+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тарих
9 Май 2022, 20:05

Ишкилделә Еңеү байрамы

Ишкилде ауылында ла Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 77 йыллығы уңайынан байрам саралары ойошторолдо

Ишкилделә Еңеү байрамы
Ишкилделә Еңеү байрамы

Ишкилде ауылында ла Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 77 йыллығы уңайынан байрам саралары ойошторолдо.  Илебеҙҙе немец фашистарынан азат итеүҙә ҡатнашҡан ишкилделәр хөрмәтенә ҡуйылған обелиск янында митинг уҙҙы, клубта ҡатын- ҡыҙҙар, Ишкилде мәктәбе уҡыусылары байрам концерты менән сығыш яһаны.

Байрамда хөрмәтле ауылдаштары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы, Татарстан республикаһы башҡорттар ҡоролтайы рәйесе, күп профилле "Реабилитация" клиникаһының баш табибы, кардиолог Ғәли Әхтәр улы Хәсәнов ҡатнашты һәм ишкилделәрҙе Еңеү көнө уңайынан ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе.
Байрам һалдат бутҡаһы ашау һәм сәй эсеү менән тамамланды.

Ишкилделә Еңеү байрамы
Ишкилделә Еңеү байрамы
Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: