-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Март 2018, 11:22

Ил яҙмышын халыҡ хәл итте

Йәкшәмбе бөтә ил өсөн мөһим көн булды — халыҡ Рәсәй Федерацияһы Президентын һайланы. Был яуаплы вазифаға бөтәһе һигеҙ кандидат дәғүә итте һәм иртәнге 8-ҙән үк һайлау участкаларында әүҙем эш башланды.

Йәкшәмбе бөтә ил өсөн мөһим көн булды — халыҡ Рәсәй Федерацияһы Президентын һайланы. Был яуаплы вазифаға бөтәһе һигеҙ кандидат дәғүә итте һәм иртәнге 8-ҙән үк һайлау участкаларында әүҙем эш башланды.

Рәсәй Президентын һайлауға Әбйәлил халҡы ла етди өлөш индерҙе — барыһы ла үҙенең гражданлыҡ бурысына яуаплы ҡараны. Районда иң ҙурҙарҙан һаналған Таһир Кусимов исемендәге гимназияла урынлашҡан 767-се һайлау участкаһында бөтәһе 2394 һайлаусы теркәлһә, шуларҙың 212-һе күп функциялы үҙәк, Госуслуги порталы аша махсус ғариза тултырып, ситтә һайлаясағын белдергән. Ә 2237 кеше тап ошо участкала тауыш бирҙе. Иртәнге сәғәт 9 тулыуға был участкала район үҙәгендә йәшәүсе 110 кеше гражданлыҡ бурысын үтәргә лә өлгөрҙө. Һайлаусыларҙың иң тәүгеһе пенсионер Урал Харисов булды. Райондың имам-мөхтәсибе Әхмәт хәҙрәт Шәйәхмәтов та, төбәк һайлау комиссияһы рәйесе Ғәйнетдин Ғиләжев та тауыш биреү өсөн гимназияға килде. «Халыҡ бөгөн әүҙем, төшкә хәтлем күпселек һайлау бюллетенен тултырҙы», — ти комиссия рәйесе Г. Р. Исрафилова. Асҡарҙағы дүрт һайлау участкаһында ла бюллетендәрҙе автоматик рәүештә иҫәпләүсе КОИБ-тар ҡуйылған, ә гимназия районда видеокүҙәтеү аҫтында эшләгән берҙән-бер участка. Камера һайлау барышын онлайн-режимда күҙәтергә мөмкинлек бирҙе.

18 йәше тулып, тәүге тапҡыр һайлауға килеүселәргә комиссия рәйесе бүләккә паспорт тышлыҡтары тапшырҙы. Участка һайлау комиссияһының 12 ағзаһынан тыш, тауыш биреү барышын күҙәтеүселәр ҡарап торҙо, ә хоҡуҡ һаҡсылары йәмәғәт тәртибе һағында булды. Сәләмәтлек хәле буйынса өйҙә һайлаған 15-тән ашыу кешегә комиссия ағзалары махсус йәшниктәр алып барҙы. «Менәүәрә инәйегеҙ килә алмаһа ла, мин тауыш бирергә килдем әле», — тип оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, йәйәүләп үҙе килеп еткән Ишмөхәмәт Вафин да гражданлыҡ бурысын үтәп ҡайтты.

Район мәҙәниәт йортонда урынлашҡан 765-се һайлау участкаһына һайлаусылар сәғәт етенән сират ала башланы, иң беренсе булып 78 йәшлек Вара ағай Нафиҡов килде. Һайлау участкаһы асылыуға иллегә яҡын кеше йыйылғайны. Бында эшкә тиклем һайлап китергә теләүселәр генә түгел, оло йәштәгеләр ҙә, тәүге тапҡыр был мөһим ваҡиғала ҡатнашыусылар ҙа бар ине. Бер сәғәт эсендә исемлеккә индерелгән 1788 кешенең 170-е тауыш биреп өлгөрҙө.

Һайлау комиссияһында үҙ эшен белгән кешеләр эшләгәнлектән халыҡ күп булһа ла, ығы-зығы һиҙелмәне. Өҫтәүенә бында КОИБ-тар ҡуйылғайны. Комиссия рәйесе Нәйлә Ғәйнуллина иң беренсе булып һайлауға килгән ун кешегә бүләктәр тапшырҙы. Шулай уҡ беренсе тапҡыр гражданлыҡ бурысын үтәгән егеттәр һәм ҡыҙҙар ҙа, оло йәштәгеләр ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалманы.

Төш етеүгә комиссия ағзалары өйҙә һайларға ғариза яҙғандар адрестары буйлап сыҡты, район дауаханаһында дауалау курсы үткән кешеләргә лә барып һайлатты.

Китапханала урынлашҡан 768-се участка һайлау комиссияһына тауыш биреүгә беркетелгән һайлаусылар ҙа әүҙемлектәре менән айырылып торҙо. Был участкала исемлеккә 1105 кеше индерелгән. Сәғәт 12 тулыуға һайлауға хоҡуҡтары булған граждандарҙың 60 проценты тауыш биргәйне лә инде. Бында ла ололар менән бер рәттән йәштәрҙең дә һайлауға әүҙем килеүе күҙәтелде.

Ғөмүмән, был көндө һәр ерҙә байрам кәйефе һиҙелде. Һәр участка комиссияһы урынлашҡан урындарҙа тәмлекәстәр һатып алырға, йыр-моңға ғашиҡ яҡташтарыбыҙҙың дәртле сығыштарын ҡарарға ла мөмкин ине.

Ауылдарҙа ла һайлау эшлекле шарттарҙа үтте. Күсем руднигындағы һайлау участкаһы, мәҫәлән, В. В. Путин өсөн иң күп тауыш йыйған участкалар исемлегендә билдәләнде: был кандидат өсөн һайлаусыларҙың 92,31 проценты тауыш бирҙе. Хәлил ауылы ағинәйҙәре сараға йәм өҫтәп, һайлауға милли кейемдәрҙә килде. Асҡарҙа, башҡа ауылдарҙа ла Ҡышты оҙатыу байрамы, спорт ярыштары, концерт, йәрминкә кеүек саралар ойошторолдо. Район үҙәгендә ойошма-учреждениелар коллективтары үҙәк майҙанға мул һыйлы өҫтәлдәр ҡуйҙы, байрамса биҙәлгән туҡталҡалар әҙерләне. Ә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре сағыу концерт бүләк итте. Михайловкала М. Шәғәлиев, Х. Хәйруллин, С. Косых бағымсылыҡ ярҙамы күрһәтеп, һайлаусылар араһында лотерея уйнатты. Тәпәндә һайлау участкаһынан сыҡҡан барса халыҡ Ҡышты оҙатыу сараһына йәлеп ителде: ир-егеттәр ҡатын-ҡыҙҙарҙы санаға ултыртып, эстафетала ярышты, арҡан тартышты һ.б. Айыуһаҙы һайлау участкаһында беренсе булып һайлаған Ҡадир Килдейәровҡа, был тәңгәлдә тәүге тапҡыр гражданлыҡ бурысын Үтәгән игеҙәк егеттәр — Ильяс менән Илшат Килдейәровтарға бүләк тапшырылды.


Тәүлек буйына баш ҡалҡытмай эшләгән төбәк һайлау комиссияһы белдереүенсә, районда бөтәһе 66 участка һайлау комиссияһы һайлаусыларҙы ҡабул итте. Рәсәй Президентын һайлауҙа Әбйәлил халҡының 79,74 проценты ҡатнашты. Тауыштарҙы иҫәпләү түбәндәге һөҙөмтә бирҙе:

Путин Владимир Владимирович — 70,68 проц.;

Грудинин Павел Николаевич — 21,47 проц.;

Жириновский Владимир Вольфович — 3,12 проц.;

Собчак Ксения Анатольевна — 1,28 проц.;

Сурайкин Максим Александрович — 0,74 проц.;

Бабурин Сергей Николаевич — 0,47 проц.;

Титов Борис Юрьевич — 0,47 проц.;

Явлинский Григорий Алексеевич — 0,34 проц.

* * *

Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәренә ярашлы, республика халҡының 75,45 проценты һайлауҙа ҡатнашҡан. Президентлыҡҡа кандидаттар түбәндәге күләмдә тауыштар йыйған:

Путин Владимир Владимирович — 77,65 проц.;

Грудинин Павел Николаевич — 12,09 проц.;

Жириновский Владимир Вольфович — 5,03 проц.;

Собчак Ксения Анатольевна — 1,26 проц.;

Сурайкин Максим Александрович — 0,89 проц.;

Явлинский Григорий Алексеевич — 0,89 проц.;

Титов Борис Юрьевич — 0,70 проц.;

Бабурин Сергей Николаевич — 0,69 проц.

* * *

19 март иртәнге сәғәт 6-ға Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы әҙерләгән мәғлүмәткә ярашлы, Рәсәй Президенты һайлауҙарында күпселек тауыш менән Владимир Путин еңеп сыҡты. Уның өсөн һайлаусыларҙың 76,67 проценты тауыш бирҙе.
Читайте нас: