+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Февраль 2018, 11:49

Афғанстан — йөрәк яраһы...

15 февраль — Афғанстандан Совет ғәскәрҙәрен сығарыуға 29 йыл.

Район китапханаһында китапханасы Айгөл Тоҡомбәтова һәм шағирә Нуриҙә Илһамова афған һуғышы яугирҙәренә бағышлап сара үткәрҙе. Унда 1-се һанлы Асҡар урта мәктәбенең 10-сы класс уҡыусылары саҡырылды.

1979 йылдың 25 декабренән 1989 йылдың 15 февраленә тиклем барған афған һуғышында ил буйынса 13310 кеше һәләк була, 30 меңдән ашыуы ҡаты яралана, 300 тирәһе һалдат хәбәрһеҙ юғала. Афғанстандағы һуғышҡа беҙҙең райондан 157 егет ебәрелеп, бөтә-һе лә иҫән ҡайта. Шуларҙың 15-е орден-миҙалдар, ә 5-әүһе Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән наградлана. Ыуыҙ ғына көйө һуғыш упҡынына ташланған балаларҙың психикаһы, һаулығы ла ҡаҡшағандыр. Үкенескә күрә, яугирҙәрҙең яртыһы тиерлек тыныс тормошта мәрхүм булған.

Сара барышында Айгөл Афзал ҡыҙы афған яугирҙәре Йәмил Шаһимәрҙәнов, Хәлил Суфиянов, Илһам Баҡыев, Самат Фәхретдинов, Айҙар Әхмәтйәновҡа һүҙ бирҙе. Яугирҙәрҙең ҡот осҡос хәтирәләре тураһында йөрәкһеп һөйләгәнен бер кем дә тыныс ҡына тыңлай алманы.

— Армия беҙҙең заманда романтика ине. Армияға алынып, Төркмәнстанда 6 ай хәрби әҙерлек үткәс, беҙҙе Афғанстанға ебәрҙеләр. Ҡапылғара уйламаныҡ, ундағы тетрәнгес хәлде күргәс кенә аңланыҡ. Душмандар беҙҙе генә түгел, үҙ халҡын да аяуһыҙ ҡырҙы. Йоҡоһоҙ төндәр, ҡара төтөн, дары еҫе, сыҙап булмаҫлыҡ эҫе һауа, ҡом бураны 19-20 йәшлек хеҙмәттәштәрҙең үле кәүҙәһен тыуған илгә ҡайтарыу күҙ алдынан китмәй, — тип һөйләне эске эштәр бүлеге ветераны Самат Фәхретдинов.

Афғанстанда әле 70-се йылдар аҙағында феодаль ҡоролош, ярлылыҡ, наҙанлыҡ хөкөм һөрә. Улар үҙҙәренең ҡаты законы менән йәшәй. Кешене үлтереп, уның кәү-ҙәһенән мыҫҡыл итеү улар өсөн ғорурлыҡ һанала. Ун йыл дауам иткән мәғәнәһеҙ һуғышта беҙҙең илдән күпме егет аяҡ-ҡулһыҙ, күптәре цинк табутта ҡайта тыуған еренә, ә ата-әсәләрҙең ҡара ҡайғыһын әйтеп аңлатырлыҡ түгел. Йән-тән яралары бер ваҡытта ла онотолмай, ауыр хәтирәләр күңелдән юйылмай. Афған һуғышын үткән, хәҙер инде мәрхүм булған, Ишҡол ауылынан Ғайса Ирғәлин тураһында һеңлеһе Нәйлә һөйләне. Хаттарын ҡурҡыныс итеп яҙмаһа ла, беҙ ул һуғыштың ҡот осҡос икәнен аңлай инек, шуға күрә һәр хатын илай-илай уҡый торғайныҡ. «Хаттарын утҡа тығырға ҡуша ине. Армиянан ҡайтҡас оҙаҡ ваҡыт йоҡлай алманы, һәр шипкерткә тертләп, ҡолаҡ һалып, тирә-йүнен күҙәтеп ыҙаланы. Һуғыш ғәрәсәтен үтеп ҡайтып, юғары белем алып, эшләп йөрөгәнендә аяныслы үлеп ҡалыуы бигерәк ҡыйын булды, — тине түгелеп илап.

— Бөйөк Ватан һуғышы инвалиды ҡыҙы булараҡ, һуғыш һүҙенең шул хәтлем тетрәндергес икәнен атайым һөйләгәндәренән йөрәгем аша үткәргәнмен. Афған һуғышын ике туған ете ҡустым үтте. Китап яҙа башлауға уларҙың һөйләгәндәре һәм Учалы яҙыусылар ойошмаһы тәҡдиме көс бирҙе. Мәғлүмәттәр артынан күп йөрөргә тура килә. Мәҫәлән, бер егетте үлгән тинеләр, балаларын булһа ла күрәйем тип барғайным, яугир үҙе тере булып сыҡты. Шуға күрә һәр береһен үҙемә барып, күреп аралашыу мотлаҡ. Икенсе йыл афған һуғышы тамамланыуға 30 йыл буласаҡ, китапты өлгөртөргә ниәтләйем, — тип вәғәҙәләне Нуриҙә Юныс ҡыҙы.

Район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе Р. Ю. Рәхмәтуллин осрашыуға килгән биш яугиргә лә Рәхмәт хаты тапшырҙы. Хәрби комиссариат ветераны Р. К. Мостафин: «Бер ва-ҡытта ла илебеҙ исеменә тап тө-шөрмәгеҙ, армияға әҙерләнегеҙ», — тине егеттәргә мөрәжәғәт итеп.

Афған һалдаттарына бағышлап Нуриҙә Илһамова үҙенең шиғырҙарын уҡыны, 1-се һанлы Асҡар урта мәктәбе уҡытыусыһы Гөлфирә Рәхимова гитарала йыр башҡарҙы, туған тел уҡытыусыһы Зиниә Ғәлләмова сығыш яһаны.

Ил-йорт әле лә тыныс түгел. Унда-бында ҡәһәр һуҡҡыр һуғыш ҡубып тора. Ниңә кәрәк ул һуғыш, аңлашылмай. Үкенескә күрә, ҡаты бәғерле, көнсөл, байлыҡҡа, ергә туймаусылар, ҡан көҫәүселәр бар саҡта аяуһыҙ һуғыш бөтмәҫтер. Беҙҙең тыныс тормошобоҙ һағында тороусыларҙы хөрмәт итеп баш эйергә, улар менән ғорурланырға, данларға бурыслыбыҙ.

Читайте нас: