+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Февраль 2018, 18:37

Афғанстан һәр кемдең күңелендә

Афғанстанда 157 Әбйәлил егете хәрби бурысын үтәгән. Бәхеткә күрә, уларҙың барыһы ла тыуған яҡтарына иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡан. Бишәүһе Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән наградланған. Бөгөн районда 92 яугир-интернационалист йәшәй.

15 февраль илдә Хәтер көнө булараҡ билдәләнә. Был дата 10 йыл дауам иткән ҡанлы һуғыш тамамланыу — Афғанстандан Совет ғәскәрҙәрен сығарыу, ошо ҡәһәрле йылдарҙы, унда башын һалған һалдаттарҙы, ҡаһарман йөрәкле яугирҙәрҙе онотмау өсөн тәғәйенләнгән. Әбйәлилдә Афғанстан ветерандары ойошмаһы әүҙем эшмәкәрлек алып бара. Яуҙаштар үҙ-ара аралашып, төрлө иҫтәлекле көндәрҙә, шул иҫәптән 15 февралдә, осрашып, хәл-әхүәл белешеп, бер-береһенә ярҙам итеп йәшәй. Күптәре белем биреү учреждениеларына барып, илһөйәрлек дәрестәре уҙғарырға ла иренмәй. Быйыл да 15 февралдә утты-һыуҙы кискән, Афғандағы дошмандар менән күҙмә-күҙ осрашҡан батыр яҡташтарыбыҙ Асҡарҙағы локаль хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар иҫтәлегенә ҡуйылған мемориал янына йыйылды. Тантаналы митингыны асып, район хәрби комиссары Рөстәм Ғәҙелшин был көн һәр кемдең күңел түрендә, тине, сөнки беҙ афғансыларҙы ғына түгел, ә илдән ситтә, төрлө хәрби бәрелештәрҙә һәләк булған башҡа хәрбиҙәрҙе лә онотмаҫҡа тейешбеҙ. Хәрби комиссар геройҙар бөгөн дә бар тип, яңыраҡ батырҙарса һәләк булған летчик, Сүриәлә хәрби бурысын үтәүсе майор Роман Филипповтың ҡаһарманлығы хаҡында йәнә бер тапҡыр һөйләп үтте. Төрлө һуғыш-бәрелештәрҙә иле өсөн һәләк булған Рәсәй хәрбиҙәрен бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды йыйылыусылар. Афған ветерандары алдында шулай уҡ район Советы рәйесе Ишморат Әминев, ветерандар ойошмаһы рәйесе Илгиз Хәйризаманов, афғансы Исмәғил Билалов сығыш яһаны. Яугирҙәрҙе хөрмәт менән телгә алып, ҡалғандарға иҫәнлек-һаулыҡ теләп, мемориалға ҡыҙыл ҡәнәферҙәр һалғас, барыһы ла Асҡар ауыл биләмәһе хакимиәтенә йыйылды.

Бында И. И. Хәйризаманов афғансыларҙың республика ойошмаһы форумы үтеүе, унда беҙҙең райондан Самат Фәхретдиновтың ҡатнашыуы хаҡында һөйләп үтте. Р. М. Ғәҙелшин бындай осрашыуҙар йыл һайын уҙғарыласаҡ, тип, яугир-интернационалистарҙы 9 майҙа Еңеү парадында ла ҡатнашырға саҡырҙы. Форум һөҙөмтәһе буйынса бер төркөм афғансыларға «Боевое братство» миҙалы тапшырылды. Осрашыу күмәкләп фотоға төшөү менән тамамланды.
Читайте нас: