+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Февраль 2018, 12:48

Ғаризалар ҡабул ителә башланы

18 мартта — Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау көнөндә йәшәү һәм теркәлеү урыны буйынса һайлай алмаусылар тауыш биреүҙең яңы тәртибе менән файҙаланасаҡ. Ошо хаҡта тулыраҡ аңлатыуҙы һорап, төбәк һайлау комиссияһы рәйесе Ғәйнетдин Зәйнетдин улы Ғиләжевҡа мөрәжәғәт иттек.

18 мартта — Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау көнөндә йәшәү һәм теркәлеү урыны буйынса һайлай алмаусылар тауыш биреүҙең яңы тәртибе менән файҙаланасаҡ. Ошо хаҡта тулыраҡ аңлатыуҙы һорап, төбәк һайлау комиссияһы рәйесе Ғәйнетдин Зәйнетдин улы Ғиләжевҡа мөрәжәғәт иттек.

— 31 ғинуарҙан һайлау көнөндә теркәлеү урыны буйынса тауыш бирергә килә алмаусыларҙан ғаризалар ҡабул итеү башланды. Ғаризаларҙы ҡайҙа бирергә мөмкин һәм уларҙы ҡабул итеү пункттары нисек эшләйәсәк?

— Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарарына ярашлы, Рәсәй Президенты һайлауҙарында ҡатнашыу өсөн һайлаусыларҙы исемлеккә индереү буйынса ғаризаларҙы ҡабул итеү буйынса 109 пункт асыла. Бынан тыш, ғаризаларҙы күп функциялы үҙәктең 74 филиалы һәм бүлексәһе аша тапшырырға мөмкин. Шулай уҡ дәүләт хеҙмәттәре порталы ғаризаларҙы ҡабул итәсәк. 25 февралдән участка комиссиялары ғариза ала башлаясаҡ.

Гәзит уҡыусылар шуға иғтибар итһендәр — ғаризаны һәр бер төбәк комиссияһында, күп функциялы үҙәктәрҙең бөтә филиалдарында һәм бүлексәләрендә бирергә мөмкин. Теркәлеү урыны буйынса ғариза ҡабул итәсәктәр тип яңылышмағыҙ.

— Ғаризала тауыш биреү өсөн участканы, йәғни һайлаусы 18 март көнөндә ҡайҙа һайларға теләй, шул урынды күрһәтергә тейеш. Әйтәйек, Асҡарҙа йәшәп, Өфөлә һайлау өсөн ғариза тапшырғанда, тауыш биреләсәк участка һанын һәм ҡайҙа урынлашыуын нисек белергә?

— Быны үҙ аллы эшләүҙең ике ысулы бар. Беренсенән, Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы сайтында «Рәсәй картаһында төбәк һайлау һәм участка һайлау комиссиялары» һылтанмаһы буйынса Президент һайлауҙарында эшләйәсәк һайлау комиссиялары урынлашҡан интерактив карта бар. Картаны асҡанда файҙаланыусынан уның ҡайҙалығын билдәләүгә рөхсәт алына. Был программа аша эргә-тирәлә урынлашҡан һайлау комиссияларының урынын ҡарарға мөмкин. Һайлаусылар исемлегенә өҫтәү өсөн ғариза биреүгә төбәк һайлау комиссияһы һәм контакт мәғлүмәтте шул рәүешле табырға була. Илдең башҡа төбәктәрендәге һайлау комиссиялары адрестарын да сайт аша эҙләп таба алаһығыҙ.

Икенсенән, Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһында мәғлүмәт-белешмә үҙәге эшләй. Шылтыратыуҙар 8-800-707-2018, 8 (495) 727-20-18 телефон һандары аша ҡабул ителә. Операторға мөрәжәғәт итеүсе һайлау көнөндә булырға тейешле адресын әйтә. Бының буйынса яҡында урынлашҡан участка комиссияһы билдәләнә. Шулай уҡ мәғлүмәт-белешмә үҙәге аша ғариза яҙыу өсөн комиссияның адресын һәм телефон һандарын белергә була.

Бөтә кәрәкле мәғлүмәтте Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы сайтында http://bashkortostan.izbirkom.ru/ табырға мөмкин.

Беҙҙең районда Президент һайлауҙарында исемлеккә индереү буйынса ғаризалар ҡабул итеү пункттары Асҡар, Ленин урамы, 41, 102-се кабинетта (төбәк һайлау комиссияһы) урын-лашҡан. 31 ғинуарҙан 12 мартҡа тиклем эш көндәрендә төбәк-һайлау комиссияһы 16 сәғәттән 20 сәғәткә тиклем, ял көндәрендә 10-дан 14 сәғәткә тиклем эшләй. Тыныслыҡ урамы, 1 адресы буйынса күп функциялы үҙәк бүлексәһе эш көндәрендә ғаризалар ҡабул итә.


Читайте нас: