-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тарих
9 Май 2022, 18:05

Ҡаһарман яҡташтарҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ!

Тал Ҡусҡары ауылында Еңеү байрамы тантаналары Бөйөк Ватан һуғышында еңеү яулаған ауылдаштары хөрмәтенә ҡуйылған обелиск янында башланып китте.

Изге сараға ҡулдарына сәскә тотоп, ауылдың  олоһо ла,кесеһе лә йыйылды. Һуғыш яланында һәләк ған һәм Еңеү менән әйләнеп ҡайтҡан ветерандарҙы,тыл эшсәндәрен, ауыр йылдарҙа яңғыҙ балалар үҫтергән әсәләрҙе иҫкә алдылар. Һуғыш йылдары балалары Ихсанов Нурмөхәмәт Нурғәле улы һәм Сафин Булат Сәғәҙей улы улар иҫтәлегенә обелискка венок һалды.

Бөгөнгө матур тормошобоҙ өсөн фронтта йәнен-тәнен аямай алышҡан, тылда Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн үҙ көстәрен йәлләмәй тырышып эшләгән яҡташтарҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ!

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: