+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тарих
9 Май 2022, 15:40

Мәңгелек дан!

Михайловка  ауылында Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығына арналған саралар тантаналы митингтан һәм Советтар Союзы Геройы Г. Т. Васев иҫтәлегенә ҡуйылған мемориаль таҡтаташҡа сәскәләр һалыуҙан башланды.

Йыйылыусыларҙы изге байрам менән Таштимер ауыл биләмәһе башлығы Вәсилә Абсаҙыева, ветеран-уҡыытыусы, тыуған яҡты өйрәнеүсе Фәриҙә Кучимова тәбрикләне.

Артабан ауыл урамдары буйлап “Үлемһеҙ полк” үтте.
Азатлыҡ яулаған һалдатҡа ҡуйылған һәйкәлгә сәсәкәләр һалынды һәм беҙгә Еңеү килтергән ата-бабаларыбыҙҙы бер минут тын ҡалып иҫкә алдылар.

Байрам сараларын урындағы һәүәҫкәрҙәр тарафынан әҙерләнгән концерт дауам итте.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: