+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Март 2018, 13:49

Һөнәр һайлау — етди мәсьәлә

БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы Әбйәлил районы хакимиәте менән берлектә «2016–2020 йылдарға Башҡортостан Республикаһында уҡыусыларға һөнәри йүнәлеш биреү, йәш граждандарҙың хеҙмәт баҙарында социаль-һөнәри яраҡлашыуы буйынса комплексы саралар планы» сиктәрендә «Идеяларҙан — эшкә!» тип исемләнгән республика мәғлүмәт акцияһын үткәрҙе.

БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы Әбйәлил районы хакимиәте менән берлектә «2016–2020 йылдарға Башҡортостан Республикаһында уҡыусыларға һөнәри йүнәлеш биреү, йәш граждандарҙың хеҙмәт баҙарында социаль-һөнәри яраҡлашыуы буйынса комплексы саралар планы» сиктәрендә «Идеяларҙан — эшкә!» тип исемләнгән республика мәғлүмәт акцияһын үткәрҙе.

Идеяларҙан — эшкә!

Әбйәлил, Хәйбулла, Бөрйән, Йылайыр райондарынан, Баймаҡ, Учалы, Белорет, Межгорье һәм Сибай ҡалаларынан һөнәр һайлау алдында торған меңгә яҡын сығарылыш класс уҡыусылары «ММК»-ның «Уральские зори» сәләмәтләндереү-белем биреү комплексында йыйылды. Район ҡунаҡтарын Ташбулат урта мәктәбенең «Йәйғор» өлгөлө бейеү ансамбле (етәксеһе Н. Д. Нурғәлина) һәм «Гөлнәзирә» фольклор коллективы (Р. Ш. Ирназарова) ижади сығыштары менән сәләмләне.

Сараны асыу тантанаһында БР ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Ф. Р. Шәйхисламов мәктәп уҡыусыларын бөгөнгө көндә иҡтисади үҫешкән предприятиелар етәкселеге һәм вәкилдәре менән осраштырыуы, экспозициялар аша уларҙың эшмәкәрлеге менән таныштырыуы, Урал аръяғы уҡыу йорттарында ниндәй һөнәрҙәр буйынса белем алып булыуы тураһында хәбәрҙар итеүе йәһәтенән был акцияның мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

— Карьера төҙөү өсөн ниндәйҙер һөнәри белемгә эйә булыу шарт. «Кем булыр-ға?» тигән һорау алдында торған йәштәр тәү сиратта хеҙмәт баҙарында ҡайһы һө-нәрҙәргә талап барлығын иҫәпкә алырға тейеш. Әйтәйек, бөгөн эшсе һөнәрҙәргә ихтыяж ҙур. «Идеяларҙан — эшкә!» акцияһы йәштәргә аныҡ фекергә килергә булышлыҡ итер, икеләнеүселәргә дөрөҫ йүнәлеш күрһәтер, тигән өмөттәмен. Һөнәр һайлағанда етди уйлағыҙ. Был ҡарарығыҙ менән бөтә хеҙмәт юлығыҙ, тормошоғоҙ бәйле булыуын онотмағыҙ. Һәммәгеҙгә лә уңыштар насип булһын! — тигән теләктәр еткерҙе Фәнүр Рәфис улы.

Сарала ҡатнашыусыларҙы район хакимиәтенең эштәр идарасыһы У. М. Хәлисов сәләмләне.

— Мәктәп партаһы артында уҡ киләсәктә кем булыуҙы күҙ аллау зарур. Һайлаясаҡ һөнәрегеҙ һәләттәрегеҙгә, ынтылыш-ҡыҙыҡһыныуҙарығыҙға тап килһен, ғүмерлеккә яратҡан эшегеҙ булһын, — тине ул.

Бөтә һөнәрҙәр ҙә яҡшы

— тик йәнең теләгәнен, күңелең тартҡанын һайлай белеүең шарт. «Калейдоскоп» ял итеү үҙәгенең холында ҡоролған бай күргәҙмә тиҙҙән мәктәп менән хушлашасаҡ юғары класс уҡыусыларын теге йәки был һөнәр тураһында тулы мәғлүмәтле итте, үҙҙәренә генә хас айырым нескәлектәре менән таныштырҙы. Егеттәр һәм ҡыҙҙар үҙҙәрен ҡотҡарыусы, медицина хеҙмәткәре ролендә һынаны. Ҡыҙыҡһыныусылар янғын һүндереүсе костюмын кейеп ҡараны (һүрәттә), тәүге медицина ярҙамын күрһәтеү буйынса белемдәрен ғәмәлдә күрһәтте. Күсем руднигының янғын һүндереү часы, Әбйәлил юл ремонт-төҙөлөш идаралығы, район эске эштәр бүлеге, үҙәк дауахана, «Красная Башкирия» АХК-һы, «Яҡты-Күл» шифаханаһы, «Селена» урман сәнәғәте компанияһы, «Экстрим» туристик базаһы (Әхтәмов Л. Х. ШП-һы), кейеҙ-быйма баҫыу цехы (Р. Ҡ. Баймырҙин КФХ-һы) мәғлүмәти стендтар, слайдтар, буклеттар һәм продукция күргәҙмәһе аша үҙҙәренең эшмәкәрлеге менән таныштырҙы, ҡыҙыҡһыныусыларҙың һорауҙарына төплө яуаптар ҡайтарҙы.

Тыуған ерҙән йыраҡҡа китмәйенсә лә һөнәр алыу тураһында Урал аръяғы төбәгендә урынлашҡан уҡыу йорттары ҡуйған күргәҙмәләр һөйләне. БДУ-ның Сибай филиалы белем биреү йүнәлештәре һәм абитуриенттарға ниндәй фәндәр буйынса БДИ тапшырыу кәрәклеге хаҡында белешмәләр менән буклеттар таратты. Бигерәк тә күргәҙмә түрендә урын алған «Материалдарҙы художестволы эшкәртеү технологияһы» бүлегендә уҡыусы студенттарҙың аҫылташтарҙан башҡарған һоҡланғыс эштәре иғтибарҙы үҙенә тартты. Урта махсус белем биреүсе уҡыу йорттарынан Сибай медицина, Белорет металлургия, Урал аръяғы агросәнәғәт колледждары күргәҙмәләр ҡуйҙы. Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Әбйәлил филиалында ашнаҡсы-кулинарға уҡыусы студенттар бешергән 25 килограмлыҡ сәк-сәк янында фотоға төшөргә теләүселәр күп ине. Буласаҡ иретеп-йәбештереүселәр эшләгән теплица макеттары, студенттарҙың башҡа ҡул эштәре лә күҙ уңынан ситтә тороп ҡалманы.

«Беҙгә уҡырға килегеҙ!»

Уҡыу йорттары агитбригадалары визит карточкаһы менән сығыш яһаны. Бер нисә быуын әбйәлилдәргә эшсе һөнәр биргән, халыҡ телендә һаман да СПТУ тип йөрөтөлгән Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Әбйәлил филиалы студенттарының сығышы сағыу, йөкмәткеле һәм мауыҡтырғыс булды. Бында иретеп-йәбештереүселәр, ашнаҡсы-кондитерҙар, автомеханиктар, тракторсы-машинистар, һатыусылар әҙерләнә. 55 йыллыҡ сал тарихлы Сибай педколледжы агитбригадаһы уҡытыусы һөнәренең абруйы һәм мөһимлеге, үлемһеҙлеге тураһында бәйән итте. Буласаҡ физкультура, музыка, информатика, башланғыс кластар уҡытыусылары, өҫтәмә белем биреү педагогтары, тәрбиәселәр йәш замандаштарын үҙҙәре белем алған уҡыу йортона уҡырға килергә саҡырҙы. Бихисап уҡыу йорттарының «визитка»һы видеороликка төшөрөлгәйне.

Яңы форматтағы кадрҙар кәрәк

Артабан уҡыусылар төркөм-төбәктәргә бүленде. Улар «Һөнәрҙәр навигаторы» квест-уйынында ҡатнашты, компьютерҙа тест һорауҙарына яуап ҡайтарҙы, һөнәри консультация буйынса мастер-кластар үтте. Акцияның иң әүҙем был төркөмөнә БДУ-ның хеҙмәт социологияһы һәм эшҡыуарлыҡ иҡтисады кафедраһы мөдире, иҡтисади фәндәр докторы У. А. Назарова модераторлыҡ итте.

Акция сиктәрендә мәшғүллек үҙәктәре инспекторҙары, дөйөм һәм һөнәри белем биреү ойошмаларында профориентация эшен алып барыуға яуаплы белгестәр «Профориентация. Карьера төҙөүҙең нигеҙҙәре» темаһы буйынса семинарҙа ҡатнашты, һуңынан «Белем биреү һәм яңы форматтағы кадрҙар әҙерләү мәсьәләләрендә һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек» проект сессияһы эшенә ҡушылды. Уны Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының һөнәри белем биреү, профориентация һәм эшһеҙҙәргә психологик ярҙам күрһәтеү бүлеге начальнигы Э. В. Ғатауллина алып барҙы. Акцияны дөйөм флешмоб йомғаҡланы.


Читайте нас: