+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Декабрь 2016, 14:02

Илебеҙҙең лайыҡлы гражданы булығыҙ

Эске эштәр бүлегендә 14 йәше тулған балаларға Рәсәй паспорты тапшырыу сараһы уҙҙы

Иҫтәлекле сараға ата-әсәләре оҙатыуында килгән уҡыусыларҙы Эске эштәр министрлығының миграция мәсьәләләре буйынса бүлеге начальнигы, полиция майоры Г. Ҡ. Йәғәфәрова тәбрикләне. Гөлфинә Ҡыуат ҡыҙы тантананы рәсми рәүештә түгел, ә ҡыҙыҡлы итеп үткәреүгә ентекле әҙерләнгән.

Башта балалар дәүләт суверенитетын билдәләүсе символдар тураһында һорауҙарға, мәҫәлән, Ватаныбыҙ гимнын ни өсөн баҫҡан килеш тыңлау кәрәклеге, флагыбыҙ ниңә өс төҫтән тороуы хаҡында яуаптар бирҙе.

— Аҡ төҫ — тыныслыҡты, күк — зәңгәр күк йөҙө, тоғролоҡто аңлатһа, ҡыҙыл төҫ иһә ҡаһарман һалдаттарҙың Тыуған ил азатлығын яҡлап түккән ҡаны, батырлыҡ билдәһе, — тине Г. Йәғәфәрова.

Артабан Рәсәй гражданы исемен аласаҡ райондаштарыбыҙ дәүләттең төп документы Конституция булыуы, илебеҙҙә йәшәүселәргә ҡасан паспорт бирелә башлауы хаҡында бай мәғлүмәтле тарих тыңланы, совет заманындағы паспорт өлгөләрен тотоп ҡараны.

Тәүге төп документты балаларға эске эштәр бүлеге начальнигының кадрҙар менән эшләү буйынса урынбаҫары Г. Ғ. Ҡаһарманова тапшырып, тәбрикләне. «Илебеҙҙе яратығыҙ, кәрәкле һөнәрҙәр алып, Рәсәйҙең лайыҡлы граждандары булығыҙ», — тине Гөлнара Ғәзитдин ҡыҙы.

Ата-әсәләр исеменән сығыш яһаусы Наталья Афанасьева: «Улым Владислав бөгөн шәхесте раҫлаусы документ алды, тантана мәле еткәс, унан бигерәк үҙем тулҡынландым», — тине йылмайып һәм йәштәргә уҡыуҙарын уңышлы тамамлап, ата-әсәләрҙең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, үҙҙәре теләгән өлкәлә ил мәнфәғәтендә оҙаҡ эшләүҙәрен теләне.

Читайте нас: