Инвалидлыҡ юллап та, тейешле яҡлау тапмаған ҡатын, ҡалын амбулатория картаһын тотоп, «тура бәйләнеш»кә телефон аша түгел, күҙмә-күҙ һөйләшергә килде. Сибайҙағы һәм Өфөләге инвалидлыҡ тәғәйенләүсе комиссиялар уға төркөм биреүҙән баш тартҡан. «Ауырыу хәлен һау белмәҫ. Төҙәлмәҫ сиргә дусар булмаһам, үҙемде түбәнһетеп, йөрөп тә тормаҫ инем», — тип мөрәжәғәт итеүсенең күҙҙәре йәшкә сыланды. Көнө ҡиммәтле дарыуҙарға, гормональ препараттарға ҡалған хеҙмәт ветеранының берҙән-бер теләге шул — инвалидлығы булһа, медикаменттарҙы бушлай алыу хоҡуғына эйә булыр ине. Юғиһә, уның пенсияһы йәшәргә түгел, хатта кәрәкле дарыуҙарҙы һатып алыуға ла етмәй. Был мәсьәлә буйынса хәбәрҙар үҙәк дауахана вәкилдәре сирлегә бер ай эсендә медик-социаль экспертиза ҡарары менән килешмәүен белдереүгә хоҡуғы барлығын аңлатып, ғариза нигеҙендә яңынан комиссия үтергә мөмкин булыуын кәңәш итте. Кемдер һулар һауа кеүек көн дә кәрәк дарыуҙарҙы бушлай алыуға хоҡуғын раҫлай алмай интеккәндә, инвалидлыҡтағы икенсе иптәштәрҙең (75 процент!) әҙме-күпме аҡса өсөн дарыуҙарҙан баш тартыуы башҡа һыймай.
Район инвалидтар йәмғиәте рәйесе урынбаҫары Н. В. Әҡсәнова инвалид бала тәрбиәләүсе ата-әсәләрҙең йыйылышында күтәрелгән һорауҙарҙы еткерҙе. Красная Башкирияла йәшәүсе баланы дистанциялы уҡытыу өсөн былтыр уҡ махсус мәктәптән оргтехника бүленгән. Тик интернет үткәрелмәүе сәбәпле, бала икенсе уҡыу йылын буш уҙғара. Элемтәселәр бағана ултыртыр, кабель һуҙыр кәрәк, тигән яуаптан ары китмәгән. Икенсе берәүҙәр битараф ҡала икән, ата-әсәнең үҙенә бала хаҡына әүҙемерәк, ғәмлерәк булыр кәрәк. Юғары технологиялар заманы: элемтәселәр ҡыбырлағансы, сымһыҙ модем һатып алып, баланың уҡыуын күптән яйға һалырға булыр ине, тигән яуап, ысынлап та, был осраҡта иң дөрөҫө булды.
Инвалид бала тәрбиәләүсе әсәгә эш урынынан өҫтәмә ял көндәре бирелергә тейешме? Эйе, хеҙмәт ҡануны буйынса айына 4 көн өҫтәмә ял ҡаралған, тигән яуап яңғыраны. Әммә был ваҡытта уның вазифауи бурысын башҡарған икенсе хеҙмәткәргә өҫтәмә эш хаҡын кем түләй? Мәғариф системаһында килеп тыуған ошо сетерекле мәсьәләне өйрәнергә һәм хәл итергә ышандырҙы «тура бәйләнеш»тә ҡатнашыусылар.
Яҙмыш инвалид коляскаһына ултырырға мәжбүр иткән ҡатын бигерәк аяныслы хәлдә. Берҙән-бер хәрәкәт итеү сараһының сафтан сығыуы арҡаһында I төркөм инвалидының көнитмеше карауатҡа бәйле бөгөн. Шәхси реабилитация программаһы буйынса уға яңы коляска тәғәйен булһа ла, мәсьәлә шунда: быға тиклем ауырыуға электр ярҙамында ҡуҙғалыусы коляска бирелһә, яңы ИПР-ында ябай техника ҡаралған. Ә инвалид ҡатындың уға идара итерлек көсө лә, хәле лә юҡ. «Шәхси реабилитация программаһын үҙгәртеү процедураһы ауыр түгел, — тине поликлиника мөдире З. М. Досманова, — участка терапевтынан төҙәтеү индертеп, Сибайҙағы комиссиянан раҫлаттырырға кәрәк буласаҡ».
Юлдаштан инвалид бала тәрбиәләүсе, үҙенә лә сәләмәтлек хәле буйынса инвалидлыҡ бирелгән әсә район үҙәгендә бүлмә булмаҫмы, тип ҡыҙыҡһынды. Сөнки улар туғандары янына һыйынып, бер ҡыйыҡ аҫтында 9 кеше йәшәй һәм торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждар категорияһына ҡарай. Өҫтәүенә ауылда укол ҡаҙатырлыҡ та кеше юҡ, шуға көн дә тиерлек Асҡарға дауаханаға йөрөргә мәжбүр әсәле-ҡыҙлы был икәү. Иң яҡшыһы — инвалид бала тәрбиәләүсе булараҡ, бушлай ер алыу хоҡуғығыҙҙы файҙаланыу һәм йорт төҙөү, тип аңлаттылар мөрәжәғәт итеүсегә. Яҡын арала Юлдашта фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй башлаясаҡ, фельдшер менән 5 йылға килешеү төҙөлгән, тимәк, медицина ярҙамы артынан юл йөрөү кәрәк булмаясаҡ.
Иҫке Балапан ауылынан шылтыратыусы — коляскала йөрөргә мәжбүр улын собес бинаһына индереү ауырлығын үҙ иңендә даими татыған әсә. Пен-сия, пособие-ташламалар һәм юлламаларҙы ошо бинала урынлашҡан ойошмаларҙа юллайбыҙ, инвалидтар күҙ төбәп торған социаль үҙәк ҡасан «Уңайлы мөхит» программаһы шарттарына яуап бирер, тигән һорауҙы Раҡыя Аҙнабаева беренсе тапҡыр күтәрмәй. Мәсьәлә көнүҙәк һәм киҫкен. Был хаҡта гәзиттә лә яҙып сыҡҡаныбыҙ булды. Социаль хеҙмәттәр етәкселәренең үҙҙәренә төбәп әйтелгән шәхси мөрәжәғәттән һуң, бәлки, боҙ ҡуҙғалыр. Быйыл өлгөрмәһәләр ҙә, киләһе йылда ҡаршылыҡтар бөтөрөлөр һәм бер йылдан Халыҡ-ара инвалидтар көнө уңайынан уҙғарылған традицион «тура бәйләнеш»тә ошо рәхимле эш өсөн рәхмәт һүҙен ишетергә яҙһа ине…