+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Декабрь 2016, 13:43

«Өс тағандың өс терәүе — олатай, атай һәм мин…»

«Джентльмен — Өс таған-шоу» бәйгеһе, икенсе тапҡыр ғына уҙыуына ҡарамаҫтан, үҙ тамашасыһын тапты.

«Джентльмен — Өс таған-шоу» бәйгеһе, икенсе тапҡыр ғына уҙыуына ҡарамаҫтан, үҙ тамашасыһын тапты. Шулай булмай ни — бер-береһенә лайыҡлы дәғүәсе булған иң дәртле, иң сәмле, иң берҙәм ғаиләләр өс тағаны — олатай, атай һәм ул бергәләп сәхнәгә көн дә сыҡмай бит әле…

Ысын джентльмен тигән төшөнсә Англияла барлыҡҡа килгән һәм фәҡәт өсөнсө быуын джентльмендар ғына был почетлы исемде йөрөтөргә хаҡлы булған. Ҡәтғи лә, рәсми лә инглиз этикеты буйынса түгел, ә үҙебеҙсә, хатта милли үҙенсәлектәребеҙгә өҫтөнлөк биргән, шуға ла «Джентльмен — Өс таған-шоу» исемен алған сарала өс быуын ысын башҡорт ир-егеттәре ҡатнашты. Әлбиттә, ысын джентльмендарға хас манералар, аксессуарҙар ҙа онотолманы. Сәхнәгә килешле костюм, цилиндр формаһындағы эшләпә кейгән, «күбәләк» галстук таҡҡан бәләкәй джентльмендар-ҙың ҡул таяҡтарын өйрөлтөп, бейеп килеп сығыуы менән үк конкурстың ҡыҙыҡлы һәм ҡыҙыу буласағы билгеле ине.

Артабан малайҙар үҙҙәре тураһында һөйләне һәм ғаилә өс тағаны менән таныштырҙы. Ысын ир-егеттәр һынауында ҡатнашырға һәм еңергә тигән маҡсат менән район бәйгеһенә Таштуйҙан аталы-уллы Сәлиховтар, Хәлилдән Сәйфуллиндар, Амангилденән Шаһыбаловтар, Йәнгелдән Шакировтар, Ҡушыйҙан Суфияновтар, Асҡарҙан Кинйәбулатовтар һәм Красная Башкириянан Зариповтар килгәйне.

Әйтергә кәрәк, конкурс сиктәрендә өс быуын ир-егеттәрҙең оҫталығын, ғаилә кәсептәрен сағылдырған күргәҙмә лә ойошторолдо. Атай һәм олатайҙар бигерәк маһир булып сыҡты. Ағастан яһалған йорт йыһаздары, туҙҙан әйберҙәр, сувенирҙар, бәйләнгән миндек, селек һеперткеләр бар ине. Балыҡсы ла икән үҙҙәре! Үҙ ҡулдары менән һалған сынъяһау йорттарын күрһәгеҙ икән, быға тиклемге мәҡәләләрем геройҙары булараҡ уларҙың күптәренең күркәм, төҙөк өйҙәрендә булырға яҙҙы. Йәл, сикһеҙ оҫталыҡты күргәҙмә майҙанында ғына сағылдырып бөтөп булмай шул. Ә шулай ҙа тамаша ҡылыусыларға күптән төрлө техника механизмдарынан үҙйөрөшлө тракторҙар йыйыу менән шөғөлләнгән Илгиз Кинйәбулатовтың үҙе ҡорған мини тракторын күреү бәхете йылмайҙы. Үәт, исмаһам, оҫта! Атайҙан күргән — уҡ юнған, ти халҡыбыҙ. Малайҙар ҙа ҡалышманы, киләсәктә тормошҡа ашырыр хыялдарын әлегә сағыу һүрәттәрҙә һәм пластилин һындарҙа сағылдырҙы.

Джентльмендар аҡыл камиллығы яғынан да айырылып торорға тейеш. Жюри атайҙарға төрлө өлкәләр буйынса һорауҙар биреп, уларҙың интеллект кимәлен тикшерҙе. Һынатманы урта быуын джентльмендар, бигерәк йомробаш икәндәр, команда иҫәбенә биш-алтышар мәрәй килтерҙеләр. Олатайҙар өлөшөнә хас ысын джентльмендарса итеп, гүзәл заттарҙы бейергә саҡырыу, уларҙы вальс тулҡындарында өйрөлтөп алып йөрөтөү һәм музыка тамамланғас, рәхмәт белдереп, кире урындарына оҙатып ҡуйыу бурысы төштө. Джентльмен олатайҙарға ледиҙар тамашасылар залынан һайлап алынды. Заһир Хызыров башҡарыуындағы «Ҡышҡы романс» аҫтында үтә хисле, матур бейеү күңелдәргә май булып яғылды.

Ижади бәйгелә малайҙарҙың сығышы баһаланды, атай-олатайҙар тарафынан ярҙам һәм трио сығыштар хупланды. Илһам, Ислам, Ибраһим Сәлиховтарҙың «Беҙ Таштуйҙың шәп егеттәре» тип йырлауҙарына бер нисек тә килешмәҫлек түгел. Сағыу тауышлы, илһөйәр Денис Сәйфуллин «Минең Ватаным» тип моңланды. Азамат, Руслан, Акрам Шаһыбаловтар өҙҙөрөп башҡорт ир-егеттәре бейеүен башҡарҙы, «Бер тигәс тә ни яман?» тип әйтеш әйтеүҙә телгә маһирлыҡтарын күрһәтте. Динир Шакиров үҙен шәп әртис итеп танытты — йырланы ла, сәхнә тултырып бейене лә. Матрос кейемендәге Арыҫлан Суфиянов «Олатайым моряк булған» тип олатаһына дан йырланы. Ренар һәм Илгиз Кинйәбулатовтар Дим Мәннән репертуарынан «Һаумы, әсәй!» йыры менән йөрәктәргә үтеп инеп, үҙҙәре өсөн залда янып-көйгән ғәзиз әсәйҙәренә гөлләмәләр бүләк итте. Айсыуаҡ, Азамат, Ринат Зариповтар ҙа йыр-бейеүгә маһир булып сыҡты.
«Мин буласаҡ һалдат» парадында буласаҡ ил һаҡсылары атай-олатайҙары менән тигеҙ сафтарға теҙелеп, район мәҙәниәт һарайының тынлы оркестры оҙатыуында маршҡа баҫты.

Әле генә һалдат булып ғорур атлаған малайҙар киләһе һынауҙа ғәмһеҙ, бәхетле бала саҡтарына әйләнеп ҡайтты. «Джентльмендар күҙлегенән стилле кейемдәр» тип аталған дефиле-шоуҙа модалы трендтарға эйәреп, зауыҡлы кейенгән, килешле хәрәкәттәре менән арбаған күңелсәк замана малайҙарына ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел ине. Был һынауҙы жюри юғары баһаланы. Миңә ҡалһа, «бишле»ләрҙең ҡап яртыһын балалары өсөн ваҡыттарын да, аҡсаларын да йәлләмәгән атай-әсәйҙәргә ҡуйыр инем.

Конкурс тамам. Иҫәпләү комиссияһы һәр бәйге һайын мәрәйҙәрҙе һанап, тамашасылар иғтибарына еткереп барһа ла, кемдәрҙең еңеүсе буласағын аныҡ ҡына билдәләп булмай ине. Сөнки бөтә өс тағандар ҙа бер тигеҙ тигәндәй алға барҙы. Иң башта интернет-бәйгегә йомғаҡ яһалды. «Инфинити» реклама агентлығының һәм жюри рәйесе Илнур Нөғәмәновтың махсус бүләгенә иң күп тауыш йыйған Сәлиховтар өс тағаны лайыҡ булды. Бәйге йомғаҡтары буйынса Зариповтар, Суфияновтар һәм Шакировтар номинацияларҙа билдәләнһә, Сәйфуллиндар — өсөнсө, Сәлиховтар — икенсе, Кинйәбулатовтар беренсе урынға лайыҡ тип табылды. Ә гран-приҙы Шаһыбаловтар өс тағаны (һүрәттә) яуланы.

Рухлы, сәмле һәм тамашасы өсөн яңылыҡ булған ысын ир-егеттәр шоуында булмай ҡалғандар киләһе йыл бәйгегә мотлаҡ килһендәр, бөгөнгө репортаж геройҙары кеүек ныҡлы өс тағандар булһа — ҡатнашһындар ине. Проект етәксеһе һәм бәйгене ойоштороусы район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Гөлшат Шәйәхмәтоваға һәм уның командаһына рәхмәт әйтеп, киләсәктә мәҙәниәтселәребеҙҙән тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ сара-бәйгеләр көтөп ҡалабыҙ.

Читайте нас: