+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Февраль 2018, 13:24

Ватанды һаҡлаусылар хөрмәтенә

Бөйөк Рус дәүләтендә бөтә дәүерҙәрҙә лә хәрби хеҙмәт намыҫ эше, Тыуған ил алдындағы мөҡәддәс бурыс, антҡа тоғролоҡ һәм батырлыҡ мәктәбе һаналған. Рәсәйҙең хәрби дан көндәренең береһе булған 23 февралдә барлыҡ ил Ватан һаҡсыларын тәбрик итте.

Бөйөк Рус дәүләтендә бөтә дәүерҙәрҙә лә хәрби хеҙмәт намыҫ эше, Тыуған ил алдындағы мөҡәддәс бурыс, антҡа тоғролоҡ һәм батырлыҡ мәктәбе һаналған. Рәсәйҙең хәрби дан көндәренең береһе булған 23 февралдә барлыҡ ил Ватан һаҡсыларын тәбрик итте.

Район мәҙәниәт һарайында уҙған тантананы ҡотлау сығышы менән район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Ғ. Н. Солтанов асты. Ғәлим Наил улы һәр замандың ҡаһарман улдарын данланы:

— Бөгөн беҙҙең арала Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренән ни бары 8 ветеран ғына ҡалды. Еңеү һалдаттарының сафы һирәгәйһә лә, уларҙың тиңһеҙ батырлығын оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Был юҫыҡта районда маҡсатлы эштәр башҡарыла. Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған яҡташтарыбыҙҙың — Т. Кусимов, Р. Дәүләтов, Г. Васевтың исемдәрен белем усаҡтары йөрөтә, хәрби дан ҡаҙанған яҡташтарҙың исем-шәрифтәре урамдарға бирелә. Уҙған йылда Хәлилдә Еңеү мемориалы асылды. 157 яҡташыбыҙ Афғанстанда интернациональ бурысын үтәне, күптәре хәрби наградаларға лайыҡ булды. Хәтһеҙ егеттәребеҙ әрме хеҙмәтен Чечняла, бүтән «ҡыҙыу нөктә»ләрҙә намыҫлы үтте. Призыв буйынса Әбйәлил районы республикала алдынғылыҡ биләй.

Байрам уңайынан Ғ. Н. Солтанов яҡшы хеҙмәт күрһәткестәренә өлгәшкән ир-азаматтарға Әбйәлилдең юғары наградаларын тапшырҙы. Район хәрби комиссариатының мобилизация бүлеге начальнигы М. В. Гребенщиков, ДОСААФ-тың урындағы бүлексәһенән производствоға өйрәтеү мастеры А. Ф. Баймырҙин район Советы һәм хакимиәтенең Почет грамотаһы, хәрби комиссариат хеҙмәткәре Д. А. Абитов һәм Әбделмәмбәт урта мәктәбе уҡытыусыһы Т. Х. Нарынбаев Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

Райондың хәрби комиссары Р. М. Ғәҙелшин бөтә быуын Ватан һаҡсыларына рәхмәт белдерҙе. Әбйәлилдәрҙең Бөйөк Ватан һуғышындағы ҡаһарманлығы айырыуса хөрмәткә лайыҡ, тине. Тыныс тормошта ла ил һағындағы хеҙмәттең еңел түгеллеген билдәләп, бөгөнгө көндә һалдат бурысын үтәүсе яҡташтарыбыҙҙың намыҫлы хеҙмәтен ғорурлыҡ менән телгә алды. Рөстәм Миңлеғәле улы республиканың хәрби комиссары бурысын ваҡытлыса башҡарыусы Р. Баһауетдиновтың бойороғона ярашлы, район башлығы Р. Һ. Сыңғыҙовты, район Советы рәйесе И. Ш. Әминевты һәм хәрби комиссариаттың граждандарҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү һәм саҡырыу бүлеге начальнигының өлкән ярҙамсыһы И. И. Хәйризамановты Башҡортостан хәрби комиссариатының Почет грамотаһы менән наградланы. Район Советы секретары Б. Ю. Исламбаев, ДОСААФ-тың урындағы бүлексәһе рәйесе А. Б. Хәкимов һәм Урал урта мәктәбенең ОБЖ уҡытыусыһы С. Х. Рәжәпов район хәрби комиссариатының грамотаһына лайыҡ булды.


Читайте нас: