-1 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тарих
26 Ғинуар , 12:10

Бәхетле кеше

Мин ҡарарға ла ҡурҡам, ҡарамаһам йөрәк ярылырҙай булып тибә. Шуға мин күҙемде асыр-асмаҫ ҡына әсәйем яғына боролам да, уны күреп тә өлгөрмәй, ике күҙемде сытырлатып йомам һәм ҡалтырай-ҡалтырай ергә ултырам. Шул саҡта иң яҡын кешемдең һыуыҡ ҡулы аҫтында «Бәхетле кеше» тигән китап ятыуын аңғарам. Йөрәгем селпәрәмә килгәндәй, күҙҙәремдән әсе йәштәр сәсрәй. Аҡтыҡ көсөм менән тамағымды йырта яҙып «Әсәй!» тип ҡысҡырҙым. Ләкин яуап биреүсе булманы, әсе йәштәр яңаҡтарымды яндырҙы.

Бәхетле кеше
Бәхетле кеше

Баш өҫтөндә генә салют кеүек ялтлап, дөпөлдәп бомбалар шартлай. Шау-шыу  булһа ла, тирә-яҡты ҡурҡыныс һиллек баҫып алғандай — бер тере йән ҡалманы, бөтәһе лә үлеп бөттө. Бөтә донъяла бер үҙем ҡалғандай тойолдо. Ғәҙәттә, бындай мәлдә кешеләр Хоҙайға ышана башлай, әммә мин нишләптер шунда уҡ әсәйемде иҫкә төшөрҙөм.

...Әсәкәйем минең аяҡ аҫтында ята. Ап-аҡ ҡурсаҡтай битен йоҡа боҙ ҡаплаған, әсәйем шул боҙ аҫтынан үҙенең ябылып бөтмәгән зәңгәр күҙҙәре менән нимәлер эҙләгәндәй өҫкә баҡҡан. Бәлки, атайҙан яҡлау көтәлер, ул тышта, беҙҙең землянканың өҫтөндә ҡулына мылтыҡ тотоп, тороп ҡалды бит. Атайыбыҙ ғаиләһен, яҡындарын һаҡлап, үҙен пулялар аҫтына ҡуйҙы. Ә фашистарҙың унда эштәре юҡ: бомбаларҙы бер туҡтауһыҙ яуҙыралар ғына. Беҙ ер стенаға һырығып, ташлы ямғырҙың тымғанын көтәбеҙ. Әсәйем яғына бүтән ҡарай алмайым, бигерәк ҡот осмалы: ул нәҙек кенә ҡулдары менән ҡустымды ҡосаҡларға маташҡан, тоҡос шәле менән малайының башын ҡаплаған булған. Ул бейәләйҙәрен миңә тотторғас, үҙенең ҡулдары һыуыҡтан күгәреп туңған. Мин ҡарарға ла ҡурҡам, ҡарамаһам йөрәк ярылырҙай булып тибә. Шуға мин күҙемде асыр-асмаҫ ҡына әсәйем яғына боролам да, уны күреп тә өлгөрмәй, ике күҙемде сытырлатып йомам һәм ҡалтырай-ҡалтырай ергә ултырам. Шул саҡта иң яҡын кешемдең һыуыҡ ҡулы аҫтында «Бәхетле кеше» тигән китап ятыуын аңғарам. Йөрәгем селпәрәмә килгәндәй, күҙҙәремдән әсе йәштәр сәсрәй. Аҡтыҡ көсөм менән тамағымды йырта яҙып «Әсәй» тип ҡысҡырҙым. Ләкин яуап биреүсе булманы, әсе йәштәр яңаҡтарымды яндырҙы.

«Бәхетле кеше» туң ине, ләкин әсәйемдең ҡулынан сыҡҡан китап биттәрен тултырған хәтирәләр булыуы өсөнмө, күкрәгемә ҡыҫҡан һайын ул эҫерәк булып тойолдо. Китапты ҡосаҡлап, күҙемде йомдом һәм бүтән асҡы килмәне: ҡараңғыла йәшәүе еңелерәк һымаҡ — нимә булһа ла ошо ҡараңғылыҡҡа сумдым. Белемһеҙлек һәм наҙанлыҡта йәшәүе еңелдер, ауырлыҡты һиҙмәйһең — үҙенән-үҙе үткән кеүек. Һуғыш мәлендә наҙанлыҡ үҙенсә бер дарыу булған икәнен мин аҙағыраҡ аңлаясаҡмын...

Ер тетрәүенән башҡа бер нәмә лә иҫләмәйем. Башымда зыу итеп ҡалған тауыштан һуң өс көн ҡараңғылыҡта йәшәгән кеүек булдым. Госпиталдә контузия алып ятҡанмын икән... Сыҡҡас та, кире Ленинградҡа ҡайттым. Баш һаман да зымбырлай, кемдер сүкеш менән һуҡҡыслаған кеүек  һәм шул зыңҡылдау араһында шым ғына тауыш ишетәм: «Поля, китаптарымды уҡыһындар, Поленька, китаптарымды уҡыһындар, йәме». Яҙыусы ине әсәйем, йәне тыныслана алмай күрәһең...

Өйҙөң өҫтөн аҫҡа әйләндергәндәр. Бында яңыраҡ ҡына кешеләр йәшәгән тип әйтергә тел әйләнмәй. Әммә ниңәлер әсәйемдең эш өҫтәле шул уҡ. Әйтерһең, ул ҡайҙалыр сыҡҡан һәм хәҙер әйләнеп ҡайтыр һымаҡ.

Яҙыусының китабы нисәү, шунса ғүмер йәшәгән тиҙәр, минем мәрхүмә әсәкәйем ун ете дәфтәрлек ғүмер йәшәгән инде, уның йөрәгенә сыҡҡан геройҙарын кешелеккә күрһәтеү — хәҙер минең төп бурысым.

Иҙәндә ҡояш нурҙарына һарғайған фотоһүрәт ята. «1915. Йәй. Азат ағайҙарҙа». Шул саҡ иҫемә килгәндәй булдым. Сумаҙанға ун ете ҡулъяҙманы тултырып, Азат апама киттем.  

Йәшкелт төҫтәге ҡапҡа алдында һыуыҡҡа шоҡорайған Азат апа менән Мәүлиҙә инәй тора. Улар бер-береһен төрткөсләп, ҡысҡырып һөйләшәләр, хатта минең килеүемде лә аңғарманылар. Бына апам фуфайкаһына сат йәбешкән инәйҙең ҡулдарын ысҡындырып, ҡояштан яҡтыраҡ йылмайып ҡаршыма йүгерҙе. Тиҙ генә мине ҡултыҡлап, сумаҙанымды алып, инәйемә йүнәлде. Ә ҡатын ҡымшанманы ла, һаман һөрәнләүен белде:

— Инәңдең башы һин, беләһеңме! Бындай һыуыҡта атыңды йәлләйһең, ә беҙҙе көттөрөп ҡуйҙың! Исмаһам, шәберәк ҡыбырла!

Апа менән инәйҙең өйө иркен, ләкин буш, ҡотһоҙ кеүек. Пәлтәмде сискән арала нәҙек, оҙон сәсле ҡыҙыҡай йүгереп инде. Мәүлиҙә инәй шарт-шорт килеп һауыт-һабаһын өҫтәлгә ҡуя.

— Эй, тиҙерәк һыуый ҙа һуң! Полина выходи! — тип ҡысҡырҙы.

Бүлмәгә үткән арала, көҙгөгә күҙ һалдым һәм үҙ сағылышымдан саҡ ҡолап китмәнем. Унан остоҡ ҡыҙ урынына ас яңаҡлы, ҡобараһы осҡан шәүлә ҡарай ине.

Бәләкәй генә өҫтәл артында туп шикелле апам менән ябыҡ ҡыҙыҡай ултыра. Мине түргә уткәреп, боһорап торған шыйыҡ ҡына өйрә ҡуйҙылар.

— Бына, Поленька, таныш бул, минең ҡыҙым, Мәрйәм була. Ете йәш, эшкә шәп,— тип апам ҡыҙының оҙон сәсен һыйпап ҡуйҙы.

—Эшкә шәп, имеш. Ялҡау ҙа һуң, —инәйем дә ашарға ултырҙы.

— Эй ошоно, —Азат апаның йөҙө һытылды ла шымды.

Уңайһыҙ тынлыҡты боҙор өсөн Мәрйәмдең ҡулы аҫтындағы китапты күреп һораным:

—Уҡыйһыңмы?

Башҡорт телен йүнләп белмәй инем, атайым туғандарына хат яҙғанда гел ҡысҡырып уҡый торғайны. Һәр һүҙен әллә күпме ҡабатлап, әсәйемә ҡат-ҡат уҡып шунан ғына почтаға алып барҙы. Шуға күп һүҙҙәр хәтеремдә.

Мәрйәм ҡурҡышынан күҙҙәрен ҡайҙа итергә белмәне. Әсәһенең күҙенән осҡон сәсрәне, бите мышар төҫөнә инде.

— Мин һиңә әйттем, тағы берҙе күрһәм, яғам тип, уф, ошо ҡыҙҙы!

Ул сат йәбешеп китапты бәләкәс кенә ҡулдарынан һыпырып алды. Минең шаҡ ҡатҡанымды күреп тағы ла нығыраҡ ҡысҡырҙы.

— Ә һинең нимә күҙең аҡайып киткән, аша ла бар аласыҡҡа!

Бөтәһе лә бесәйҙән ҡурҡҡан сысҡан шикелле шымып ҡалды.

—Эй-й, ҡурҡаҡ һинең һымаҡ, — тип инәй апаға ҡаныҡты.

— Төкөрҙөм мин һиңә, — ул асыу менән мине төртөп ебәрҙе. — Ниндәйҙер Машаның балаһы менән бер өйҙә йәшәйем тей, хәҙер!

Уның ярһыулы һүҙҙәренең күбеһен аңламаным. Апамдың ауыр ҡулы иңбашыма ятҡас нисектер ҡыйын булып китте. Китап мейес эргәһендә, утындар араһында аунап ҡалды.

— Ә һин Ленинградтанмы? — Мәрйәм ипләп кенә эргәмә шылды.

— Эййй, ошоно, нимә кешене ҡаңғыртаң ул? Бар һыйырҙарға һыу эсер, торма бында!

Мәрйәм өйҙән сыҡҡанын һиҙмәй ҙә ҡалды.

— Шунан, әсәң һаман китап яҙмы? —тип Мәүлиҙә инәй үҙе башымды ҡаңғырта башланы. Уның һорауы күңел ярама тоҙҙай тойолдо.

Нимә тип яуап бирергә белмәй, телемде йотҡандай, ҡалтыранып:

— Ул юҡ бүтән... — тинем. Инәй аптырап китте лә, йыйып йөрөгән һауыт-һабаһын ташлап, икенсе бүлмәгә сыҡты.

Мин аласыҡта йәшәй башланым. Бәләкәй, ыҡсым ғына өй гел йылы булды. Апам көнөнә ике-өс тапҡыр инеп сыға торғайны.

— Их, Поля, Поля... — Азат апа мейес алдында тубыҡланып, сей утты саҡ тоҡандырған еренән ҡабаланмай ғына торҙо. Өҫтөн ҡағып минең ҡаршыма ултырҙы. Арып киткәне йөҙөнә сыҡҡан. Тик нимәнән: тормоштанмы, әллә бөтмәҫ һуғыштан микән...

— Ҡоро утын юҡ, утын нимә, бында күңел туңған,  ҡыҙым. Ҡайҙа, был тағы нимә ул? — тип ҡулымдағы фотоға кәкре бармағы менән төрттө. Тик мин рәсемде шунда уҡ бирмәнем, тәүҙә уға оҙаҡ итеп тикшергән кеүек ҡараным.

— Ҡурҡма, Поля, мин инәйең түгел... Уны тыңлама һин, — ипләп кенә әсәйем менән атайым төшкән фотоны ҡулына алып, күҙ йәштәрен һөрттө лә ҡалтыранған тауыш менән: Эй, бахыр ғыналарымды... Әрәм, әрәм булдығыҙ шул, — тине.

— Я скоро уеду, обратно в Ленинград, — тигәс, Азат апа һикереп китте. 

— Нисек инде, Ленинград?! Юҡ, бына һинең өйөң!

«Был һинең өйөң» — иң йылы һүҙҙәр ошо ине. Апам ҡабаланып сығырға булып китте. «Утың һүнмәһен, йәме. Һүнеп ҡуймаһын...» Нисектер, үҙ өйөм дә булғас, йәшәргә теләк уянды.

— Анау Сәбиләнең ире Таһир ҡартты һуғышҡа алып киткәндәр икән. Аҙна ла үтмәй «Ваш муж доблестно погиб» тип хат ебәргәндәр. Аллам һаҡлаһын инде. Ә Сәбиләһе хатты асып та ҡарамаған, йөрәге ярылып үлеп тә киткән, — тиеүгә Азат апа уйланып, инәйгә лә ҡарамай ултыра ине.

Мәрйәм юрған аҫтына йәшенеп үҙенсә уйлап ятты: «Юҡ, былай булмай. Уҡырға өйрәнер кәрәк. Хат килһә үҙем уҡыйым.Әсә йөрәге бигерәк нескә шул...»

Икенсе көнгә тәҙрә алдынан  Мәрйәмдең нәҙек кенә һыны үтеп китте.

Ул өй эсенә инде лә миңә оҙаҡ ҡарап ултырҙы.

— Что случилось? — тиеүгә ҡыҙыҡай тубыҡтарын ҡосаҡлап, миңә шыбырлай башланы.

— Поля, мине уҡырға өйрәт зинһар өсөн!

Хәҙер мин аптырауға ҡалдым. Юҡ тигәнде белдереп баш сайҡаным.

— Зинһар өсөн, Полина! — тип ҡулындағы китапты һуҙҙы.

— Әсәйең беҙҙе  көйәсәк!

— Анау китап һинекеме? — тигән һорауы йөрәгемде урталай телде.

— Моя мама написала...

Башымда тағы әсәйемдең тауышы ишетелгәндәй булды.

— Таң менән, инәй менән апа утында булғанда инерһең.

Мәрйәмдең яғымлы йылмайыуы аласыҡты яҡтыртып ебәрҙе.

Беҙҙең дәрестәр яҡшы үтте. Мәрйәм гел ваҡытында, һуңламай килде, һәр саҡ тыңлаусан, аҡыллы, тыныс булды. Ләкин бер көндө ҡыҙ ҡобараһы осоп инде.

Ул миңә ҡурҡып ҡына хат һондо. Күҙ йүгертеп сыҡтым да, өҫтөмә бер нәмә лә кеймәй урманға йүгерҙем, арттан ҡалмай Мәрйәм дә барып етте. 

Апа менән инәй көлөшөп кенә утын йыя ине, әммә беҙҙе күргәс, ҡоттары осто. Апам оҙаҡ итеп миңә ҡараны, шунан балтаһын көрткә ташланы ла, яйлап урман эсенә инеп китте.

—Азат! —инәйҙең күҙе дүрт булды. Шунан апаға ҡар бәргесләй башланы, көрттән балтаны табып уны ҡыуып етмәксе булды. Ләкин ул боролоп та ҡараманы, һаман алыҫлаша барҙы.

— Әсәй! — тип Мәрйәм ҡысҡырҙы, ләкин инәйем аҡылдан шашҡан шикелле ҡара араһына сумып иланы.

Иртәгәһенә эңер төшкәс, апамды һуғышҡа оҙаттыҡ. Бөтәбеҙ ҙә илашабыҙ.

— Бар өйгә инегеҙ, тышта һыуыҡ, —тип саҡ-саҡ тауыш сығарҙы апа, ул бер көн эсендә үҙгәргән кеүек, оло сырайлы булып киткән һымаҡ.

— Азат... — инәй уға ҡулдары менән сат йәбеште, апам уларҙы йәһәт кенә ысҡындырҙы ла китергә булды. Мәрйәм ауыл яңғыратып «Атай!» тип ҡысҡырып артынан йүгерҙе.

— Атай! Атай! — ярһып ҡысҡырыуҙан Мәрйәмдең тауышы ҡарлыҡты. Хәле бөтөп әллә нисә тапҡыр ергә ҡоланы, ләкин Азат апа артына ла әйләнеп ҡараманы, шәп-шәп баҫып ҡараңғылыҡҡа инеп юғалды. Яҡын кешеңде белмәгән ергә оҙатыуҙан да ҡыйыны юҡтыр.

Мәрйәмде етәкләп өйгә индерәм тиһәм ул, ерҙән тормай ҙа ҡуя:

— Нишләп ул ҡасты? — тип илай-илай саҡ шыбырланы ҡыҙыҡай.

— Мәрйәм, тор.

— Һинең әсәйең алдаҡсы! Бәхетле кеше юҡ! Һуғыш мәлендә бәхетлеләр булмай ти әсәйем.

— Мәрйәм, юҡты һөйләмә, атайың тиҙҙән ҡайтасаҡ, — тип мин уны аласыҡҡа индерҙем.

Мин йәшәгән өйҙә бөтә әйберҙәрем туҙҙырылған, мейестә шартлап янған утҡа текәлеп инәйем ултыра. Ул «Бәхетле кеше»нең янғанын ҡарай ине. Мин яланғас ҡулдарым менән уттан  китапты тартып сығарҙым.

— Ярамай! Ярамай китаптарҙы яғырға!

Инәйем ҡысҡыра башланы.

— Мин уны, сволочты ашатам, кейемен йыуам, етмәгән утын менән аласыҡты йылытам, ә ул бынау хәтлем яға торған ҡалма тота икән. Не бывать этому!

Ҡыҙып китеп, минән тағы китапты тартып алырға булды, ләкин мин «Бәхетле кеше» менән уның башына шыҡ иткәнсе тондорҙом, инәйем ҡолап китте, Мәрйәм илай башланы.

— Бар, ҡайт, Полина! Бүтән һине бында бер кемдә тотмай, — ул башын ыуалай ыуалай тороп ултырҙы.

— Китаптарҙы яғырға ярамай. Уларҙы уҡыр кәрәк, башҡаларға ҡалдырырға, —тием.

— Кемгә ҡалдыраң уларҙы, кемгә кәрәк һинең китаптарың? Не видишь, что ли? Война же…

— Мне мама перед смертью эти книги завещала. Это она их написала! Әсәй мине уҡырға өйрәтте, мин башҡаларҙы өйрәтһен өсөн, — мин сумаҙаныма китаптар тултыра башланым.

— Ярамай шул һуғыш балаларына китап уҡырға. Ярамай. Минһеҙ хатты асып уҡыуҙан ҡурҡа инем. Һинең өсөн ана Мәрйәм илай. Былай ҙа уҡырға өйрәнер ине, тик һуғыш бөткәс. Эййй, бер нәмә болғарға тиһәң һине ҡуш инде! Ты должна уйти, Поля. Мин тырышам бит, тик икегеҙҙе ҡарай алмаясаҡмын, — инәй күҙ йәштәрен һөрттө лә шымыраҡ әйтте — Һалып ултыр...

Мәрйәм быны ишетеп, мине һыға ҡосаҡланы:

— Не уходи, Поля! Ташлама мине! — ҡыҙсыҡтың илауынан миңә шул тиклем ҡыйын булып китте.

— Мәрйәм, мин мәңгегә китмәйем, — тинем күҙ йәштәрен мансылып. Иҫләйһеңме?— Мин уға ситтәре янып бөткән «Бәхетле кеше»не тотторҙом. — Бөтә китаптар кәкре ҡайын аҫтында булыр. Һуғыш бөткәс, ҡаҙып алырһың. Әлегә китаптар йыяйыҡ, беҙҙән һуң да уҡыһындар. Аңланыңмы? — Мәрйәм туҡтай алмай илай ҙа илай.

— Рәхмәт, Поля! — тине йәш тулы күҙҙәре менән ҡарап.

Мин Ленинградҡа ҡайттым. Тиҙҙән Мәрйәм үҙе китап яҙырға тотонасаҡ. Һуғыштан еңеү алып ҡайтҡан бәхетле кеше тураһында...

Әҙилә Әҙелмырҙина.

Автор:
Читайте нас: