-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тарих
7 Май 2022, 13:15

«Ҡара ҡағыҙ»ҙан һуң тере ҡайтҡан яугир

Ҡаҙмаш ауылына һалдат Ишҡол Мәхмүтовтың яу ҡырында һәләк булыуы тураһында хәбәр килә. Тик ғүмере бөтмәгән йәш кешегә тыуған яҡ тупрағына аяҡ баҫырға насип була. Хатта атаһы ла уны танымай...

«Ҡара ҡағыҙ»ҙан һуң тере ҡайтҡан яугир
«Ҡара ҡағыҙ»ҙан һуң тере ҡайтҡан яугир

Ҡаҙмаш ауылында йәшәгән Ишҡол Хәмзә улы 95 йәшенә аяҡ баҫҡан. Тотош быуатҡа торошло ғүмер кисергән уҙаманға ил яҙмышын үҙ иңендә татырға, төрлө ваҡыттарҙы үткәрергә тура килә. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан иҫ-зиһене теүәл, донъя яңылыҡтары менән хәбәрҙар олатай менән сәғәттәр буйына әңгәмәләшеп ултырырға мөмкин. Яу юлдарын көнө-сәғәте менән хәтерләүенә, бер нәмәне лә онотмауына иҫ китерлек.
— Һуғыш башланыу тураһында хәбәрҙе Йәнгел яғында баҫыу утағанда ишеттек. Беҙҙең бригадир Алтынбай апаны шунда уҡ алып киттеләр. Беҙ, эреле-ваҡлы малайҙар уның артынан оҙаҡ илашып барҙыҡ. Эш ҡайғыһы китте, — тип иҫләй ул. — Унан ауылдың бар ир-егеттәре фронтҡа китә башланы.
1943 йылда етенсе класты тамамлаған Ишҡол Мәхмүтовҡа әрме сафына алыу тураһында повестка килә. Быуыны ла ҡатмаған, 17 йәшлек үҫмерҙе ата-әсәһе һуғышҡа ебәргеһе килмәй. Ғаиләлә ун беренсе малай булып донъяға килгән Ишҡол да йәшәмәҫ тип уйлағандар, сөнки алдағы балалары бөтәһе лә үлеп торған. Сабый һау-сәләмәт булып үҫкән, атаһы Хәмзә «ошо улымды ир еткерһәм, яуға сыҡһа ла йәшемде сығармаясаҡмын», — тип әйткән һүҙе булғас, артыҡ ныҡышмай, күҙ ҡараһындай балаһының изге теләгенә фатиха биреп оҙаталар.
Ҡаҙмаш ауылынан Зиннәт Рәжәпов, Менәүәр Ҡужин менән өсәүләп 13 декабрҙә Асҡар хәрби комиссариатына киләләр. Артабан Алкино станцияһында буласаҡ һалдаттарҙы хәрби әҙерлеккә өйрәтәләр. Әбйәлил һәм Баймаҡ райондары ир-егеттәренән 4-се бригада туплайҙар. 1944 йылдың 16 майында 40-сы полк составында фронтҡа ебәрәләр. Смоленск өлкәһенә юлланған эшелондар бик оҙаҡ бара, ашау яғы ла наҡыҫ була.
— Мин 516-сы дивизияла хеҙмәт иттем, ҡул пулеметы менән блиндажда торҙом. Мине бала ғына күреп, өлкән һалдаттар ныҡ ҡурсаланы. Айырыуса, Ырымбур-ҙан Әхмәтгәрәй Ғайсин атайым һымаҡ булды. Оло ғына төркмән ағай ҙа 32 килолыҡ пулеметты миңә бирмәй, гел үҙе йөкмәп алып йөрөнө. «Жат, жат», — тип башымды күтәрмәҫкә ҡуша ине. Һөжүм мәлендә ҡурғаш ямғыры кеүек снарядтар яуғанда, әллә нисә тапҡыр ғүмеремде һаҡлап ҡалдылар. Рәхмәт инде яуҙаштарыма, — ти күпте күргән, утты-һыуҙы кискән яугир.
