— Ил өсөн яуға Әбйәлилдән һуғыштың тәүге көндәрендә өс меңгә яҡын ир-егет китһә, бөтәһе алты меңдән ашыу райондашыбыҙ, шул иҫәптән 170 ҡатын-ҡыҙ Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Шуларҙың яртыһынан күберәгенә тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтырға яҙмай. Район халҡы фронтҡа 50 автомобиль, 70 трактор, 500 ат оҙата, — тине музейҙың ғилми хеҙмәткәре Ләйсән Бисенғолова, «Еңелмәҫ 41-ҙәр» исемле күргәҙмәне асыу тантанаһында.
Герой исеменә лайыҡ данлыҡлы яҡташтарыбыҙ — Ғәбдерәүеф Дәүләтов, Таһир Кусимов, Григорий Васевтың хәрби юлдары һәм батырлыҡтары тураһында һөйләп, быйыл музейға Ғәбдерәүеф Дәүләтовтың Советтар Союзы Геройы исеменә тәҡдим ителеүе тураһында документтың төп нөсхәһе тапшырылыуы тураһында әйтте Ләйсән Ислам ҡыҙы. Быға тик-лем хаҡлы ялдағы ветеран-уҡытыусы Нәғимә Илһамовала һаҡланған һәм ул уҙған йыл аҙағында Геройҙың туғаны Руслан Дәүләтовҡа биргән. Хәҙер мөһим документ музей стендында урын алған.
Күргәҙмәгә килеүселәргә музей директоры Рәмилә Лотфуллина Яңауыл ауылынан яугир Заһит Хисмәтовтың яҙмышын бәйән итте. Фронттан уның ике генә хаты килә. 1943 йылда һалдаттың хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында билдәле була. Ҡатыны һәм ете балаһы ҡайҙа ерләнеүе хаҡында ла белмәйҙәр. Улдарының эҙләүе һөҙөмтә бирмәй, тиҫтәләрсә йылдар үтә. 1999 йылда Ленинград өлкәһендә Хисмәтовтың ҡәбере табыла. Был хаҡта Әбйәлил районы хәрби комиссариатында эшләгән ейәне Таһир Хисмәтуллинға хәбәр итәләр. Һалдаттың улдары Үзбәк менән Сәғәҙәт атаһының һөйәктәрен тыуған яғына алып ҡайтыу өсөн юлға сыға. Киришский районында уларҙы эҙләнеүселәр отряды ҡаршы ала. Заһит Хисмәтовтың медальоны һаҡланған булған, ул уның эсенә ябай ҡәләм менән үҙе тураһында мәғлүмәт яҙған һәм ул бөтөнләй юйылмай, бөгөнгәсә һаҡланған. Уның янында һалдаттың шинель киҫәге, фләгәһе, ҡайыш осо, патрондары табылған. Улар барыһы ла район музейына бирелгән. Тыныслыҡ өсөн баш һалған яугир Заһит Хисмәт улы тыуған яғы — Яңауылда ерләнә. Бына шундай тетрәндәргес һәм ҡыҙғаныс һалдат яҙмышы тураһында һөйләне Рәмилә Садиҡ ҡыҙы.
Райондашыбыҙ, 19 йәшлек һалдат Әнүәр Истамбаев яуҙа ҡаты яралана һәм аяғын юғалта. «Ҡыҙыл тәре» госпита-лендә уның менән бергә дауаланған Америка һалдаттары, йәш егетте йәлләп, иҫтәлеккә сәс алыу машинкаһы бүләк иткән. Ветеран һуңғы көндәренәсә тиклем уны тотона һәм ул әле лә эшләй. Үҙе иҫән саҡта ҡәҙерле бүләкте музейға биргән.
Тыныс тормош өсөн ҡан ҡойған яугирҙәрҙе бер минут тынлыҡ менән иҫкә алғандан һуң, сарала ҡатнашыусылар музей экспонаттарын ҡарап сыҡты.
... Һарғайып бөткән өсмөйөшлө хаттар. Ҡәҙерле кешеләренә йөрәк түренән сыҡҡан иң йылы хистәрҙе һуңғы сәләм булып еткергәндер, кемдеңдер берҙән-бер ҡомартҡыһы булып ҡалғандыр. Ҡараһы юйылған юлдарҙа күпме шанлы тарих һаҡлана. Фотоһүрәттәрҙән уйсан яугирҙәр ҡарай, тап улар үҙҙәренең ҡурҡыу белмәҫ ҡыйыу рухы, еңеүгә ынтылышы менән азатлыҡ, тыныслыҡ яулаған. Ленинград блокадаһына арналған стенд, был ҡаланы азат итеүҙә ҡатнашҡан райондаштарыбыҙҙың фотоһүрәттәре бер кемде лә битараф ҡалдырманы. «Максим» пулеметы, револьверҙар, Ҡыҙыл байраҡтың күсермәһе, шлем, сумаҙан, наградалар, документтар, көндәлектәр, һүҙлек — улар бөтәһе данлы һуғыш йылдарының өнһөҙ шаһиттары. Һәр береһе оло тарих һаҡлай, һәр береһе киләсәк быуындарға һуғыштың аяуһыҙлығын ҡабатлаусы аманат.
Музей хеҙмәткәрҙәре 6,7 һәм 9 май көндәре балаларҙы һәм өлкәндәрҙе «Ҡаһарманлыҡ дәрестәре»ндә көтөп ҡала. Яугирҙәребеҙ хаҡында онотмайыҡ!