+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Ноябрь 2016, 14:06

Әсәйҙәргә рәхмәт әйтәйек!

Илебеҙҙә байрамдар бик күп. Улар араһында сикһеҙ һөйөүе, иғтибары, хәстәре һәм тоғролоғо өсөн иң ҡәҙерле кешебеҙгә рәхмәт һүҙҙәрен әйтеү мөмкинселеген биргән Әсә көнө – иң матуры.

Әбйәлилдең гүзәл әсәләрен йыйған тантанала иң йылы һүҙҙәр, иң изге теләктәр әйтелде. Район хакимиәте исеменән район хакимиәтенең эштәр идарасыһы У. М. Хәлисов сығыш яһаны.

— Әсәй булыу — оло бәхет һәм шул уҡ ваҡытта ҙур хеҙмәт тә. Рухи һәм физик көс түгеү йәһәтенән уны башҡа бер ниндәй хеҙмәт менән сағыштырырлыҡ түгел, — тине Урал Марат улы.

Тарихҡа күҙ һалһаҡ, уҙған быуаттың 60-70-се йылдарында районда ун һәм унан да күберәк бала тәрбиәләүсе йөҙҙән ашыу әсә «Герой-әсә» тигән юғары исемгә лайыҡ булһа, хәҙерге көндә республиканың «Әсәлек даны» миҙалы 316 күп балалы әсәгә тағылған, шуларҙың туғыҙы был награданы ағымдағы йылда алған. Быйыл ошо көнгә тиклем Әбйәлилдә 650 бала донъяға килгән, йыл башынан 352 ғаилә әсәлек капиталы сертификатына эйә булған.

Халыҡта тапҡан әсәй түгел, баҡҡан әсәй, тигән әйтем бар. Ата-әсә наҙынан мәхрүмдәрҙе үҙ ҡанаты аҫтына алған, йөрәк йылыһын өләшкән изге күңелле әсәйҙәр ҙә бар арабыҙҙа. Бөгөнгө көндә районда тәрбиәгә бала алыусы 126 опекун ғаилә иҫәпләнһә, тағы ла 80 ғаиләнең етемдәрҙе уллыҡҡа алыуы һөйөнөслө. Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле булған йән киҫәктәрен бәпләп үҫтергән, ғәзиздәрен аяҡҡа баҫтырыу, дауалау өсөн күп көс һалған көслө рухлы әсәләргә һоҡланмау мөмкин түгел.

Балаларына өлгөлө тәрбиә биргән, әүҙем йәмәғәт һәм хеҙмәт эшмәкәрлеге алып барған әсәйҙәр — Асҡарҙан Әлфирә Әбүшахманова, Сиҙәмдән Зөлфиә Батыршина, Ҡаҙмаштан Сәбилә Ниғмәтуллина, Байым-дан Мәҙинә Ғәскәрова, Ишҡолдан Мәфрүзә Шириязданова, Ташбулаттан Лилиә Рәхмәтуллина, Тупаҡтан Айгөл Асманова, Хәлилдән Фәүҡинур Мусина, Таштуйҙан Мәфтуха Хәлфетдинова, Гусевтан Фәриҙә Сафина, Покровканан Любовь Фазылова, Дәүләттән Фәриҙә Бижанова, Ҡырҙастан Рәсилә Вәлиева, Буранғолдан Гөлсиә Усманова, Хәмиттән Гөлсәсәк Хәлфетдинова һәм Амангилденән Венера Зираншинаға оло хөрмәт йөҙөнән райондың Рәхмәт хаты тапшырылды.

Хоҙай Тәғәлә тарафынан ҡатын-ҡыҙға тәғәйенләнгән — ғаилә усағын һаҡлау, бала табыу һәм бағыу бурыстарын лайыҡлы үтәгән әсәләрҙе район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Л. К. Сәғәҙиева ла ихлас тәбрикләне. Рәхмәт хаты алыусы гүзәл заттар араһында башҡорт әҙәбиәтенә Гөлнара Хәлфетдинова исемле талантлы шағирә үҫергән Гөлсәсәк Фәйзрахман ҡыҙын, бер түгел, алты баланы тәрбиәгә алырға йөрәге еткән Сәбилә Харис ҡыҙын, тыумыштан ҡаты ауырыуға дусар бала тәрбиәләүсе Венера Рәсүл ҡыҙын айырып билдәләне Линиза Камил ҡыҙы.

ЗАГС бүлеге ойошторған «Мин тыуҙым!» фотоконкурсына Әсә көнөндә йомғаҡ яһалыуы байрамды тағы ла байыта, баҙыҡлата. Сабыйҙарын күтәреп килгән әсәйҙәр тантананың иң матур биҙәге булды. Быйылғы бәйгелә йәш балалы 12 ғаилә ҡатнашҡан. ЗАГС бүлеге начальнигы Ф. М. Әхмәтова конкурста ҡатнашыу-сыларҙың барыһын да «Мин тыуҙым!» тигән фотоальбомдар һәм грамота менән бүләкләне. Ә еңеүселәр — иң сифатлы һәм ҡыҙыҡлы фотоларҙа бәхетле йылмайыусы бәләкәстәр — Асҡар ауылынан Гөлнәзирә Әхтәмова, Димйән Йәүҙәтов, Ҡырҙастан игеҙәктәр Гөлсибәр һәм Искәндәр Сәлимйәновтарға «Минең беренсе энциклопедиям» тигән китап та тапшырылды.

«Сулпылар», «Ҡайынҡай» балалар баҡсаларында тәрбиәләнеүсе кескәйҙәрҙең әсәйҙәр тураһындағы шиғырҙары, йырҙары һәм дәртле бейеүҙәре күңелгә май булып яғылды. Район мәҙәниәте йондоҙҙары тарафынан әҙерләнгән йылы концерт та ер йөҙөндә тереклекте дауам иттереүсе, киләсәкте тәрбиәләүсе гүзәл затҡа бағышланды.

Читайте нас: