+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Ғинуар 2018, 12:21

Ғүмерҙәре матур йыр кеүек...

Әбделғәзе клубында ғәҙәттәгесә йәнлелек. Тамашасыларҙың йөҙҙәре шат балҡый, кескәйҙәр сыр-сыу килә. Күңелдәрҙе елкендереп талғын ғына көй ағыла: «һауаларҙа осҡан ике аҡҡош, айырылмайса йәшәр гел бергә...» Ә инде байрамса биҙәлгән сәхнә түрендә үҙҙәренең алтын туйын билдәләүсе, пар күгәрсендәрҙәй татыу, матур ғүмер кисергән Әлниса һәм Ватан Әминевтар урын алған.

Әбделғәзе клубында ғәҙәттәгесә йәнлелек. Тамашасыларҙың йөҙҙәре шат балҡый, кескәйҙәр сыр-сыу килә. Күңелдәрҙе елкендереп талғын ғына көй ағыла: «һауаларҙа осҡан ике аҡҡош, айырылмайса йәшәр гел бергә...» Ә инде байрамса биҙәлгән сәхнә түрендә үҙҙәренең алтын туйын билдәләүсе, пар күгәрсендәрҙәй татыу, матур ғүмер кисергән Әлниса һәм Ватан Әминевтар урын алған.

Хоҙай тарафынан үҙҙәренә тәғәйен яҙмыш һынауҙарын лайыҡлы үтеп, иңдәренә төшкән заман, тормош ауырлыҡтарын бергә күтәреп, әсе һағыш-ҡайғыларҙы бергә йотоп, бәхетле мәлдәренә лә бергә һөйөнөп, ҡулға ҡул тотоношоп ярты быуат бергә уҙған йылдарын илаһи бер матур йыр иткән алтын парға һоҡланмау мөмкин түгел. Уларҙың ғаилә ҡороу тарихы бик үҙенсәлекле.

1967 йылдың 5 декабре. Мәктәпте тамамлағас, ҡалала эмаль цехында эшләп йөрөгән ҡыҙ ялға ауылға ҡайта. Тап ошо көндә көҙгөһөн әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡан, колхозда тракторсы булып йөрөгән Ватан, ҡыҙҙы кәләшлеккә һоратып, яусы ебәрә. Һәм шул уҡ көндә йәштәрҙе никахлаштырып та ҡуялар. «Бына шулай, бер ауылда тыуып-үҫеп, бер урамда йәшәһәк тә, бер тапҡыр ҙа осрашып, биш минут та һөйләшеп ҡарамаған кешегә кейәүгә сыҡтым да ҡуйҙым», — тип көлөп хәтерләй Әлниса апай.

Ғаилә башлығы, Ватан Рәшит улы, ишле ғаиләнән, арҙаҡлы сәсән Шафиҡ-Тамъяни нәҫеленән. Тыныс холоҡло, әҙ, әммә йор һүҙле, мәҙәк кеше ул Ватан ағай. Йәштән спортты үҙ иткәнгә күрә ул һаман да еңел, тура кәүҙәле, етеҙ хәрәкәтле. Армияла хеҙмәт иткәнендә хәрби часть данын еңел атлетика буйынса яҡлаған кеше. Был турала уның шул осорҙа алған күп һанлы маҡтау ҡағыҙҙары һөйләй. Ғүмер буйы һайлаған һөнәренә тоғро ҡалып, 40 йыл колхозда механизатор булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан. Үҙ эшенә оло яуаплылыҡ менән ҡараған, техниканы яҡшы үҙләштергән Ватан ағайҙың ҡорос аты ҡар-буранлы ҡыштарҙа ла, ҡара һыуыҡ көҙҙәрҙә лә һәр саҡ төҙөк була. Әле лә уның хужалығында шәхси тракторы бар.

Әлниса Йомағужа ҡыҙы ғаиләлә берҙән-бер күңел йыуанысы, наҙлыҡай булһа ла, бала саҡтан бар эшкә күнегеп, сос, егәрле ҡыҙ булып үҫә. Хәҙер ҙә ул бәйләү, сигеү, милли кейемдәр тегеү, селтәр-ҡашмау эшләү менән шөғөлләнә һәм ҙур оҫталыҡ, зауыҡ менән башҡара. Ауыл ҡатын-ҡыҙының тормошо бигерәк тә тынғыһыҙ. Иртә таңдан ҡараңғы төшкәнсә аяҡ өҫтөндә булыр кәрәк. Бер-бер артлы балалары тыуып, донъя мәшәҡәттәре арта торһа ла, эшкә талымһыҙ, һәр саҡ ихлас Әлниса апайға өйҙә ултырырға тура килмәй. Йәй көндәре йәш балаһын сәңгелдәге менән йөкмәп, өлкәнерәктәрен эйәртеп, бесәнгә йөрөргә лә, баҫыуҙа сөгөлдөр утарға ла, фермала һыйыр һауырға ла өлгөрҙө ул. Йәш сағынан йәмәғәт эштәрендә, ауыл, район, республика кимәлендә уҙғарылған сараларҙың уртаһында ҡайнап йәшәне, оҙаҡ йылдар ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһын, «Ғәлиә» фольклор ансамблен етәкләй. Конкурстарҙа, фольклор байрамдарында ҡатнашып, еңеп, маҡтау ҡағыҙҙары, дипломдар менән дә бүләкләнде.

Балалары тураһында һөйләгәндә Әминевтарҙың йөҙө яҡтырып китә. «Улар беҙҙең тормошобоҙ биҙәге, йәшәүебеҙ мәғәнәһе», — тиҙәр бер ауыҙҙан. Әлниса апай менән Ватан ағай дүрт ҡыҙ һәм бер улға ғүмер, матур тәрбиә биреп, уҡытып, һәр береһенә гөрләтеп туйҙар үткәреп, оло тормош юлына сығарғандар. Балалары ла ата-әсәһе өлгөһөндә үҙ көстәре менән тырышып-тырмашып донъя көтә. Бәхетле олатай һәм өләсәйҙең бөгөн 17 ейән-ейәнсәре, 2 бүлә-бүләсәре бар. Байрамдарҙа, ялдарҙа иркен, ҙур атай йорто уларҙың шат тауыштарына күмелә.

Көслө рухлы, күңелдәрендә гел изге уй-ниәттәр йөрөткән Әминевтар яҡындарына ла оло туғанлыҡ өлгөһө күрһәтеп йәшәй. Нигеҙ ҡотон ебәрмәй, һаҡлап, туған-тыумасаларын йыйып, ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп, нәҫел-нәсәптәрен теүәлләп, шәжәрә байрамдарын да үткәреп торалар.

Етенсе тиҫтәне уҙып барыуҙарына ҡарамаҫтан, Әминевтар йүгереп йөрөп донъя көтә, улар-ҙың өйө лә, ихатаһы ла ялт итеп тора. Кәртә тултырып мал, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, йәшелсәләрҙән мул уңыш йыйып алалар, йәйгеһен ишек алдары гөл-сәскәгә күмелә. Ғаиләнең тағы бер ярат-ҡан шөғөлө бар — йәй еттеме урмандан ҡайтып инмәйҙәр, емеш-еләк, бәшмәк йыйып һаталар.

Алтын туй тантанаһы уңайынан Әминевтарҙы ҡосаҡ-ҡосаҡ гөлләмәләр менән балалары, туғандары, ауылдаштары, Амангилде ауыл биләмәһенең ветерандар советы, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы вәкилдәре тәбрикләне. Урындағы хакимиәт башлығы М. Х. Фәхрисламов, ауыл биләмәһенең эштәр идарасыһы Р. Ә. Йәһүҙина үҙҙәренең ҡотлау һүҙҙәренә ҡушып, төбәк Башлығы Р. З. Хәмитовтың ҡотлау адресы һәм махсус бүләген тапшырҙы.

Ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе, клуб мөдире Әлфиә Ғәлләмова ҙур тырышлыҡ менән әҙерләп алып барған фәһемле, бай йөкмәткеле күңел кисәһе берәүҙе лә битараф ҡалдырманы. Уйландырған да, моңландырған да саранан тамаша ҡылыусылар «Нимә ул бәхет?» тигән һорауға тулы яуап тапты.

Бәләкәй генә Әбделғәзе ауылында 50-60 йыл бергә парлы ғүмер юлы үткән, күптәргә тормош һабағы булырлыҡ тиң, татыу ғүмер кисергән күркәм ғаиләләрҙең күп булыуы ҡыуаныслы. Уларҙың үткәне яҡты, бөгөнгөһө бәхетле, ярты быуат элек ҡабыҙған ғаилә усаҡтары һаман булһа ла дөрләп янып, әйләнә-тирәләгеләргә йылыһын өләшә. Бәлки, бөгөнгө әбделғәзеләрҙең сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыуҙары, күптәренең иман юлында булыуҙары ошо мәртәбәле ғаиләләрҙең йәшәү өлгөһөнәндер...

Венера МАНСУРОВА, Амангилде ауыл биләмәһенең ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе.


Читайте нас: