-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тарих
6 Май 2022, 09:20

Шайморатовсы ҡыҙы

Башҡорт тигән ир намыҫлыУлдар үҫтергән Урал.Шулар менән дошман ҡырҙыШайморатов генерал.

Шайморатовсы ҡыҙы
Шайморатовсы ҡыҙы

Башҡорт тигән ир намыҫлы
Улдар үҫтергән Урал.
Шулар менән дошман ҡырҙы
Шайморатов генерал.

Был данлы йырҙы олоһо ла, кесеһе лә белә һәм яратып йырлай. 9 Май — Бөйөк Еңеү көнөнә арналған йыйын булһынмы, йә тыныслыҡ, дуҫлыҡ темаһына берәй сара ойошторолһонмо — йыйылған барса халыҡ күтәреп ала уны. 

Йомабикә апай Камалова Оло Ҡыҙыл йылғаһы буйындағы Һәйетҡол ауылында йәшәй. Ул 1958 йылда ошо ауылға килен булып төшә. Һәм төшкән нигеҙенә таштай батып, хәләл ефете Хөснөтдин Камалов менән лайыҡлы ғүмер кисерә. Ата-әсәһенә күрше генә итеп донъя ҡорған улы Рәшит һәм килене Йәмилә үҙҙәре дүрт балаға ғүмер биргән, хәҙер улар 2 ейән-ейәнсәргә олпат олатай һәм мөләйем өләсәй. Йомабикә апайҙың ҡыҙы Сәкинә район үҙәгендә йәшәй. Ул да дүрт бала әсәһе, 3 ейән-ейәнсәре бар. Сираттағы хәл белергә барғанда Йомабикә апай:
— Бына, Сәкинәм донъямдың аҫтын-өҫкә әйләндереп, йыуып, таҙалап ҡайтты, — тип ҡыуанып ултыра ине. Эре бүрәнәләрҙән һалынған дүрт бүлмәле йыйнаҡ, ҙур йорт. Бала саҡты иҫкә төшөрөп торған урындыҡ — өйҙөң йәме. Ғөмүмән, ҡасан килһәң дә 84 йәшлек апайҙың өйө лә, ихатаның эсе, тышы ла таҙа итеп һеперелгән була, сүп әҫәре күрмәҫһең.
Белорет районының Аҙнағол ауылында донъяға килгән Йомабикә апай. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда уға 3-4 йәш тирәһе була.
— Атайымдың әрменән ҡайтҡан ғына сағы булған. Сатра тигән ерҙә күмер сығарып йөрөгәндә һуғыш башлана. Ике бала менән әсәйем һәм атайым бергә күмер сығара. Атай менән әсәй эшкә тотонһа, беҙ ҡустым менән ҡыуышта ултырып ҡала инек. Күмер сығарыу эшендә йөрөгән еренән атайым немец илбаҫарҙарына ҡаршы яуға алына, — тип һөйләй апай.
— Атайым Ихсан Ғайсин ауылдан һыбай сығып китә. Атты йүгәнләп менәйем тиһә, малҡай тоттормай. Кәртә аша һикереп сығып китә лә, сабып йөрөй башлай. Бер күҙҙән юғалып, бер күренеп сабып йөрөй-йөрөй ҙә кире кәртәгә ҡайтып инә. Ул да шулай урман-ҡырҙары, һутлы үлән утлап йөрөгән туғайҙары менән хушлашҡандыр, — тип дауам итә ул.
Ихсан Ғайсин генерал М. М. Шайморатов дивизияһында яу юлдарын башлай. «Дошманды ҡыуып алға барабыҙ. Үҙегеҙ иҫән-һау тороғоҙ», — тип яҙған бер генә хаты килә.
— Сәрбиямал өләсәйем, әсәйем, ҡустым һәм мин атайҙан ҡош телендәй булһа ла хәбәр көтөп, бирешмәҫкә тырышып, көн күрәбеҙ. Бер ваҡыт өйөбөҙгә арыған, йонсоған өс ҡыҙ килеп инде. Арыуҙың сигенә сыҡҡан ҡыҙҙар урындыҡҡа йығылдылар. Улар килеп инеү менән Сәрбиямал өләсәйем тәҙрәләрҙе кейеҙ менән ҡаплап бөттө. Ҡыҙҙар бер аҙ ял иткәс, уларға сәй эсерҙе. Ҡыҙҙар шулай ял итеп өлгөрҙөмө-юҡмы, арттарынан эт менән эҙләп килеп, кире алып киттеләр, — тип һөйләй Йомабикә апай.
Ағиҙел йылғаһында һал ағыҙыу эшендә йөрөп, асығып, йонсоп, ҡасып ҡайтып барған ялан яғы ҡыҙҙары булған улар.
— Әсәйем һәр ваҡыт юл ремонтлау эшендә йөрөнө. Утын әҙерләү, ағас ҡырҡыу эшенә лә сығара торғайнылар. Әсәләре ҡара таңдан эшкә китһә, беҙҙең урам балаларын өләсәйем ҡарай торғайны, — тип хәтирәләрен һүтә Йомабикә апай.
Генерал М. Шайморатов етәкселегендәге башҡорт атлы дивизияһы һыбайлыларының батырлыҡтары тураһында һөйләгәндә атаһы, Белорет районының Аҙнағол ауылында тыуып-үҫкән Ихсан Ғайса улының да шул дивизияла дошманға ҡаршы һуғышыуы менән сикһеҙ ғорурлана Йомабикә апай. Эйе, ул ғорурланырға хаҡлы. Әммә... Днепрҙы аша сығыу өсөн барған ҡаты һуғыштарҙың береһендә батыр һалдат Ихсан Ғайсин хәбәрһеҙ юғала. Улынан өҙөлөп хат-хәбәр көткән әсәһенә уның хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында ҡағыҙ килә. «Был хәбәрҙе ишеткәс, өләсәйем ҡысҡырып илай башланы. Уға ҡушылып әсәйем илай. Ҡустым менән икебеҙҙе тубығына ултыртып: «Ошо ғына балаҡайҙарҙы ниңә йәлләмәнең, Хоҙайым!» — тип һамаҡлай-һамаҡлай илай әсәйем. Ололарға ҡушылып, ҡустым менән мин дә илаша башланыҡ. Күршеләр йыйылып китте. Кеше араһында төҫө менән беҙҙең халыҡҡа оҡшамаған бер йәш ҡатын да бар. Ул әле өләсәйемде, әле әсәйем менән беҙҙе ҡуша ҡосаҡлап, йыуата. Үҙем беренсе класҡа уҡырға барғас ҡына белдем: ул Аҙнағол мәктәбенә уҡытыусы итеп ебәрелгән урыҫ ҡыҙы Анастасия Фёдоровна булып сыҡты. Балалар уҡыуҙарын ҡалдырмаһын тип өй һайын йөрөр ине».
Дәһшәтле һуғыш йылдарында беҙҙең яҡтарҙа мәктәптәр ябылмаған. Был турала айырыуса ҙур ғорурлыҡ менән бәйән итә Йомабикә апай.
Ун йәшлек кенә сағынан салғы менән бесән сабып, ауыр эштән ҡурҡмаҫҡа өйрәнгән Йомабикә Һәйетҡол ауылына килен булып төшкәс тә һынатмай. Колхоз малына бесән әҙерләүҙә ал-ял белмәй эшләй, фермала фуражир ҙа була. 15 йылға яҡын һөт йыйыусы булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. 52 йыл бергә татыу ғүмер иткән ҡарты вафат булғас та, үтә ныҡ күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй Йомабикә Ихсан ҡыҙы. Ҡарты эшләп биргән станокта матур балаҫтар һуғыуын дауам итә, ейән-ейәнсәрҙәренә ойоҡ-бейәләйҙәр бәйләй. Ауылда үткән бөтә сараларҙың да уртаһында ҡайнай. Башҡорт халҡының оҙон көйҙәрен йырлай, таҡмаҡ әйтеүҙә берәүҙе лә алдына сығармай.
Шулай йәшәй бөгөн 84 йәшлек Йомабикә апай Камалова. Генерал М. Шайморатов дивизияһының һыбайлы яугире Ихсан Ғайсин үҙенә лайыҡлы алмаш ҡалдырған.
Фәрзәнә ХАММАТОВА,
БР мәғариф отличнигы.

Автор:
Читайте нас: