#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Туриада Геройҙың бала сағы үткән Таш Шишмә ауылында үтте. Юлда Ҡыҙыл Байраҡ ауылындағы комсомолка Миңнисаның ҡәбере янында туҡталдылар. Балаларға йәш ҡыҙҙың ауыр яҙмышы хаҡында һөйләнеләр. Муса Гәрәев уҡыған мәктәптә лә, Геройҙың музейында ла булдылар, байтаҡ мәғлүмәт менән таныштылар.
Шунан һәр команда маршрут ҡағыҙы алды. Палатка ҡороу, баулы күперҙәр аша үтеү, беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса ярыштылар, музыкаль туҡталыш та булды, тип хәбәр итә Илеш районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
“Мәғариф” милли проектының “Һәр баланың уңышы” федераль проекты сиктәрендә ойошторолған сара юғары кимәлдә үтә. Финишҡа килгән һәр кем үҙен еңеүсе итеп тоя.
Фото – Илеш районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
https://bashkizi.ru/news/milli-proekttar/2022-06-22/e-e-se-ruhynda-2850275