Беҙ балалыҡ аҡылы менән атай-апаларҙың ауыр, алыҫ һуғыш юлдарын үтеп, утты-һыуҙы кисеп, тотош донъя кимәлендә изге миссия үтәп ҡайтыуын аңлап та еткермәгәнбеҙҙер, бәлки. Улар ябай колхозсылар, көнө-төнө баҫыу, ферма, урман эше менән янып йәшәүсе ябай совет кешеләре булып иҫтә ҡалған. Берәүҙән дә маҡтау-бүләктәр, ярҙам көтмәгәндәр, тыуған ил, партия ҡайҙа ҡуша — шунда барлыҡ көстәрен һалғандар. Уйлана торғас, шундай ғәжәйеп һығымтаға килдем: Буранғол 8 йыллыҡ мәктәбен 1967 йылда тамамлаусы 30 уҡыусының 22-һе һуғыш ветерандары балалары булған. Бөгөн мин класташтарым Зәйтүнә, Салауат, Рәмил, Айрат һәм үҙемдең атайҙарыбыҙ — ауылымдың абруйлы, «күҙ өҫтөндәге ҡаш» кеүек ир-егеттәре тураһында йылы һүҙҙәр әйтмәксемен.
Беҙҙең ғаиләлә бала саҡтан газета-журнал, китапҡа һөйөү тәрбиәләнде. Көн дә нимәлер уҡыныҡ, атай эштән арып ҡайта ла, беҙҙән һуңғы яңылыҡтарҙы ҡысҡырып уҡыттыра ине. Ә беҙ гәзиттәр килгән көндә почтальон Әхәт апа Заһитовтың ат арбаһын зыңғырлатып урамдан үткәнен ҡарап ҡына торабыҙ ҙа, шунда уҡ баҫмаларҙы айырып һалғанын да көтмәйенсә, өйөнә йүгерәбеҙ. Ә «Гәзитов апабыҙ» — беҙ уны үҙебеҙсә шулай атаныҡ, һәр ваҡыт асыҡ йөҙ менән ҡаршылап, йыбанмайынса, гәзит-журналдарҙы һәр кемгә теүәлләп бирә. Был эште ул һыңар ҡулы менән башҡара ине, сөнки икенсеһе, алыҫта, һуғыш яланында ятып ҡалған. «Атайымдың булмаған ҡулы төндәрен һыҙлай», — ти торғайны Зәйтүнә. Әйткәндәй, Әхәт апаға оҙаҡ йылдар буйы был яуаплы эште башҡарырға балалары ярҙамлашты.
Ауылдың тағы бер хөрмәтле уҙаманы — көн дә үҙенең йәшел тирәсле фуражкаһын, йәшел япраҡлы билдәһе булған костюмын кейеп йөрөгән Даяр ағай Моратов. Ғүмер буйы Әбйәлил урман хужалығының алдынғы эшсеһе булды. Урманда ул белмәгән һуҡмаҡ, ағас ҡалмағандыр. Һаман иҫемдә, ауыл өҫтөнән генә вертолет осһа, беҙ, бала-сағалар, йүгереп сығып ҡул болғап тороп ҡалабыҙ. Ҡайһы саҡта унан ҡыҙыл таҫмалы пакет төшөрөлһә, ҡурҡыныс була торғайны. Был пакет урмансылар ҡулына тапшырыла һәм улар ут сыҡҡан урынды асыҡлап, тиҙ генә ир-егеттәр менән янғын һүндерергә китәләр. Ул саҡта хужалыҡтарҙа кәрәкле ҡорамалдар булғас, ҙур урман янғындарына юл ҡуйылманы, ваҡытында һүндерелде.
Һәр яҙ һайын мәктәп уҡыусылары ағас ултыртырға сыҡты. Даяр ағай ағас үҫтереү серҙәренә өйрәтә, ихласлап кәңәштәр бирә. Беҙ ултыртҡан ағастар хәҙер шаулап үҫә. Даяр ағайыбыҙ пенсияға сыҡҡансы урман хужалығының маҡтаулы хеҙмәткәре булды, күп Почет грамоталары менән бүләкләнде.
Һуғышҡа тиклем Буранғол ауыл Советында хисапсы эшен башҡарған Хәйривара Вәкил улы Нәбиуллин фронттан ҡайтып, Темәс педагогия училищеһын тамамлаған. Ул Туйышта уҡыта, Байымда мәктәп директоры, ауыл Советы рәйесе була. Егәрле, эшен еренә еткереп үтәгән, талапсан, белемле ир-егетте район етәкселеге күреп, яуаплы вазифаларҙы ышанып тапшыра. Хәлилдә ун йыл партком секретары, колхоз рәйесе, Буранғолда оҙаҡ йылдар ауыл Советы рәйесе булып эшләне. Һәр ерҙә халыҡ менән тиҙ уртаҡ тел тапты, абруйлы етәксе булып танылды. Ярҙам, кәңәш һорап килгәндәргә бер ҡасан да баш тартманы. Һуғыштан алынған яраларынан һаулығы ҡаҡшап, 54 йәшендә генә яҡты донъяларҙы ҡалдырып китте.
Айраттың атаһы Барый Мөхөтдин улы Яҡшымбәтов сығышы менән Асҡарҙан булһа ла, беҙ уны ауылдашыбыҙ һананыҡ, сөнки бала сағыбыҙҙың яҡты бер өлөшө булып күңелебеҙҙә урын алған. Барый Мөхөтдин улы 1947 йылда Буранғол мәктәбенә эшкә ебәрелә һәм ауылда ныҡлы төпләнеп, хаҡлы ялға тиклем әллә күпме балаларға белем бирә. Ситтән килгән һәр кемде ауылда ҡыҙыҡһынып ҡаршы алалар. Уҡытыусы Барыйҙың да заманса мода менән тегелгән кителе, галифе салбары, ялтырап торған хром итектәре, эшләпәһе, ап-аҡ бирсәткә кейеп бесәнгә барыуҙары — урындағы ха-лыҡты байтаҡ ғәжәпләндерә. Әммә уҡытыусы бик тиҙ үҙ кешегә әйләнә. Ул универсаль була — химия, география, биологиянан төплө белем бирә. Уҡытыу менән бергә Барый Мөхөтдин улы Силәбе гидро-метеорология үҙәгенә көн һайын һауа торошо, температура, яуым-төшөм, ҡар ҡалынлығы, Ҡыҙыл йылғаһында һыу кимәле тураһында мәғлүмәттәр тапшырҙы, таблицалар төҙөнө. Иң мәшәҡәтлеһе, йылға һыуын үлсәү булғандыр. «Яҙғы ташҡын һәм ҡышҡы боҙ мәлендә уның кимәлен белеү ҡыйын. Ул ваҡытта Ҡыҙыл мул һыулы, боҙ ҡалынлығы урыны менән бер метрғаса етә торғайны», — ти ҡыҙы Гөлдәр апай. Был эш өсөн ҡыш буйы мәке уйғанға халыҡ мәрәкәләп таҡмаҡ та сығара.
«Яҡшымбәтов Барый,
Айыуҙарҙың мәкеһен уя-уя арый»
(айыуҙар Буранғолда ара исеме).
Беҙҙе ҡырыҫ тәбиғәт шарттарында йәшелсә үҫтерергә өйрәткән, баҡса уңышы менән районда тәүге урындарҙы алған, йыл да етенсе кластарҙы Мәғнит ҡалаһына йәйәүләп походҡа алып йөрөгән тынғыһыҙ уҡытыусыбыҙ пенсияға сыҡҡас, Сибай ҡалаһында, балалары эргәһендә йәшәне.
Илебеҙ гөрләтеп Еңеү яҙын байрам иткәндә, ҡәҙерле кешем тураһында иҫтәлектәрем менән уртаҡлашмау хилаф булыр. Атайым, Хәбибнәжәр Нәбиулла улы Нәбиуллин 1943 йылдың 25 ғинуарында Мамаев ҡурғаны өсөн барған ҡаты алыштарҙа ауыр яралана. Контузия алып, иҫһеҙ ятҡан яугирҙе үлгәндәр исемлегенә индерәләр. Госпиталдә ятҡан мәлендә өс тапҡыр ауылға уның батырҙарса һәләк булыуы тураһында хәбәр килә. Үлгән тип һаналған һалдат, һөйәк тә тире хәлендә тере мәйет булып, өйөнә ҡайтып йығыла. Аяҡҡа баҫтырыу өсөн хәлдәренән килгәндең барыһын да эшләйҙәр. Һауығыу менән район хужалары саҡырып алып, элекке эшенә, Әбйәлил МТС-ының трактор бригадаһын етәкләргә ҡушалар. Улар Байым, Балапан, Мораҡай яландарында сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштерәләр, «Урал» совхозында хеҙмәт батырлығы күрһәтәләр. Районда беренселәрҙән булып «Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.
Һуңғараҡ ауыр яралары бөтөнләй тынғы бирмәгәс, яратҡан эшен ҡалдырырға мәжбүр булып, тыныс хеҙмәткә егелә. «Һапһыҙ ҡара балта»лай күмер яндыра, дегет ҡайната, быйма баҫа, бура бурай, арба-сана, ҡамыт-дуға йүнәтә, күреп үрә — уға етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ була. Урман яғына машиналар өсөн юл йүнәтергә кәрәк булғас, юл мастеры итеп саҡыралар. Хәҙер атайым һалған юлдарға асфальт түшәлгән, Өфөгә елдереп йөрөйҙәр. Ағаһы Сафиулла Ғибәҙәтов менән Өфө археология һәм этнография музейы өсөн тирмә лә эшләйҙәр. «Емельян Пугачев» фильмы өсөн тағы бер тирмә ҡоралар. «Күпме көс һалып, тырышып эшләгән тирмәбеҙҙең яныуын күреү ҡыйын булды», — тигән ул фильмды ҡарағас.
Уҙған быуаттың 70-се йылдары тирәһендә Магнитогорск телевидениеһы «Башҡорт туйы» фильмын төшөргәндә атайым менән әсәйем төп ҡоҙа-ҡоҙағый ролен башҡарҙы. «Башҡорт халыҡ ижады» йыйынтығына ингән «Бире ҡыҙы Бирәнһылыу», «Алтын ашыҡ» әкиәттәре атайым һөйләүе буйынса яҙып алынған.
Атайымдың быуатҡа торошло ғүмере үҙ заманында тороп ҡалды. Яҡты исеме Мамаев ҡурғанындағы мәрмәрташта, илебеҙҙең ҡаһарман яугирҙәре исемдәрен мәңгеләштергән «Хәтер», «Улар еңеү менән ҡайтты», «Тыл геройҙары» китаптарына ингән.
Бөгөн мин иҫкә алған ауылдаштарым барыһы ла өлгөлө ғаилә башлыҡтары булдылар. Тормош юлдаштары Һәҙиә инәй, Шәмсеҡәмәр һәм Ғәлиә еңгәй, Өммөкамал апай, әсәйем Зарифа ауырлыҡтарҙы, барын-юғын, әсеһен-сөсөһөн, ҡайғы-шатлыҡтарын бергә уртаҡлашып, уларға таяныс булып ғүмер юлын һүттеләр. Бала-сағаларына ла тейешле тәрбиә, белем биреп, оло тормошҡа аяҡ баҫтырҙылар. Улар араһында кемдәр генә юҡ: уҡытыусылар, медицина хеҙмәткәрҙәре, ауыл хужалығы эшсәндәре. Береһе лә ата-әсәһенең намыҫына тап төшөрмәне.
Бына шундай хәтирәләр ҡалған миндә класташтарымдың аталары тураһында. Бөгөнгө донъялағы көсөргәнешле мәлдәрҙә илебеҙ азатлығы өсөн ғүмерҙәрен ҡыҙғанмаған ата-олаталары васыяттарына тоғролоҡ, рухи ныҡлыҡ һаҡлаһын ине ейән-ейәнсәрҙәре. Яңынан баш күтәргән нацистарға ҡаршы көрәшкән һалдаттарыбыҙ тыуған ерҙәренә имен-һау әйләнеп ҡайтһындар ине тигән теләктә ҡалам.
Гәүһәр БАДАЛОВА,
«С.ВОИ ауыл мәктәбе хәбәрсеһе» уҡыусыһы.
Ташбулат ауылы.