Ысынлап та, бик күпте үҙ башынан күрергә, мәхшәрҙәрҙе кисерергә тура килә. Калинин өлкәһендә барған тиңһеҙ алышта 40 һалдаттан ни бары 11 кеше иҫән ҡала. Ҡамауға эләгәләр, улар араһында Ишҡол Мәхмүтов та була. Тереләрҙе әсирлеккә алалар. Бәлки күрмәҫтәр тип, үлгәнгә һалыша. Тик автоматын тура тоҫҡап килгән немецты күргәс, тороп ҡасырға итә. Шулай, тотҡонда 1944 йылдың авгусынан 1945 йылдың 14 апреленә тиклем фашист һалдаттарының аяуһыҙлыҡтарына түҙеп, ыҙа-михнәттәрҙе күрергә тура килә уға. Ә был ваҡытта өйөнә уның «ҡара ҡағыҙы» килә. Улының үлеменә ышанмаған, күңеле ниҙер һиҙгән әсәһе көслө күрәҙәсегә бара. Ноҡот бүлгәс, улының 11 һалдат араһында тере булыуын, зинданда ятыуын, ауылға ҡайтасағын, тик яңғыҙ түгел тигән хәбәр еткерә. Шул яҡты өмөт менән йәшәй улар.
— Дрезден ҡалаһындағы тотҡондар лагерында булдыҡ. Көн дә иртән туҡмап эшкә алып барҙылар, хәлһеҙләнгән, ауырыған һалдаттарҙы юҡ итәләр ине. Шуға көс-хәл булмаһа ла, эшләргә тырыштыҡ, сыҡмаған йәнде саҡ алып йөрөнөк. Йонсолдо, бет-бөрсә баҫты. Йәшәүгә ынтылыш шул тиклем көслө булғандыр, ул ыҙалыҡтарға түҙгәс. Үлгән ерҙән тере ҡалдым инде, – ти әңгәмәсем.
1945 йылдың апрель айында тотҡонда булған совет һалдаттары ҡотҡарыла. Нацистар әсирлегенән азат ителгәндәрҙе Белоруссияға хеҙмәт лагерына ебәрәләр.
— Һуғыш емереклектәрен таҙарттыҡ, төҙөлөш эштәре менән булдыҡ. Ашау яғы ла рәтләнде. Бер саҡ белорус әбейҙәре беҙҙе йәл-ләп, яулыҡҡа төрөп сөгөлдөр алып килде. Был ризыҡтың нимә икәнен белмәйем, телеп ашаныҡ, шул тиклем оҡшаны, тәме һаман тел осомда тора, — тип хәтерләй ул йылдарҙы олатай.
Яҙмышын да ошонда осрата. Эшкә килгән Илеш ҡыҙы Раҡыя менән танышып, йәштәр ғаилә ҡора. 1946 йылда яҡшы эше өсөн И. Мәхмүтовты ялға ҡайтаралар. Бәхеттең етенсе ҡатында тигәндәй, ауылына ашҡына.
— Асҡарҙан Ҡырҡты аша тура йәйәүләп сыҡтым. Юлда тирмәнгә китеп барыусы ҡартты осраттым. Ул яҡынайғас, атайым икәнлеген сырамыттым, олоғайып, бирешеп киткән. Күрештек, атайым оҙаҡ ҡулдарымды ебәрмәй тотоп торҙо, тик һа-ман танымай. Мин дә үҙгәргәнмен инде. «Улың бит», — тием. Шунан кәпәсемде һалдыртып, маңлайымды ҡараны, унда миңем бар. «Нисә кеше әсиргә эләктегеҙ?» — ти. «Ун бер», — тием. «Дө-рөҫ әйткән булған бит», – тип ҡосағына алды. «Ниңә яңғыҙ ҡайттың? Килен ҡайҙа һуң?» тип һорашты. Ғаилә менән бергәләп 1950 йылда ғына тыуған ауылға ҡайтырға насип булды, — ти Иш-ҡол Хәмзә улы.
Тыныс тормошта хужалыҡтың төрлө эштәрендә йөрөй. Раҡыя Шәйхелимам ҡыҙы менән дүрт бала үҫтергәндәр. Ҡыҙғанысҡа, алтмыш йылдан ашыу бергә ғүмер кисергән ҡатыны гүр эйәһе булып ҡалған. Ветеранды ҡыҙы Әнисә ҡарай. Ҡартлыҡҡа бирешмәй ул, көндәр йылытһа ҡапҡаһы алдына сығып, сикһеҙ-ҡырыйһыҙ уй йомғағын һүтә. Мәктәп уҡыусылары килһә, улар менән ихлас аралаша, һуғыш хәтирәләрен барлай. Яңыраҡ Амангилделә ағас ултыртыу өмәһендә лә ҡат-нашып ҡайтҡан. Бөйөк Ватан һуғышы ветеранына иҫәнлек теләйбеҙ, тағы ла Еңеү яҙҙарын именлектә ҡаршыларға яҙһын.

«Ҡара ҡағыҙ»ҙан һуң тере ҡайтҡан яугир
«Ҡара ҡағыҙ»ҙан һуң тере ҡайтҡан яугир
Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас: