+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Ноябрь 2016, 14:34

Ил именлеге — ышаныслы ҡулдарҙа

Район мәҙәниәт һарайында Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы йыйылыш үтте

— 10 ноябрь Рәсәйҙә йәшәүсе күп ғаиләләр өсөн ҙур һәм әһәмиәтле ваҡиға, — тине сараны асып эске эштәр бүлеге начальнигы И. Макаев. — Беҙҙең хеҙмәт ниндәй генә реформаларға дусар булыуға ҡарамаҫтан, полиция хеҙмәткәрҙәре һәр саҡ ил именлеге, халыҡ хәүефһеҙлеге һағында ышаныслы торасаҡ.

Илнур Ҡылысбай улы хоҡуҡ һаҡсыларының ғаиләләренә, тормош юлдаштарына һәм бүлек ветерандарына ла рәхмәт белдереп үтте.

Артабан һүҙ алған район хакимиәте башлығы Р. Сыңғыҙов еңел булмаған һөнәр һайлаусы ир-егеттәрҙе һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙы тәбрикләп: «Әбйәлилдә енәйәтселектең сәскә атыуына юл ҡуйылмай икән, был тап һеҙҙең көндәлек тырыш хеҙмәтегеҙгә бәйле, һеҙ — районда имен тормоштоң, киләсәктең нигеҙе», — тине. Рим Һатыбал улы ваҡытлыса тотоу изоляторы начальнигы Илһам Килдейәровҡа, иҡтисади енәйәттәргә ҡаршы көрәш төркөмө оперуполномоченныйы Рамил Билаловҡа, патруль-пост взводы командиры Ринат Әминовҡа һәм ЮХХДИ-ҙың дәүләт инспекторы Даян Мөхәмәтдиновҡа муниципаль район Советы һәм хакимиәтенең Рәхмәт хатын тапшырҙы.

Әбйәлил хоҡуҡ һаҡсыларын шулай уҡ бүлектең элекке етәксеһе, хәҙер республика Эске эштәр министрлығының иҡтисади хәүефһеҙлек һәм коррупцияға ҡаршы көрәш бүлеге начальнигы урынбаҫары булып эшләүсе Ш. Айҙарбәков ҡотланы.

Асҡарҙа ойошторолған сараларҙың хәүефһеҙ үтеүен тәьмин иткән, халыҡ именлеге хаҡында көндө төнгә ялғап эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙе Асҡар ауыл биләмәһе башлығы И. Малыбаев тәбрикләне һәм участка инспекторы Айбулат Төркмәновты, патруль-пост взводы хеҙмәткәрҙәре Ринат Әхмәтов менән Фуат Ғәлимовты Рәхмәт хаттары менән бүләкләне. Иршат Филҡәт улы бынан тыш, яңыраҡ район үҙәгендә булған ҡурҡыныс енәйәтте тиҙ арала асыҡлаған һәм ғәйеплеләрҙе табып, ҡулға алыуға өлгәшкән енәйәти эҙләү бүлегенә (начальнигы Илнур Солтанов) рәхмәт белдереп, ҡиммәтле бүләк тапшырҙы.

Бәлиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссия рәйесе У. Хәлисов үҙ сиратында имен булмаған ғаиләләр менән әүҙем эшләгән инспекторҙар Сәғиҙә Сафина, Миләүшә Ғәлиева, участка уполномоченныйҙары Салауат Яхин менән Илшат Ильясовты Рәхмәт хаты менән билдәләне.

Байрамға йыйылыусыларҙы шулай уҡ район Советы депутаты Р. Шөғүров, ДРСУ начальнигы Р. Аҡсурин, бүлектең ветерандар советы рәйесе Х. Ғәниев, Урман хужалығы министрлығының төбәк бүлексәһе вәкиле Т. Шөғүров тәбрикләне. Урмансылар исеменән сығыш яһаусы Таһир Әмир улы законһыҙ ағас ҡырҡыусыларҙы, браконьерҙарҙы асыҡлау һәм яуаплылыҡҡа тарттырыуға ҙур өлөш индергән полиция хеҙмәткәре Илфат Мәсәлимовҡа Маҡтау ҡағыҙы тапшырҙы.

Оператив эшмәкәрлектә яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән хеҙмәткәрҙәр «За отличие в службе» миҙалдары, бүлектең почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Ветерандар хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашыусы Ансар Махийәновҡа — «Эске эштәр министрлығы ветераны» миҙалы, Руальд Саттаровҡа — Башҡортостан Республикаһы эске эштәр бүлектәре ветерандары советының Почет грамотаһы һәм башҡа мәртәбәле наградалар бирелде.

Читайте нас: