+17 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тарих
17 Май 2022, 16:30

Ишкилделә тарихи ваҡиға

"Айыҡ ауыл- 2021" конкурсы сиктәрендә, Бөтә донъя башҡорттары тарафынан иғлан ителгән Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы һәм 18 май - Халыҡ-ара музейҙар көнө уңайынан Ишкилде ауылы клубында музей мөйөшө асылды.

Ишкилделә тарихи ваҡиға
Ишкилделә тарихи ваҡиға

"Айыҡ ауыл- 2021" конкурсы сиктәрендә, Бөтә донъя башҡорттары тарафынан иғлан ителгән Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы һәм 18 май - Халыҡ- ара музейҙар көнө уңайынан Ишкилде ауылы клубында музей мөйөшө асылды.

 Ауылдың ҡатын- ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе Сәүҙә Шаһивәлиева ошо йәһәттән Ишкилде башланғыс мәктәбе уҡыусыларын  клубҡа, музей эскпонаттары менән танышырға саҡыры. Сәүҙә Баймөхәмәт ҡыҙы музейға ҡуйылған боронғо көнкүреш әйберҙәре, халҡыбыҙҙың боронғо кейем өлгөләре, ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәре хаҡында һөйләне, Шаһивәлиевтар шәжәрәһе менән таныштырҙы.

Киләсәктә музей мөйөшө тарихи әйберҙәр менән тағы ла тулыландырылып, халыҡҡа хеҙмәт итер, тип ышанабыҙ.

Ишкилделә тарихи ваҡиға
Ишкилделә тарихи ваҡиға
Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: