+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Март 2018, 13:15

Инициативалы йәштәр осрашты

Һуңғы йылдарҙа республикала йәштәр өсөн форумдар үткәреү әүҙемләште. Унда йәш инициаторҙар майҙан тотоп, төрлө идея-проекттары менән сығыш яһаһа, булдыҡлы замандаштар үҙҙәренең тәжрибәһе менән бүлешә.

Һуңғы йылдарҙа республикала йәштәр өсөн форумдар үткәреү әүҙемләште. Унда йәш инициаторҙар майҙан тотоп, төрлө идея-проекттары менән сығыш яһаһа, булдыҡлы замандаштар үҙҙәренең тәжрибәһе менән бүлешә.

22 февраль район хакимиәтенең йәштәр комитеты, Өфөләге «Әбйәлил йәштәре» ойошмаһы менән берлектә «Беҙ бергә» исемле йәштәр форумын ойошторҙо. Сараның маҡсаты — йәштәрҙе берләштереү, үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашыу, башҡорт халҡының милли мәҙәниәтен һәм рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, йәштәрҙең инициативаһын тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итеү.

Был сарала районыбыҙҙан сыҡҡан йәш эшҡыуарҙар — Динар Шаһиев, Тамъян Ғәбитов үҙ бизнесыңды башлап китеү серҙәрен асты. Республиканың «Воркаут» ойошмаһының рәйес урынбаҫары проект яҙыу, айыҡ тормош һәм спорт тураһында сығыш яһаһа, сәйәхәтсе Денис Өмөтбаев краудфандинг һәм башҡорт тоҡомло аттарҙы үрсетеү тураһында һөйләне. 1-се Асҡар мәктәбенең ирекмәндәр хәрәкәте рәйесе Земфира Мусина һәм ирекмән Әҡлимә Рәжәпова сығыш яһаны.

Форумда мәктәп уҡыусылары, ирекмәндәр, уҡытыусылар әүҙем ҡатнашып һорауҙар бирҙе, үҙ идеялары хаҡында эксперттарҙан кәңәш алдылар. Төбәк һәм федераль кимәлдәге форумдарҙа ҡатнашыу мөмкинселеге тураһында хәбәрҙар булдылар. Сара аҙағында һәр ҡатнашыусыға сертификат тапшырылды.

Беренсе тапҡыр Асҡарҙа үткәрелгән «Беҙ бергә» йәштәр форумын ойоштороусыларға рәхмәтлебеҙ. Был форматтағы саралар киләсәктә лә үҫешер һәм традицияға инер тигән теләктәбеҙ. Ә инде үҙ идеяларын тормошҡа ашырырға, гранттар еңергә теләүсе йәштәргә уңыштар теләйбеҙ!

Читайте нас: