Сара сиктәрендә батыр тыуып үҫкән Тәкәй ауылы урынында «Салауат ере» тарихи-мемориаль паркы асыла.
Үҙенсәлекле тарихи парктың концепцияһын халыҡ шағиры Мостай Кәримдең «Салауат. Өн аралаш ете төш» әҫәре буйынса әҙерләгәндәр. Һәр үҙәндә «Тыуған илде һағыныу », «Бала саҡ», «Әсә менән осрашыу», «Михнәтле юл», «Халыҡ менән һөйләшеү», «Салауат һәм уның атаһы Юлай» һәм «Йыуаныс» тигән тематик пункттар бар.
Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында, «Салауат ере» паркын асыу республиканың төньяҡ-көнсығышында туризмды үҫтереү өсөн яңы этәргес бирергә тейеш, тине.
«Салауат ере» тарихи-мемориаль паркын асыу Башҡортостан тарихында Салауат Юлаевтың хәтерен һаҡлау йәһәтенән иң әһәмиәтле ваҡиға булмаҡсы, тип иҫәпләй республиканың Туризмды үҫтереү үҙәге директоры урынбаҫары Артур Иҙелбаев.
«Сөнки Салауаттың тыуған ауылы Тәкәйҙең бер өлөшө нисәмә йылдар Силәбе өлкәһенә ҡарай ине. Тап шуға ла беҙ унда мемориаль комплекстар төҙөй алманыҡ. Өс йыл элек кенә төбәктәр араһындағы килешеү буйынса Силәбе өлкәһе ошо сик буйындағы биләмәнең бер өлөшөн Башҡортостанға тапшырҙы. Шул ваҡытта «Янғантау» геопаркы был урында «Салауат ере» төҙөү эштәренә тотондо, беҙ уны 16 июндә асабыҙ», — тип һөйләне ул парктың барлыҡҡа килеү тарихы хаҡында.
Комплекстың дөйөм майҙаны — 4,5 гектарға яҡын. Биләмәлә мемориаль комплекс төҙөлгән, күҙәтеү майҙансыҡтары, музей һәм «йәшел театр», бик күп арт-объекттар, стелалар һәм бәләкәй архитектура формалары, шулай уҡ Салауаттың шиғырҙары яҙылған стендтар бар.
https://bashkizi.ru/news/-u--iy-ili-tar/2024-06-05/salauat-ere-parky-asyla-3798374.