«Аҙна һайын приз!» уйынына был аҙнала ҡуйылған бүләктәрҙе Мәйгәштенән У. Ғәлләмов менән Ишбулдынан З. Хажина отто. Сәйнүк отҡан еңеүселәребеҙҙе, паспорт, ИНН күсермәләрен алып, редакцияға килеүҙәрен көтөп ҡалабыҙ. Киләһе дүшәмбелә билдәләнәсәк ике еңеүсе термокружка аласаҡ.
Уйында ҡатнашыу өсөн тиҙ арала «Осҡон»ға яҙылып, квитанция күсермәһен редакцияға ебәрегеҙ. Өҫтәүенә, 1 декабрҙән 11-енә тиклем «Осҡон» менән «Абзелил»ға, шулай уҡ үҙәк, республика матбуғатына ташламалы хаҡҡа яҙылырға мөмкин. Был осорҙа район гәзиттәренә бер йылға яҙылыу хаҡы — 1463 һум 56 тин, алты айға 795 һум 78 тин буласаҡ. Гәзит-журналдарға яҙылыу өсөн почта бүлексәләренә, почтальондарға, шулай уҡ редакцияға мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Бынан тыш, «Бәхетле авто» уйынында бәхетегеҙҙе һынап, автомобилегеҙ өсөн шәп бүләктәр оторға мөмкин. Уйында ҡатнашыу өсөн киләһе ярты йәки тотош йылға гәзитебеҙгә яҙылып, беҙҙән машинағыҙҙың тәҙрәһенә йәбештереү өсөн наклейка алырға кәрәк.
«Осҡон»ға һәм бер республика баҫмаһына яҙылып, квитанция күсермәләрегеҙҙе Өфөгә Нәшриәт йортона ебәреп, ҡиммәтле бүләктәр оторға ла мөмкин. «Осҡон»ға яҙылығыҙ, бүләктәр отоғоҙ!