+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Февраль 2018, 14:09

Заманса мөхит булдырыласаҡ

«Заманса ҡала мөхитен булдырыу» проектына райондың ун ауыл биләмәһе ҡушылды. Положениеға ярашлы был проектта халҡы бер меңдән ашыу булған ауыл биләмәләре ҡатнаша ала.

«Заманса ҡала мөхитен булдырыу» проектына райондың ун ауыл биләмәһе ҡушылды. Положениеға ярашлы был проектта халҡы бер меңдән ашыу булған ауыл биләмәләре ҡатнаша ала.
«Заманса мөхит булдырыу» программаһы сиктәрендә Әлмөхәмәт ауыл биләмәһенең Сиҙәм ауылында, Байымда, Красная Башкирияла, Михайловкала (Таштимер) Йәнгелдә берәр йәмәғәт биләмәһен һәм берәр йорт янын төҙөкләндереү ҡарала.
Байымда, Гусевта, Ташбулатта, Хәлилдә, Ишҡолда (Рауил ауыл биләмәһе) берәр йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү күҙаллана.
Район үҙәге Асҡарҙа иһә бер йәмәғәт биләмәһенә ҡушып ике йорт яны төҙөкләндереләсәк.
Дөйөм алғанда, программа сиктәрендә 48994,58 кв.м майҙанда 6 йорт яны биләмәһен, шулай уҡ скверҙар, парктар һәм стадиондарҙы индереп, ун йәмәғәт биләмәһен (63942,78 кв.м) төҙөкләндереү планлаштырыла.
Читайте нас: