. З. оҫта атып уны юҡ итә һәм төркөмгә юл асыла.
Ошо ҡаһарманлығы менән иптәш Заһретдинов Х. З. «Батырлыҡ өсөн» миҙалына лайыҡлы.
3-сө Украина фронты айырым моторазведрота штабы командиры Прохоркин».
Хәмит апа һөйләгәндәрҙән:
«Беҙ күргәндәйен дә, күрмәгәндәйен дә, һөйләгәндәйен дә, һөйләмәҫтәйен дә күрҙек. Ҙур бер ауылды алыу өсөн һуғышабыҙ. Оҙон, киң тыҡрыҡта бағана баштарына бабайҙарҙың, әбейҙәрҙең баштарын ғына ултыртып бөткәндәр. Яланғас, йәш ҡатын-ҡыҙҙарҙы тимер һәнәк менән үтә ҡаҙап, һөйәп бөткәндәр. Фашистарҙың бындай этлектәрен күргәс, беҙҙең сәстәребеҙ үрә тороп, кәпәстәребеҙ күтәрелде, йөрәктәр сәнсеп, тындар ҡыҫылды. Бер аҙҙан беҙ был фашистар менән теш ҡыҫып алыштыҡ, арт һабаҡтарын уҡыттыҡ. Еңелә башлағас, ҡул күтәреп әсирлеккә бирелергә уйлағандарын да әсиргә алмай, ҡырып сыҡтыҡ».
«Бер мәл разведканан ҡайтып киләбеҙ. Иң алда мин шыуышып барам. Ысыҡ көслө, түш лысма һыу. Ленинград тирәһендә томан беҙҙеке ише түгел, ҡуйы. Бер соҡорға саҡ төшөп китмәнем. Башты күтәреп ҡараһам бер немең офицеры бинокль менән беҙҙең яҡты ҡарап тора. Артында ике һалдат йоҡлап ултыра. Бысаҡ менән юҡ итер инем, тауыш сығарырға ярамай, артта отряд. Итектең үксәһен бер-береһенә тейҙермәй, алай-былай сигнал бирҙем дә кире шыуып. отрядты танауҙарының аҫтынан алып сығып киттем, шуны ла һиҙмәнеләр», — тигән хәтирәне лә һөйләп ҡалдырған улдарына Хәмит апа.
Бына шулай: Хәмит апа илебеҙҙе һаҡлап, япон милитаристарына ла ҡаршы һуғышҡан. финдар менән дә алышҡан, Ленингардты һаҡлауҙа ла ҡатнашҡан, 112-се башҡорт атлы дивизияһы составында ла хеҙмәт иткән. Һигеҙ йыл ғүмерен илде һаҡлауға бағышлаған Хәмит Заһретдинов һуғышты 1946 йылдың 15 майында Румынияла тамамлай.
Апаның хәрби билетында «Яҡшы разведчик, мәргән атыусы» тигән яҙыуҙар бар.
Һуғыштан һуң Хәмит апаны ике тапҡыр Ленинградҡа осрашыуға саҡыралар. Хәмит Заһретдин улы Ҡыҙыл Йондоҙ, Бөйөк Ватан һуғышы ордендары, «Ленинградты обороналауҙа ҡатнашҡан өсөн», «Будапештты алған өсөн», «Германияны еңгән өсөн» һәм Бөйөк Еңеүҙең юбилей миҙалдары менән бүләкләнгән. Тыныс тормоштағы тырыш хеҙмәте Социалистик ярыш еңеүсеһе билдәләре менән баһаланған.
Ләлә СӘҒӘҘӘТОВА,
педагогик хеҙмәт ветераны.