+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Февраль 2018, 11:25

Сиҙәмдә ҙур байрам

Урал урта мәктәбендә һуңғы йылдарҙа дауам иткән күп этаплы капиталь ремонт тамамланды. Тулыһынса реконструкцияланған белем усағын тантаналы асыу сараһында БР Хөкүмәтенең Премьер-министры Р. Х. Мәрҙәнов һәм объектты төҙөкләндереүҙә бағымсылыҡ ярҙамы күрһәткән, төҙөлөштө башҡарған ойошмаларҙан — «Башнефть» йәмғиәтенән, БР социаль маҡсатлы программмалар фондынан, республиканың капиталь төҙөлөш идаралығынан, «Союз» төҙөлөш компанияһынан мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты.

Урал урта мәктәбендә һуңғы йылдарҙа дауам иткән күп этаплы капиталь ремонт тамамланды. Тулыһынса реконструкцияланған белем усағын тантаналы асыу сараһында БР Хөкүмәтенең Премьер-министры Р. Х. Мәрҙәнов һәм объектты төҙөкләндереүҙә бағымсылыҡ ярҙамы күрһәткән, төҙөлөштө башҡарған ойошмаларҙан — «Башнефть» йәмғиәтенән, БР социаль маҡсатлы программмалар фондынан, республиканың капиталь төҙөлөш идаралығынан, «Союз» төҙөлөш компанияһынан мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты.

Сара ҡунаҡтарына иң башта яңыртылған мәктәп буйлап экскурсия ойошторолдо. Реконструкциялауҙың һуңғы этабына эләккән оҫтахана, башланғыс мәктәп һәм интернат урынлашҡан биналарҙың былтыр ғына ярым емерек хәлдә булыуына ышанырлыҡ түгел. Заманса төҫ алған, өр-яңы мебель менән йыһазландырылған уҡыу кабинеттары, ҡунаҡханалағылай зауыҡлы интернат бүлмәләре, уҡыусыларға уҡыу һәм йәшәү өсөн бөтә уңайлыҡтар ҙа булдырылыуы, ремонттың юғары сифатлы башҡарылыуы Рөстәм Хәбиб улында йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Экскурсия барышында ул уҡытыусылар менән әңгәмәләшергә өлгөрҙө, төрлө һорауҙар бирҙе һәм матур шарттарҙа яҡшы өлгәш һәм яңы ҡаҙаныштар теләне.

Бер уңайҙан мәктәп биләмәһендә яңы төҙөлгән боҙ майҙансығы ла тантаналы асылды. Сиҙәм һәм Атауҙы ауылдары хоккейсыларының байрам матчының тәүге шайбаһын Рөстәм Мәрҙәнов ташланы. Ҡунаҡтар хоккейсылар өсөн булдырылған йылы сисенеү бүлмәһен дә ҡараны.

Артабан тантанала ҡатнашыусылар 2012 йылдан дауам иткән капиталь ремонттың тәүге этабының һөҙөмтәһе булған төп уҡыу корпусына рәхим итте. Белем усағын сынъяһау итеүҙә ҙур хәстәрлек күргән республика һәм район етәкселеген, бағымсылар һәм төҙөүселәрҙе мәктәп коллективы, балалар һәм ата-әсәләр ихлас ҡаршыланы. Директор Ш. И. Әхмәтҡужина оҙатыуында бында ла спорт залын, ашхана һәм заманса йыһазландырылған уҡыу кабинеттарын ҡарап сыҡҡандан һуң тамашалар залында төп тантана уҙҙы.

Уҡыусылар тарафынан әҙерләнгән әҙәби-музыкаль сығышты ҡарағас, ҡунаҡтар президиумда урын алды.

— Ошондай матур, йылы, яҡты, заманса мәктәп тураһында оҙаҡ хыялландыҡ. Район башлығы Р. Һ. Сыңғыҙов 2009 йылда тәүге тапҡыр беҙҙең мәктәпте күргәс, капиталь ремонт эшләргә вәғәҙәләне һәм һүҙендә торҙо. Бының өсөн Рим Һатыбал улына рәхмәтебеҙ сикһеҙ. Күреүегеҙсә, бөгөн Урал урта мәктәбе районда ғына түгел, республикала иң күркәм һәм төҙөк белем усаҡтарының береһе. Баланы шәхес итеп үҫтереү өсөн бөтә шарттар булдырылды. Уҡыу сифатын күтәрергә, төрлө өлкәләрҙә уңыштар яуларға һүҙ бирәбеҙ. Сиҙәм балалары быға тиклем дә спортта дан ҡаҙанды. Бокс, кикбоксинг буйынса донъя, Рәсәй һәм Башҡортостан чемпионы титулына эйә уҡыу-сыларыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Милли көрәш, баскетбол буйынса еңеүҙәр яуланыҡ. Ә хәҙер беҙҙең мәктәптән билдәле хоккейсылар үҫеп сығыр, тип ышанабыҙ, – тине мәктәп директоры Шәүрә Ильяс ҡыҙы.

— Биш йыл дауам иткән капиталь ремонттың, ниһайәт, тулы һөҙөмтәһен күреүемә шатмын, — тине район башлығы Р. Һ. Сыңғыҙов. — 1954 йылда төҙөлгән мәктәптең хәҙерге торошо ҡәнәғәтләндерерлек түгел һәм сиҙәм төбәгендәге һигеҙ ауылдан 360 балаға белем биреүсе база мәктәбенә ҙур ремонт талап ителә ине. Беҙ быны атҡарҙыҡ, ә хәҙер һеҙҙән һаҡсыл мөнәсәбәт һәм уҡыуҙа уңыштар көтәбеҙ.

Р. Х. Мәрҙәнов мәктәптең өр-яңы йөҙөндә асылыуы уңайынан республика етәкселегенең ҡотлау сәләмдәрен еткерҙе. Башҡортостандың 100 йыллығын ҡаршылап республикала бихисап социаль объекттар төҙөләсәк, ә иң ҙур иғтибар мәктәптәр һәм балалар баҡсалары һалыуға йүнәлтеләсәк, шул иҫәптә Әбйәлилдә быйыл балалар баҡсаһы менән берлектә Тупаҡ ауылында урта мәктәп төҙөлә башлаясаҡ, тип хәбәр итте. Хөкүмәт Премьер-министры «Башнефть» компанияһының йыл һайын мөһим социаль объекттар төҙөүгә 1,5 миллиард һум аҡса бүлеүен, был сараларҙан Урал мәктәбенә лә мул өлөш сығыуын, шулай уҡ капиталь ремонттың БР социаль маҡсатлы программалар фондынан финансланыуын билдәләп үтте. Сиҙәмдәргә төбәп, уҡытыу сифаты яҡшырыуын, уҡыусыларҙың илһөйәрлек тойғоһон һеңдереп, аҡыллы, һау-сәләмәт булып үҫеүҙәрен, киләсәктә ошо мәктәпкә һәм, ғөмүмән, тыуған төйәктәренә эшкә ҡайтыуҙарын теләне Рөстәм Хәбиб улы.

— Белем усағы ғына түгел, ә тотош белем биреү комплексы асылыуы менән тәбрикләйем, — тине «Башнефть» компанияһының дәүләт власы органдары менән хеҙмәттәшлек итеү буйынса директоры Р. М. Сәйетов. Ул БР Хөкүмәтенең һәм «Роснефть» йәмғиәтенең килешеүе нигеҙендә мәғариф учреждениеларын төҙөүгә һәм капиталь ремонтлауға 2012 йылдан башлап 2 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелеүен һәм бөтәһе 60-лап балалар баҡсаһы һәм йөҙгә яҡын мәктәп был ярҙамды тойоуын билдәләне. «Мәғариф объектын тапшырыу — байрам. Сөнки ул киләсәк быуын өсөн эшләнә», — тине Рушан Мөхәмәт улы.

Район башлығы ҙур мәктәпте төҙөкләндереүҙә булышлыҡ иткән рәсми кешеләргә һәм подрядсы ойошма етәксеһенә район хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Ата-әсәләр исеменән рәхмәт һүҙе менән Лариса Шульга сығыш яһаны.

Премьер-министр Р. Х. Мәрҙәнов был эш сәфәрендә курорт төбәгендә үткән «Финанс өлкәһенең мәғлүмәти хәүефһеҙлеге» X Урал форумында ҡатнашты. Р. Һ. Сыңғыҙов оҙатыуында Әлмөхәмәт ФАП-ында булды, ундағы эштәр торошо менән ҡыҙыҡһынды.

Читайте нас: