+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Февраль 2018, 11:31

Ә иртәгә хеҙмәт юлы көтә...

Район хакимиәте етәкселәре Йәштәр йортонда студенттар менән осрашты.

Район хакимиәте етәкселәре Йәштәр йортонда студенттар менән осрашты.

Хәҙерге көндә ике меңдән ашыу Әбйәлил йәштәре илдең төрлө вуздарында белем ала. Мәскәүҙә 200-ләп студентыбыҙ бар, Санкт-Петербургта йөҙгә яҡын. Күпселек йәштәр Силәбе, Өфө, Магнитогорск, Сибай уҡыу йорттарында уҡый.

Осрашыуға килеүселәрҙе район хакимиәте һәм башлығы исеменән беренсе урынбаҫар Ғ. Н. Солтанов сәләмләне. Ғәлим Наил улы йәштәрҙе ауылға эшкә ҡайтырға саҡырҙы. Санк-циялар индерелгәне бирле илдә, республикала ауыл хужалығы продукцияһын етештереү күләмдәренең бермә-бер күтәрелеүен билдәләп, тармаҡта эшсе ҡулдарға, бигерәк тә юғары квалификациялы белгестәргә ихтыяж артыуын әйтте. Ауыл хужалығына ярҙам маҡсатында малсылыҡты, фермер хужалыҡтарын үҫтереүгә йүнәлтелгән төрлө программаларҙың ғәмәлгә ашырылыуы, тармаҡта эшләүселәрҙе социаль яҡлау, матди дәртләндереү саралары, шул иҫәптән дипломлы йәш белгестәргә күрһәтелеүсе дәүләт ярҙамы тураһында һөйләне.

— Район хужалыҡтарында зоотехниктар, ветеринарҙар етешмәй. Башҡа өлкәләрҙә лә йәш, инициативалы белгестәр кәрәк. Әлбиттә, хеҙмәт юлына аяҡ баҫыу менән берәү ҙә етәксе булып китмәй. Бер аҙ тәжрибә туплап, хеҙмәтегеҙҙә фиҙаҡәрлек, тырышлыҡ күрһәтһәгеҙ, һөнәри үҫеш тә оҙаҡ көттөрмәйәсәк, — тине Ғәлим Наил улы.

Район хакимиәтенең эштәр идарасыһы У. М. Хәлисов, социаль мәсьәләләр буйынса һорауҙар буйынса ла эште алып барыусы булараҡ, төрлө ҡалаларҙағы Әбйәлил студенттары берлектәре менән тығыҙ бәйләнеш булдырыуҙарын бәйән итте.

— Хәҙерге заманда уҡыйым тигән йәштәргә мөмкинлектәр ҙур, өҫтәмә һөнәрҙәр алырға була. Юғары белем биреү системаһы ла яңыса үҙгәртеп ҡоролдо. Шулай ҙа бакалавриат тамамлаусыларҙы, әгәр мөмкинселектәре булһа, магистратурала уҡып бөтөп, тулы белемле белгес булып эшкә урынлашыуҙарын теләр инем, — тигән кәңәш бирҙе Урал Марат улы.

— Тормошоғоҙҙоң хыял-маҡсаттарға бай иң матур студент йылдарында йәшәүегеҙ менән бик бәхетлеһегеҙ. Йәшлектең гүзәл осороноң ҡәҙерен бе-леп, төплө белем алығыҙ. Уҡыу — бөгөн һеҙҙең төп эшегеҙ, ә иртәгә хеҙмәт юлы көтә, — тине район башлығының иҡтисади мәсьәләләр буйынса урынбаҫары И. Ә. Хәсәнов.

Район хакимиәтенең хоҡуҡи тәьминәт һәм кадрҙар менән эшләү бүлеге начальнигы И. Р. Ғүмәров районда ихтыяж булған эш вакансиялары менән таныштырҙы. Бөгөн районға табиптар һәм ауыл хужалығы белгестәре талап ителә. Илфат Рәфҡәт улы йәш белгестәргә күрһәтелеүсе дәүләт ярҙамы тураһында төплө аңлатты:

— Беҙҙә «Ауыл табибы» программаһы уңышлы эшләй, һуңғы йылдарҙа ауыл хужалығына эшкә ҡайтыусы 20 йәш белгес 100 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған дәүләт ярҙамын алды, шулай уҡ башланғыс хеҙмәт осоронда уларға ай һайын эш хаҡына ҡушып юғары белем дипломына эйә булыусыларға — 7, урта махсус белемлеләргә 5 мең һум күләмендә аҡса түләнә. Быйылдан бер тапҡыр бирелеүсе дәүләт ярҙамының күләме 500 мең һум тәшкил итә.

Төбәк һайлау комиссияһы рәйесе Ғ. З. Ғиләжев йәштәрҙе Президент һайлауҙарында ҡатнашып, гражданлыҡ бурысын үтәргә саҡырҙы. «Үҙеңде тап» йәштәр-үҫмерҙәр клубы директоры Г. С. Ишбулатова эшҡыуарлыҡты үҫтереү, бизнес проекттарын яҙырға өйрәтеү буйынса тиҙҙән Йәштәр форумы буласаҡ, тип хәбәр итте.

Йәштәр үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы бирҙе. Үкенескә күрә, осрашыуға килеүселәр араһында район ҡуш ҡуллап көткән буласаҡ табиптар ҙа, аграр университет студенттары ла булманы.

Осрашыуҙы, өй шарттарындағылай йылы, күңелле һәм тәмле итеп ойоштороуға йәштәр комитеты, йәштәр-үҫмерҙәр клубы, мәҙәни-ял үҙәге, «Тамъян» ҡулланыусылар йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре күмәк тырышлыҡ һалды. Йәш таланттарҙан Илмир Үҙәнбаев һәм Рияна Хәлимова сараны йыр-бейеүҙәре менән йәмләне. Алып барыусы Заһит Ғәбитов һәм педагог-психолог Миңһылыу Ильясова ҡыҙыҡлы уйын-викториналар үткәрҙе. Мәскәү студенты Илүзә Мерәҫова райондаштарына йырлы күстәнәс килтерҙе.
Читайте нас: