Йылдағыса гүзәл заттарҙы ир-егеттәр тәбрикләне.
Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан район мәҙәниәт йортонда уҙған тантанала һоҡланғыс әсәләр, булдыҡлы, эшһөйәр ханымдар, әүҙем йәмәғәтселәр хөрмәт ителде. Район башлығы Р. Һ. Сыңғыҙов барлыҡ донъяның ҡатын-ҡыҙ тирәләй әйләнеүен, уларҙың нескә иңдәрендә тормош йөгөн — йорт, ғаилә, балалар хәстәрҙәрен йөкмәүен, хеҙмәтендә иһә ир-егеттәр менән тигеҙ шарттарҙа, хатта һөҙөмтәлерәк эшләүен һыҙыҡ өҫтөнә алып, гүзәл заттарға бағышланған ҡотлау телмәрен йөрәк түренән сыҡҡан иң йылы хистәре менән һуғарҙы. Әбйәлил ҡатын-ҡыҙҙары егәрлеләр, донъя көтөргә шәптәр, аҡыллылар, һөйкөмлөләр, тине башлыҡ. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда тыл ауырлыҡтарын күтәргән инәйҙәргә иҫәнлек һәм тыныс ҡартлыҡ теләне. Ҡатын-ҡыҙҙың төп тәғәйенләнеше нәҫелде дауам итеү булыуын иҫәпкә алып, райондағы демографик хәлгә туҡталды.
— Былтыр Әбйәлилдә 636 ҡатын әсә булыу бәхетен татыны, шулай уҡ 342 йәш пар никах теркәне, республикала «Әсәлек даны» миҙалы булдырылғаны бирле беҙҙең райондан 350-нән ашыу күп балалы әсә был юғары наградаға лайыҡ булды, — тине Рим Һатыбал улы.
Бөтә ҡатын-ҡыҙҙарға ихлас теләктәр юллағандан һуң, район башлығы лайыҡлыларға республика һәм район наградаларын тапшырҙы. «Осҡон» гәзитенең сығарылыш буйынса яуаплы хеҙмәткәре Резеда Хәсәнова фиҙаҡәр эше өсөн «Республика Башкортостан» нәшриәт йортоноң Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Район Советы һәм хакимиәтенең Почет грамотаһына Хәмит һәм Бикҡол ауылдары фельдшерҙары Рима Баһауетдинова, Миләүшә Баязитова, Ишҡол почта бүлексәһе почтальоны Айгөл Баймырҙина, Күсемдән һәм Әлмөхәмәттән ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары Йәмилә Ғабдуллина, Сәкинә Рамаҙанова, «Ярҙам» социаль хеҙмәтләндереү үҙәге директоры Рәйлә Ғүмәрова, Урал участка дауаханаһы акушеры Светлана Ирназарова, «Осҡон» гәзите хәбәрсеһе Рәмилә Истанбаева, Хәлил урта мәктәбе китапханасыһы Лилиә Ҡадирова, Асҡар ауыл биләмәһенең инвалидтар ойошмаһы рәйесе Әминә Килмөхәмәтова, үҙәк район дауаханаһының граждандар оборонаһы буйынса штаб начальнигы Гәүһәр Рәхмәтова, район финанс идаралығының бухгалтер иҫәбе бүлеге начальнигы — баш бухгалтер Әлфиә Шәғәлина лайыҡ булды. Район хакимиәтенең Рәхмәт хатын уҡытыусылар — Вәсилә Амангилдина (Салауат мәктәбе), Илсиә Баязитова (Ташбулат), Илүзә Усманова (Буранғол), Вәсилә Шәрипова (Иҙәш Ҡусҡары), Хәлилдән Һаҡлыҡ банкыһы хеҙмәткәре Айһылыу Булатова, Ҡаҙмаш мәктәбе китапханасыһы Шәүрә Фәттәхова, Һамар мәктәбенең эштәр башҡарыусыһы Гөлсинә Ғиләжева, Дәүләт ауыл биләмәһе ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы Гүзәл Ғайсина, Байымдан ветерандар советы рәйесе Венера Мостафина, Шәриптән мәҙәни сараларҙы ойоштороусы Лилиә Яныбаева алды.— Беҙ бәхетле: беҙҙең хаҡта хәстәрлек, беҙгә тәғәйен ҡараш бар. Һуңғы йылдарҙа мәғарифҡа көслө иғтибар йүнәлтелә, мәктәптәр төҙөкләндерелә, балалар баҡсаларында өҫтәмә төркөмдәр булдырыла. Балалар хаҡына башҡарылған изге эштәр әсәйҙәрҙең күңелен үҫтерә, иртәгәһе көнгә ышанысын арттыра, – тине район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Л. К. Сәғәҙиева. Линиза Камил ҡыҙы райондың йәмәғәт тормошон ҡатын-ҡыҙҙарһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмауын әйтте. Районда ғынамы, Әбйәлил ҡатын-ҡыҙҙарының республика кимәлендәге сараларҙа ла әүҙем сығыш яһауын билдәләне. Әйтәйек, ошо арала ғына райондан делегация, атап әйткәндә, Ташбулат ауыл биләмәһе ҡатын-ҡыҙҙары «Башҡортостан ҡыҙы» журналының 50 йыллыҡ юбилей сараһында ҡатнашҡан, шулай уҡ Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһының II республика форумынан әбйәлилдәр юғары баһалар алып ҡайтҡан. Форум сиктәрендә ойошторолған «Башҡорт ҡатын-ҡыҙы — милләт әсә-һе» конкурсында еңеүгә өлгәшкән Ҡужандан ветеран уҡытыусы Клара Абдуллинаға район сәхнәһендә лауреат дипломы тапшырылды. Әлмөхәмәт ауыл биләмәһенең ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Светлана Истамғолова, Ташбулат мәҙәни-ял үҙәге директоры Зөлфирә Ҡара-ғужина конкурсты ойоштороу комитетының рәхмәт хаттарына лайыҡ булды. Республика күләмендә танылыу яулаған талантлы уҡытыусы — Т. Кусимов исемендәге гимназиянан Альбина Муллах-мәтованың күп һанлы наградалары араһына Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһының Рәхмәт хаты өҫтәлде.
Байрам концертын фәҡәт ир-егеттәр ҡуйҙы. Йырсылар Вадим Папанин, Заһир Хызыров, Заһит Ғәбитов, Ирек Мусин, Илгиз Кинйәбулатов иң моңло йырҙарын гүзәл заттарға, әсәләргә бағышланы. «Байыҡ» телевизион фестивалендә гран-при яулаған «Атауҙы егеттәре» ансамбле сәхнәне дер һелкетте. Азат Атанғолов гармунда һыҙҙырҙы, Азамат Итекәев менән Ильяс Дәминдаров ҡурай һәм баянда башҡорт көйҙәрен башҡарҙы. Тынлы оркестр музыканттары ла сараға үҙенсәлекле йәм өҫтәне. Ә тамаша ҡылыусы ҡатын-ҡыҙҙар байрам бүләген ихлас ҡабул итте, һәр сығышты көслө алҡыштар менән оҙатты.