+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Февраль 2018, 12:33

Уңғандарын данланы тыуған ер

Район предприятиелары, ойошмалары һәм учреждениеларының, ауыл биләмәләренең, йәмәғәт берекмәләренең 2017 йылғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды

Район предприятиелары, ойошмалары һәм учреждениеларының, ауыл биләмәләренең, йәмәғәт берекмәләренең 2017 йылғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды.

Йолаға әйләнгән тантаналы йыйылышта хеҙмәт алдынғылары тәбрикләнде. Сараны асып, район башлығы Р. Һ. Сыңғыҙов үткән йыл йомғаҡтары буйынса доклад менән сығыш яһаны. Башлыҡ 2017 йылды Әбйәлил эшһөйәрҙәре тарих биттәренә лайыҡлы оҙатты тип билдәләне, ауыл хужалығы, төҙөлөш, төҙөкләндереү, эшҡыуарлыҡ өлкәләрендәге ҡаҙаныштарҙы барлап, район кимәлендә тормошҡа ашырылған проекттарға юғары баһа бирҙе.

– Ағымдағы йылда ла районды социаль-иҡтисади үҫтереүҙә ыңғай тенденцияларҙы һаҡлау, өлгәшелгәндәрҙе арттырыу зарур. Йыл көсөргәнешле: алда мөһим сәйәси ваҡиғалар – һайлауҙар тора. Шул уҡ ваҡытта Әбйәлил мәнфәғәтенә ең һыҙғанып тырышып эш-ләргә кәрәк, – тине Рим Һатыбал улы.

Тантанала БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Р. Т. Аҙнабаев ҡатнашты. Ул 2017 йылды уңышлы тамамлаусы әбйәлилдәргә республика Башлығы Р. З. Хәмитовтың, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе К. Б. Толкачевтың һәм Ҡоролтай депутаттарының ҡотлау сәләмен еткерҙе. Румил Тәлғәт улы республика өсөн дә уҙған йыл тотороҡло булыуын, агросәнәғәт эшсәндәренәң рекордлы уңыш йыйыуын һәм башҡа өлкәләрҙәге ҡаҙаныштарҙы барланы. Ағымдағы йылға билдәләнгән маҡсаттарҙан тыш, яҡын киләсәктә буласаҡ мөһим ваҡиғаларға туҡталып, 2020 йылда Башҡортостанда уҙасаҡ Фольклориадала әбйәлилдәр үҙҙәрен бөтә донъяға танытыр әле, тигән ышаныс белдерҙе.

Бүләкләүҙәр тантанаһы хеҙмәт коллективтарын тәбрикләүҙән башланды. Алдынғыларға дипломдар һәм аҡсалата премияға сертификаттар тапшырғанда Рим Һатыбал улы һәр предприятие һәм ойошманың хеҙмәт ҡаҙаныштары тураһында бер-ике кәлимә йылы һүҙ әйтте. Малсылыҡ буйынса иң яҡшы ауыл хужалығы предприятиеһы тип та-нылған «Красная Башкирия» АХК-һы бөгөн республикала маяҡ хужалыҡтарҙың береһе, уның тәжрибәһен хатта сит төбәктәрҙән килеп өйрәнәләр, тине ғорурлыҡ ҡатыш һоҡланыу менән. Крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Ураҙбай Юлдыбаевты фиҙаҡәрлеге өсөн маҡтаны, иң яҡшы мәҙәниәт учреждениеһы исемен яулаусы Ташбулат мәҙәни-ял үҙәге директоры Зөлфирә Моратшинаның тырышлығын ҡеүәтләп: «Зөлфирә етәкләгән урында эш алға китә», – тип хупланы. Хеҙмәтләндереүсе ойошмалар араһында еңеүсе булған район юл ремонт-төҙөлөш идаралығы коллективының хеҙмәте юлдарҙың төҙөклөгөндә сағылыуын, Әлмөхәмәт ауыл биләмәһен социаль-иҡтисади күрһәткестәрҙе яҡшыртыуға өлгәшеү, үҙкилемдәр планын арттырып үтәү, енәйәтселекте кәметеүҙән тыш, ҡар ятҡансы һәр ауылда йәмәғәт көтөүен ойошторған өлгөлө биләмә тип нарыҡланы. Районда эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә ҙур өлөш индергән, Ҡырҙаста клуб төҙөү буйынса ППМИ проектын бойомға ашырыуҙа ҡатнашҡан Айрат Әминев, йәмәғәт ойошмаларынан йәштәрсә дәрт менән гөрләп эшләгән Хәлил ауыл биләмәһенең ветерандар советы, шулай уҡ Иҙәш Ҡусҡары ауылының әүҙем йәмәғәтсеһе – ауыл старостаһы Хаммат Динисламов өлгөлө шәхси хужалыҡ башлығы булараҡ айырым баһалап үтелде.

2017 йыл йомғаҡтары буйынса һөнәре буйынса иң яҡшыһы тип табылыусылар хеҙмәттәре өсөн лайыҡлы хөрмәтләнде. Р. Һ. Сыңғыҙов көтөүсе хеҙмәтен юғары күтәрҙе: «Бер көн көтөү көтһәң, ике көн мунса төшөп саҡ кеше булаһың, ә Күсем ауылынан Әхмәт Фәйезов арымай-талмай йәмәғәт көтөүен 9 йыл көтә», – тине ул. «Иң яҡшыһы» таҫмаһына лайыҡ булыусыларҙы, улар ниндәй генә өлкәлә хеҙмәт итмәһендәр, эш урынында ғына түгел, ғаиләлә һәм, ғөмүмән, тормошта алдынғылар булыуына ышанысым камил», тип ҙурланы башлыҡ.

РФ-ның һәм БР-ҙың ведомство наградаларын алыусылар ҙа үҙҙәренә шәхсән төбәп әйтелгән маҡтау һүҙҙәренә ҡойондо. Халыҡты иман юлына әйҙәгәне, рухи-әхлаҡи ҡиммәттәргә төшөндөргәне өсөн хөрмәтләнеүсе Ишҡол ауылының иман-хатибы Ибраһим Баһаувтың үҙ дәүерендә Калинин исемендәге колхоздың алдынғы механизаторы булыуы, хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградланыуы тураһында ла ишетеп белдек был тантанала. «Кеше иген-ит үҫтереп, икмәк ашап ҡына туҡ була алмай, рухи аҙыҡ та кәрәк», – район башлығының был һүҙҙәре Әбйәлилдең социаль-мәҙәни өлкәһен үҫтереүгә индергән тос өлөштәре өсөн иң яҡшылар рәтендә билдәләнеүселәргә инселәнде. «Байыҡ», «Ашҡаҙар таңдары» фестивалдәрендә еңеүле сығыштары өсөн өлкәндәр менән бер рәттән балалар ҙа район хакимиәтенең рәхмәт хатына һәм бүләгенә лайыҡ булды. Район мәҙәниәтен республика, ил кимәленә күтәреүсе талант эйәләренә киләсәктә лә хакимиәт кимәлендә ярҙам итәсәкбеҙ, тип вәғәҙәләне Рим Һатыбал улы.

Тантана уңайынан ҡуйылған концертты район мәҙәниәтенә хеҙмәт итеүселәрҙең иң сағыу йыр һәм бейеүҙәре менән бер ҡатарҙан сарала тәбрикләнеүсе Сәсмәүер» (Амангилде), «Әхирәттәр» (район мәҙәни-ял үҙәге) халыҡ фольклор, «Атауҙы» ир-егеттәр бейеү, «Суҡ муйыл» (Үтәгән) фольклор ансамблдәренең сығышы биҙәне. Тыуған еренең уңғандарын хөрмәтләгән ҙур байрамында яҡташтарыбыҙ – Башҡортостандың халыҡ артисы Римма Амангилдинаның, ижади пар Зилә һәм Хәсән Усма-новтарҙың ҡатнашыуы сараға ҙур мәртәбә өҫтәне.

Читайте нас: