+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Декабрь 2016, 13:36

Яуап та, кәңәш тә алдылар

Район хакимиәте башлығы Рим Сыңғыҙов сираттағы «тура бәйләнеш»тә халыҡты борсоған һорауҙарға яуап бирҙе.

Район башлығының урынбаҫарҙары, ойошма-предприятиелар етәкселәре ҡатнашҡан сара бер сәғәт дауам итте һәм ошо ваҡыт эсендә Рим Һатыбал улы 23 һорауға яуап бирергә өлгөрҙө.

Шылтыратыусылар киҫкен һорауҙар күтәрмәһә лә, көнүҙәк мәсьәләләргә ҡағылды һәм үҙ һорауҙарына тейешле яуап йә кәңәш алды.

Күсем руднигы ауылында почта эшләмәүе тураһында хәбәр итеүсе депутатҡа: «Был һорау аҙна — ун көн эсендә хәл ителәсәк, мәсьәлә почта селтәрендә начальниктар алышыныуға бәйле», — тип яуапланы Р. Сыңғыҙов. Ошо уҡ ауылдан мөрәжәғәт иткән 70 йәшлек пенсионер үҙе йәшәгән йорттоң ҡыйығына ремонт талап ителеүе хаҡында һөйләне. Һорауҙы хакимиәттең төҙөлөш өсөн яуаплы комиссияһы урынға сығып тикшерәсәк.

Хәмиттән шылтыратҡан уҙаман ауылда газ булмау сәбәпле ЕДК түләнмәүе хаҡында әйтте. Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау бүлеге уның һорауын контролгә алды.

Әбйәлил ауылында йәшәүсе ҡатын 12 йорттан торған урамда бер генә лә лампочка булмауы, иртәле-кисле дөм-ҡараңғыла йөрөргә мәжбүр булыуҙары тураһында һөйләне. Бындай һорауҙар — урындағы биләмә хакимиәте ҡарамағында.

Амангилде ауылынан бәйләнешкә сыҡҡан ҡатын балалар баҡсаһы эшен йәйгеһен, исмаһам, бер айға булһа ла оҙайтып булмаҫмы, тип ҡыҙыҡһынды. «Әгәр бәләкәстәрҙе баҡсаға даими йөрөтһәгеҙ — мөмкин», — тип яуапланы мәғариф бүлеге начальнигы В. Зәйнуллин. Ошо уҡ шылтыратыусы башлыса мал аҫрап көн күргән тау-урман төбәге халҡы өсөн яҡын тирәлә берәй ит тапшырыу пункты булдырылмаҫмы, тип көнүҙәк һорауҙы күтәрҙе. Үкенескә ҡаршы, хәҙер район үҙәгендә ит әҙерләү контораһы ла, ит заводы ла юҡ, шуға продукцияны йә Магнитогорск, йә Белорет ҡалаһына илтеп һатыуҙан башҡа сара ҡалмай.

Рәхмәт ауылынан шылтыратҡан уҙаман: «Улым I төркөм инвалиды, шуға «Өй комплекты» программаһына нисек эләгергә?» тип һораны. Уның һорауын капиталь төҙөлөш бүлеге етәксеһе А. Фәттәхов тикшерәсәк һәм яуап бирәсәк. Был ағай шулай уҡ ауыл эргәһенән ер алһам, малсылыҡ менән шөғөлләнер инем, тигәс, Рим Һатыбал улы уға үҙенең беренсе урынбаҫары Ғ. Н. Солтанов менән бәйләнешкә сығырға һәм «Эш башлаусы фермер» программаһына яҙылырға тәҡдим итте. Рәхмәттән тағы бер шылтыратыусы клубҡа ремонт ҡасан башланыр, тип ҡыҙыҡһынды һәм Яйҡар ауылына интернет бәйләнеше булмаҫмы икән, тип һораны. Әммә интернет үткәрергә те-ләүселәр һаны 40-ҡа тулмаһа, «Башинформсвязь» матди яҡтан файҙаһыҙ проектҡа тотонмай, тип белдерҙеләр уға.

Магнитогорскиҙа йәшәүсе ир баҡса үҫтереү өсөн Көнсығыш-2 биҫтәһенән ер алырға теләй икән. Әммә уға, йәшәү урыны районда булмау сәбәпле, кире яуап ҡайтарылған. «Ни өсөн мин ерҙе ҡуртымға ала алмайым?» — тине ул. «Ҡуртымға ер алырға теләһәгеҙ, ауыл биләмәһе хакимиәте үткәргән аукциондарҙа ҡатнашығыҙ», — тип яуапланы район башлығы. Асҡарҙан һәм Ташбулаттан шулай уҡ ергә бәйле һорауҙар менән мөрәжәғәт итеүсе йәштәр ҙә Р. Сыңғыҙовтан аныҡ яуап алды.

Асҡарҙың Комсомол, Юбилей урамдарында йәшәүсе ололар исеменән нисә йыл инде бәләкәйерәк аҙыҡ-түлек магазины һорап мөрәжәғәт итәләр. Иҡтисади үҫеш буйынса урынбаҫар Р. Латипова әйтеүенсә, бер нисә аукцион уҙғарып ҡарағандар, әммә был урында сауҙа нөктәһе асырға теләүсе табылмаған.

Байым мәктәбен быйыл тамамлаясаҡ, яҡшы билдәләргә генә өлгәшкән улына медицина университетына маҡсатлы йүнәлтмә алыу мөмкинлеге хаҡында һорашты бер ҡатын. «Йүнәлтмә алыуға ғаризаны киләһе йыл башынан үҙәк дауахананың баш табибы исеменә яҙып ҡуйығыҙ, — тине Рим Һатыбал улы. — Сығарылыш класы уҡыусылары араһында йүнәлтмә өсөн конкурс уҙғарыла».

Чернобыль эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан ир-егеттәр ойошмаһын етәкләүсе, әле дауаханала операция көтөп ятҡан, Батырлыҡ ордены кавалеры булған иптәшен баш ҡалаға алып барыуҙа матди ярҙам кәрәк ине, тип мөрәжәғәт итте. Үҙәк дауахананың баш табибы З. Ф. Сакаев: «Ауырыуҙың хәле бөгөнгә насарыраҡ, әммә иртәгә юлға сығырға торабыҙ. Юл сығымдары ла, операция ла — бушлай», — тип тынысландырҙы.

Хәмит ауылында яңыраҡ янғын сығып, ҡыш уртаһында бер ниһеҙ тороп ҡалған 82 йәшлек ҡайныһы өсөн борсолоп шылтыратыусы ҡатын, хакимиәт исеменән янғындан зыян күреүселәргә ниндәй ярҙам күрһәтелеүе хаҡында һорашты. «Янғын, унан күрелгән матди зыян һәм башҡа белешмәләрҙе туплап, хакимиәткә килегеҙ, беҙҙән аҡсалата ярҙам бүленһә, урман хужалығынан ағас юлларға мөмкин, ә ҡалған түләмдәр буйынса хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау бүлегенә мөрәжәғәт итергә кәрәк», — тип аңлатты Р. Сыңғыҙов.

Йәнгелдә йорт һалып сыҡҡан йәш ғаилә яңы урамға газ индереү һәм юл һуҙыу мөмкинлеге менән ҡыҙыҡһынды.

Мәхмүттән бәйләнешкә сығыусы эшләп йөрөгән пенсионерҙар ҡыҫҡартыламы, юғиһә йәштәргә урын юҡ, тип белеште. «Бөтә тармаҡтарҙа ла пенсионерҙарҙы ҡыҫҡартыу дауам итә. Пенсия йәше тулған кеше иң күбендә 56 йәшкә тиклем генә эшләй ала, артабан уны хаҡлы ялға оҙаталар», — тигән яуап алды ул. «Район үҙәгендә эшкә урынлашыу ауыр, айырыуса педагог һөнәре алғандарға», — тип шылтыратты тағы бер ҡатын. «Эйе, педагогтарға ҡытлыҡ юҡ. Етмәһә, киләһе йыл тағы 110 кешене ҡыҫҡартыу мәсьәләһе тора», — тип Рим Һатыбал улы, һөнәр буйынса булмаһа, башҡа эшкә лә ризалашырға кәңәш итте.

Красная Башкирия мәктәбендә уҡыусы балаларҙың ата-әсәләре исеменән яңы ҡаҙанлыҡ ҡуйылыуы һәм мәктәп йылыныуы өсөн рәхмәт белдереп, мөрәжәғәт итеүсе, киләһе йыл 50 йыллығын билдәләйәсәк белем усағына капиталь ремонт булмаҫмы, тип һорашты. «Мәктәптәрҙә ремонт дауам итә, киләһе йыл һеҙҙә спортзалды төҙөкләндереү планға алынған, әммә капиталь ремонтҡа әлегә финанс юҡ», — тип яуапланы район башлығы.

— Күреүегеҙсә, артыҡ киҫкен һорауҙар юҡ, халыҡтың мөрәжәғәттәре яйлап хәл ителә, һуңғы йылдарҙа хатта ҡабул итеүгә килеүселәр ҙә кәмене, — тине сараны йомғаҡлап Рим Һатыбал улы. — Тимәк, халыҡ йыйындары үҙ һөҙөмтәһен бирә, социаль һәм башҡа хеҙмәттәр, күп функциялы үҙәк нәтижәле эшләй. Әлбиттә, көрсөктән, башҡа насар күренештәрҙән ҡурҡып, бер ни эшләмәй, нисек бар, шулай йәшәп тик ятырға булыр ине. Әммә эш алып барылырға, халыҡ мәнфәғәттәре күҙәтелергә тейеш. Һуңғы йылдарҙа Әлмөхәмәт, Урал, Сиҙәм ауылдарында күләмле эштәр дауам итә. Бынамын тигән дауахана, балалар баҡсаһы сафҡа инде, мәктәп күҙгә күренеп үҙгәрҙе, 48 метр оҙонлоҡтағы күперҙе киләһе йыл сафҡа индерәсәкбеҙ. Ашаған белмәй, тураған ғына белә тигәндәй, был ҡаҙаныштарҙың артында күпме хеҙмәт, ҡул көсө, килешеүҙәр ята…

Рим Һатыбал улының сығышын ҡеүәтләп, Әбдрәштән шылтыратыусы Рәйсә Сабитованың һүҙҙәрен килтерергә мөмкин: «Ҡасан ғына мөрәжәғәт итһәк тә, иғтибарһыҙ ҡалдырмайһығыҙ, төпкөл ауылдарҙы ла, үҙәкте лә бер тигеҙ ҡарап, районды төҙөкләндереүгә, халыҡтың йәшәү һәм эш шарттарын яҡшыртыуға ҙур өлөш индерҙегеҙ. Артабан да эштәрегеҙ уң барһын, уй-ниәттәрегеҙ тормошҡа ашһын».

Читайте нас: