-3 °С
Ҡар
Ул Зейтинбурну районында, төрки халыҡтарының «Топкапы» этнографик ҡаласығы биләмәһендә урынлашҡан. Был хаҡта социаль селтәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яҙҙы.
Проекттың бурысы – төрки телле илдәрҙең һәм республикаларҙың мәҙәниәте, йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныштырыу. Бында милли байрамдар, концерттар ойошторола, фильмдар күрһәтелә, һөнәрселәр күргәҙмәләре эшләй. Көн һайын бында 800-гә яҡын кеше килә. Инеү бушлай.