Район хакимиәтенең йәштәр һәм мәҙәниәт бүлектәре, «Үҙеңде тап» балалар-үҫмерҙәр клубы, мәҙәниәт һарайы ойошторған конкурста быйыл өс йәш ғаилә көс һынашты. Әлмөхәмәт ауылынан Әлфирә һәм Владислав Нәбиуллиндар, Дәүләттән Светлана һәм Артур Ғәлишиндар, Асҡарҙан Гөлшан һәм Айбулат Төркмәновтар үҙҙәренең ғаиләләренең берҙәм, татыу, дәртле булыуын күрһәтер өсөн сәхнәгә сыҡты. Бәйгесе-ләрҙе район хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеты начальнигы Ш. А. Нәбиуллин етәкселегендәге жюри баһаланы.
Иң беренсе һынауҙа йәш ғаиләләр үҙҙәре менән таныштырҙы. Йәрәбә буйынса тәүге булып сығыш яһаған Нәбиуллиндар күңелле, заманса көйҙәр аҫтында үҙҙәре хаҡында һөйләне. Әлфирә Әлмөхәмәт ауылы клубы мөдире булһа, Владислав мәҙәниәт усағының художество етәксеһе. Йырлы-моңло ғаиләлә ике ҡыҙ үҫә. Өлкәндәре Элизаға 8 йәш, 2-се класта уҡый, Эль-мираға ике генә йәш. Йәш ғаилә күршеләре менән дә бик татыу, дуҫ, ара алыҫ тип тормай килеп, бәйгеселәр менән бергә сығыш яһап, ҙур ярҙам күрһәтте. Улар күмәкләшеп боронғо рус халыҡ әкиәтен сәхнәләштерҙе.
Икенсе булып сәхнәгә сыҡҡан Ғәлишиндар сығышын үҙҙәренең танышыу тарихынан башланы. Матур тәбиғәтле Белорет районында тыуып-үҫкән Светлана — наҙлы матур сәскә һәм Хәлил ауылының данлыҡлы умартасылары Ғәлишиндар ғаиләһенән булған Артур — уңған, егәрле бал ҡорто булып кейенгәйне. Дәүләт ауылында төпләнгән йәштәр тырышып донъя көтә. Ғаилә башлығы Сибай ЛПУ-һының ГРС операторы булып эшләй, Светлана «Тылсым» балалар баҡсаһында тәрбиәсе ярҙамсыһы. Матур ғаиләлә ата-әсә наҙына иркәләнеп улдары Арыҫлан менән ҡыҙҙары Асия үҫә.
Төркмәновтар үҙҙәре менән шиғри юлдар аша таныштырҙы. Гөлшан менән Айбулат Өфөлә юғары уҡыу йортонда белем алған саҡта танышып, ҡауыша. Диплом алғандан һуң ғаилә башлығы Өфө ҡыҙын үҙенең яғына алып ҡайтып, йәштәр Асҡарҙа төпләнә. Айбулат Урал улы — участка уполномоченныйы, Гөлшан Тимерхан ҡыҙы Т. Кусимов исемендәге гимназияла уҡыта. Татыу, өлгөлө ғаиләлә өс ҡыҙ — 8-се класта уҡыусы Айзилә, 2-се класс уҡыусыһы Ләйлә һәм 3 йәшлек Латифа буй еткерә. Ата-әсәһенә оҡшап балалары ла һәләтле, йыр-моңға маһир.
Киләһе бәйге — «Мин буласаҡ йондоҙ!» тип аталды һәм кескәйҙәр үҙҙәрененең һәләттәрен күрһәтте, уларға ата-әсәләре лә ярҙамлашты. Нәбиуллиндарҙың ҡыҙҙары Элиза матур йыр башҡарҙы. Ғәлишиндар ижади бәйгегә яуаплылыҡ менән ҡараған һәм улар бөтәһе лә сәхнәгә башҡорт милли кейемдәрендә сыҡты. Ғаилә башлығы Артурҙың дәртле ҡурай моңдарына тормош юлдашы Светлананың да, балаларының да бейеүҙәре бик шәп килеп сыҡты. Төркмәновтарҙың ҡыҙҙары Айзилә «Килен» бейеүен ихласлап, оҫта башҡарҙы.
Йәш ғаиләләрҙең спорт менән дуҫлыҡтарын билдәләүсе һуңғы һынауҙа ла бәйгеселәр юғалып ҡалманы. Дәртле музыкаға күмәкләп бейене, гимнастика эшләне. Уларҙың сығыштарын көйәрмәндәр дәррәү алҡышлап оҙатты, бигерәк тә Ғәлишиндар өсөн янып-көйөүсе туғандары, дуҫтары күп килгәйне.
Жюри йомғаҡ яһағансы, тамашасылар Риана Хәлимова менән Гөлдәр Нуралиеваның моңло йырҙарын тыңланы, «Сулпылар» ансамбленең һәм Айбулат Төркмәновтың дәртле бейеүҙәрен ҡараны.
Бәйгеселәрҙе жюри рәйесе Шайморат Азат улы бүләкләне. «Йәш ғаилә — 2016» район конкурсы еңеүсеһе тип Төркмәновтар (һүрәттә) танылды. Икенсе һәм өсөнсө дәрәжәләге дипломдарға Ғәлишиндар һәм Нәбиуллиндар лайыҡ булды. Йәш ғаиләләргә ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.
— Бөгөн сәхнәгә сығырға йөрьәт иткән ғаиләләр үҙҙәренең йәшлек дәрте, берҙәмлектәре менән алдырҙы. Артабан да ғаилә усағығыҙҙы һүрелдермәй, балаларығыҙға матур тәрбиә бирегеҙ, бар яҡтан өлгөлө булығыҙ, — тине Ш. Нәбиуллин.
Конкурс тамам. Унда, ысынлап та, шундай матур, татыу ғаиләләр ҡатнашты. Тик баштан уҡ күңелде ҡырған күренеш хаҡында әйтмәй үтеү яҙыҡ булыр. Эштә лә, тормошта ла бар яҡтан үрнәк, тырышып донъя көткән, күп балалар үҫтергән йәш ғаиләләр районда шулай бармаҡ менән һанарлыҡ ҡынамы ни?! Бихисап ундайҙар, ауыл һайын әллә күпме табырға мөмкин. Һәр ауыл биләмәһенән ҡатнашырға була бит, бәлки киләһе йылдарҙа конкурстың һайлап алыу турын урындарҙа үткәреп, еңеүселәрҙе район кимәленә сығарыу хаҡында уйларға кәрәктер.