+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Февраль 2018, 11:48

Рәсәй полицияһына — 300 йыл

Күп һанлы иҫтәлекле ваҡиғалар араһында тағы бер әһәмиәтле дата яҡынлаша — быйыл Рәсәйҙә полиция ойошторолоуға 300 йыл тула. Тарихсылар асыҡлауынса, халыҡ именлеген һаҡлау буйынса тәүге ҡарарҙы 1718 йылдың майында Петр I ҡабул иткән.

Күп һанлы иҫтәлекле ваҡиғалар араһында тағы бер әһәмиәтле дата яҡынлаша — быйыл Рәсәйҙә полиция ойошторолоуға 300 йыл тула. Тарихсылар асыҡлауынса, халыҡ именлеген һаҡлау буйынса тәүге ҡарарҙы 1718 йылдың майында Петр I ҡабул иткән. Уның Указы ҡыҫҡаса былай яңғыраған: «Пункты, данные Санкт-Петербургскому Генерал-Полицмейстеру. — О смотрении, что-бы строение домов производилось по указу; о содержании улиц в чистоте; о допущении торговых шалашей в указанных местах; о подозрительных домах, о гуляющих людях, о приезжающих и отъезжающих; об определении с дворов караульщиков, в каждой слободе или улице старост…» һәм яңы дәүләт органының етәксеһе итеп батша денщигы Антон Девиер тәғәйенләнгән. Йәғни хоҡуҡ һаҡсылары йәмәғәт тәртибе өсөн генә түгел, ә йорттарҙың төҙөлөшө, сауҙа барышы, янғын хәүефһеҙлеге кеүек мәшәҡәтле ғәмәлдәр өсөн дә яуаплы булған. Петр I Енәйәт кодексына ла нигеҙ һалған. Батша Европала енәйәтселәрҙе нисек язаға тарттырыуҙарын асыҡлағандан һуң уларҙың ҡанундарын үтә ҡаты тип тапҡан һәм «бер туҡтауһыҙ үлем язаһы биреп ултырырға беҙҙә артыҡ халыҡ юҡ» тип, уны һөргөнгә алыштырған. Әйткәндәй, тап батша ҡарары менән һөргөнгә ебәрелгән кешеләр Рәсәйҙәге күп ҡалаларҙы, заводтарҙы һәм юлдарҙы төҙөгән. Полицияға эшкә килеүселәргә мөһабәт кәүҙәле, һау-сәләмәт булыу, әрме хеҙмәтен үтәп ҡайтыу кеүек етди талаптар ҙа ҡуйылған. 1719 йылда улар форма һәм алебарда, шпага кеүек ҡорал менән тәьмин ителгән.

Өс быуатлыҡ тарихында Рәсәй полицияһы әллә ни ҙур үҙгәрештәр кисермәне, уларҙың бурысы бөгөн дә шул уҡ ҡала: законлылыҡты нығытыу, йәмәғәт хәүеф-һеҙлеген тәьмин итеү, халыҡ именлеген һаҡлау. Тик террор хәүефе, интернет аша ҡылынған енәйәттәр күбәйгән бө-гөнгө заманда уларға эш күләме арта ғына.

Рәсәй полицияһының тарих биттәренә Әбйәлил хоҡуҡ һаҡсылары ла үҙ өлөшөн индерә. Архив мәғлүмәттәренән билдәле булыуынса, БАССР ойошторолғандан һуң, уның биләмәһе административ берәмектәргә бүленә һәм Ҡатай кантоны сиктәрендә кантональ милиция булдырыла. Уның хеҙмәткәрҙәре беҙҙең районда ла йәмәғәт тәртибен күҙәтеү өсөн яуаплы була. 1923 йылдың ноябрендә Башҡорт Республикаһы тәүге тапҡыр Совет милицияһы көнөн билдәләй.

«1920 йылда Тамъян-Ҡатай волосының Белорет ҡалаһындағы милиция бүлеген Кинйәбай Хәйретдин улы Ишмөхә-мәтов етәкләүе билгеле. Уның ҡул аҫтында Рыс-ҡужа ауылынан участковый Нурислам Хәйбуллин, Асҡарҙан Афзал Муллағәләмов, Рауилдән Тимерғәле Закиров, Ҡырҙастан Нурғәле Сәфәрғәлин һәм Шәғәле Таштимеров, Хәлилдән Әхтәм Хәсәнов эшләгән, — тип һөйләй район эске эштәр бүлеге начальнигы урынбаҫары Гөлнара Ҡаһарманова. — А. Мулләғәләмовты 1923 йылда аҡтар Тал Ҡусҡары ауылында язалап үлтергәндәр, тип һөйләйҙәр. Артабан инде Әбйәлил районы административ берәмек булараҡ формалашҡас, үҙебеҙҙең милиция бүлеге асыла».

Әбйәлил районы буйынса эске эштәр бүлеге республикала яҡшылар рәтендә танылыуҙа бүлек начальниктары Сәйет Бураншин, Батырша Әйетов, Урал Хәкимов, Ниғмәтулла Вахитов, Урал Ильясов, Рәйес Усманов, Марсель Ғәббәсов, Морат Задин, Рәшит Фәттәхов, Данил Ханов, Шамил Айҙарбәков, Илнур Макаевтың роле ҙур (уларҙың ҡайһы берҙәре тураһында айырым мәҡәләләр ҙә донъя күрәсәк).

Бүлек нисек кенә аталһа ла, Әбйәлил хоҡуҡ һаҡсылары оҙаҡ йылдар дауамында үҙ бурысын намыҫлы үтәй, оператив эшмәкәрлекте нәтижәле алып бара, енәйәтселекте иҫкәртеү, хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса көнө-төнө эшләй. Полицияла хеҙмәт итеүсе егеттәр илебеҙҙең төрлө төбәктәренә командировкаларға ла йыш йөрөп, район намыҫына тап төшөрмәй. Улар Сочиҙағы Олимпия уйындарында, Ҡазанда, Санкт-Петербургта үткән ҙур сараларҙа йәмәғәт тәртибен күҙәтте, Чечен Республикаһында, Дағстанда һөнәри бурысын үтәне.
Читайте нас: