+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Ноябрь 2016, 14:12

«Балаларым — иң ҙур бәхетем»

Аһылай ауылынан күп балалы әсә Зөлфиә Ғиниәтуллина өсөн тормошта иң ҡәҙерлеһе — балалары

Ер йөҙөндәге иң яғымлы, матур, наҙлы һүҙ ул «әсәй». Йән киҫәгеңдең «әсәй» тип ҡосағыңа һарылыуы, бөтә арыу-талсығыуҙарыңды юҡҡа сығара, донъя яҡтырып киткәндәй була. Әсә булыу ҡатын-ҡыҙҙың Хоҙай тарафынан бирелгән төп тәғәйенләнеше, асылы.



Аһылай ауылында ғүмер итеүсе Зөлфиә Ғиниәтуллина ла иң ҙур бәхетем — балаларым тип йәшәй. Үҙе лә күп балалы ғаиләлә унынсы булып донъяға килгән кинйәкәү Зөлфиә һәр саҡ ҙур ғаилә хаҡында хыяллана. Бәхетенә тормош иптәше Илгизәр менән был уйҙары уртаҡҡа тура килә.
— 2004 йылда өйләнешеп, Аһылайҙа төпләнергә ҡарар иттек. Үҙ көсөбөҙ менән тиҙ генә ҙур булмаған йорт һалып сыҡтыҡ. Тәүге бәпесебеҙ — Зөлфәр тыуғас, шатлығыбыҙҙың иге сиге булманы. Иптәшем улыбыҙға иптәш кәрәк, яңғыҙ үҫмәһен тигәс, икенсеһен табыуҙы оҙаҡҡа һуҙманыҡ.
«Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа» тиеүҙең хаҡлығына инанған Ғиниәтуллиндар бөгөн күп балалы ғаилә. Бер-бер артлы ғына донъяға килгән Зөлфәр менән Һәҙиә дүртенсе класта уҡыйҙар, Ғәҙел быйыл беренсе класҡа барған. Алты йәшлек Мәхмүт киләһе йыл мәктәпкә барасаҡ. Сәлимәгә өс йәш булһа, иң бәләкәйҙәре Ынйыға әле йәш тә тулмаған.
— Алты бала тәрбиәләү еңел түгелдер бит, ҡайһылай аяҡҡа баҫтырырбыҙ, кеше итербеҙ тигән уйҙар килмәйме? — тип һорамайса булдыра алманым.
— Юҡсы, күптәр ҡурҡмайһығыҙмы, тип һорайҙар. Әлбиттә, баланы табыуын тапҡас, бағырға ла кәрәк. Иңебеҙҙә ниндәй ҙур яуаплылыҡ ятҡанын тулыһынса аңлайбыҙ, яҡшы тәрбиә бирергә тырышабыҙ, — ти Зөлфиә Исмәғил ҡыҙы. — Бала ғаиләлә һөйөү, иғтибар тойоп үҫергә тейеш. Бының шулай икәнлеген үҙем үҫкән ғаиләнән беләм. Атайым, алдынғы комбайнер Исмәғил Хафизов көндө-төнгә ялғап ҙур ғаиләһен ҡарау өсөн тырышты. Әсәйем, Фруза Шаһимөхәмәт ҡыҙы менән улар һәр беребеҙҙе уҡытты, белемле итте.
М. Аҡмулла исемендәге башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлаған З. Хафизова Аһылай мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Ғинуар айында тыуған ҡыҙын атаһы ҡарамағына ҡалдырып, апрель айында уҡ эшкә сыға.
— Балалар күплегенә, донъя мәшәҡәттәренә һылтанып, эшемә илке-һалҡы ҡарамайым. Бурыстарымды еренә еткереп үтәргә тырышам, — ти уҡытыусы.
Эштән ҡайтыуына өйҙә гөрләп бәләкәстәре ҡаршы ала. Балалар баҡсаһылай күңелле, берен-бере уҙҙырып хәбәрҙәрен теҙгән ҡыҙ-улдарын тыңлай-тыңлай өй эштәренә тотона, дәрестәрен ҡарай. Бала йәнле әсәй менән атай ғәзиздәренең һәр шөғөлөн хуплап, һәләттәрен үҫтереүгә иғтибар бүлә. Зөлфәрҙәре атаһына оҡшап оҫта ҡуллы, спорт менән дуҫ, ҡышҡыһын конькиҙа шыуырға ярата, шашка уйнай, әсәһе һымаҡ рәсемде матур төшөрә. Һәҙиә тасуири итеп шиғыр һөйләй, тегеү-бәйләүгә оҫта әсәһенән күреп сигергә ярата. Ғәҙелдең йыр-моңға маһирлығы бар. Һөймәлекле, ҡыҙыҡһыныусан, телдәр балалар иркәләнеп кенә үҫмәй, эшкә лә өйрәнә. Һауыт-һаба йыуыу, өй йыйыштырыу кеүек эштәрҙә әсәләренә төп ярҙамсылар. Мал ҡарарға яратҡан Ғәҙел бәләкәймен тип тормай, тиҙәк таҙартып ҡуя.
— Ғаиләбеҙҙә шулай ҡоролған: малайҙарҙы атаһы тәрбиәләй, ҡыҙҙарҙы мин, — ти Зөлфиә. — Сөнки йомшаҡ күңеллемен, артыҡ иркәләтеп ебәрәм, яйҙарына ҡуям. Ҡыҙҙарҙы һин буласаҡ әсәй, хужабикә, малайҙарҙы буласаҡ атай, ғаилә башлығы тип өйрәтәбеҙ.
Ҙур ғаиләнең хәстәрҙәре лә ҙур. Ғиниәтуллиндар әле йәшәгән йорттарына төкөтмә төҙөй башлаған.
— Малайҙар һәм ҡыҙҙарға айырым бүлмәләр кәрәк, дәрес эшләү өсөн дә һәр кемдең үҙ урыны булырға тейеш, — ти әсә.
Өс һыйыр, һарыҡтар, бихисап ҡош-ҡорт аҫырап, үҙ көндәрен үҙҙәре күргән ғаилә һәүетемсә генә донъя көтә. Балаларына яҡшы тәрбиә биреп, уҡытырға, киләсәктә лайыҡлы кешеләр итергә тырыша әсәй менән атай. Татыу, матур ғаиләлә балаларҙың туған йәнле, ярҙамсыл булып үҫәсәгенә шик юҡ.
Әсә көнө алдынан Зөлфиә Исмәғил ҡыҙы районыбыҙҙың күп балалы әсәләре менән бергә хөкүмәт йортонда «Әсәлек даны» миҙалын алып ҡыуанды.
Читайте нас: