+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Апрель 2018, 11:36

Һалдат булыу ҙур мәртәбә

Хәрби хеҙмәткә, әрменән кисектереү шарттарына ҡағылышлы һәм башҡа көнүҙәк һорауҙарға райондың хәрби комиссары Р. М. Ғәҙелшин «тура бәйләнеш»тә яуап бирҙе.

Рәсәй Ҡораллы Көстәре сафтарына яҙғы саҡырылыш башланды. Әле егеттәр медицина комиссияһы үтә. Республика Хәрби комиссариаты күрһәтмәһенә ярашлы, беҙҙең райондан яҙғы саҡырылышта 87 кеше әрмегә юлланасаҡ. Яҡташтарыбыҙ нигеҙҙә ҡоро ер ғәскәрҙәренә саҡырылып, Үҙәк хәрби округ частәрен тулыландырасаҡ. Хәрби хеҙмәткә, әрменән кисектереү шарттарына ҡағылышлы һәм башҡа көнүҙәк һорауҙарға райондың хәрби комиссары Р. М. Ғәҙелшин «тура бәйләнеш»тә яуап бирҙе.

Тәүге булып шылтыратҡан әсә улының июндә уҡыу йортон тамамлап, диплом алыуы тураһында бәйән итеп, уға уҡып бөтөргә мөмкинлек булырмы, әллә яҙғы саҡырылышта уҡ әрмегә алырҙармы икән, тип борсолдо. Рөстәм Миңлеғәле улы аңлатыуынса, һуңғы курста уҡыған студенттарҙы медицина тикшереүе үтергә саҡыралар, әммә диплом алмаҫ борон, ҡабаландырып әрмегә ебәрмәйҙәр. Комиссия ҡарарҙы студент уҡыуҙы тамамлағас ҡына сығара һәм уның көҙгө саҡырылышҡа ҡалыу ихтималлығы ҙур.

Белем алыуға бәйле тағы бер көнүҙәк һорау: студент нисә тапҡыр әрмегә саҡырыуҙан кисектерелеү хоҡуғына эйә? Законға ярашлы, урта һөнәри йәки юғары белем биреү йортонда уҡыусы егеттәргә кисектереү ике тапҡырҙан артыҡ бирелмәй. Мәҫәлән, ул бакалавриатты тамамлағансы тыныс күңел менән йөрөй һәм әгәр артабан магистратураға уҡырға инергә теләй икән, тағы бер мәртәбә кисектереү ала. Шул уҡ мәлдә, мәктәпкә һуңыраҡ барыуы арҡаһында 11-се класты 18 йәшен тултырып тамамлаған егеттәр бар. Бына уларға инде урта белем тураһында аттестат алыуға — бер, һөнәри йәки юғары белем алыуға икенсе кисектереү бирелә. Ул магистратураға барыу өсөн өсөнсөгә был хоҡуҡ менән файҙалана алмай. «Әммә был Рәсәй гражданының хоҡуғын сикләү, тип иҫәпләйем, — ти Рөстәм Миңлеғәле улы. — Әлеге көндә был сетерекле һорау менән РФ Конституцион суды шөғөлләнә һәм студенттар мәнфәғәтен ҡайғыртыусы ҡанун сығарылыр, тип өмөтләнергә ҡала».

Сибай ҡалаһында белем алыусы улы хәрби-десант ғәскәрҙәренә эләкһен өсөн нимә эшләргә кәрәклеге менән ҡыҙыҡһынды атай кеше. Ул уҡыу йортон тамамлауға ярты йыл ҡалғас, хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт итергә тейеш. Махсус комиссия элиталы ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итәсәк егеттәрҙе һайлауҙы шул мәлдә башлай. Мотлаҡ рәүештә уларҙың һаулығы, психик сәләмәтлеге, физик ныҡлығы тикшерелә, шунан һуң ғына тейешле ҡарар сығарыла. «Рух ныҡлығы, физик таһыллыҡ, сабырлыҡ талап иткән десант, разведка, махсус тәғәйенләнештәге отрядтар кеүек ғәскәрҙәргә һайлап алыу кандидаттарға 17 йәш тулғас та башлана», — тип аңлатты комиссар.

Берҙән-бер малайын яңғыҙы үҫтереүсе әсә: «Улым һалдат бурысын Башҡортостанда йәки яҡын-тирәләге частәрҙең береһендә үтәһә булмаймы?» — тип һораны. Республикала йәки уға яҡын урынлашҡан частәрҙә хәрби бурысын үтәү хоҡуғы кәләш алған граждандарға һәм ата-әсәһе ныҡ оло йәштә булған егеттәргә генә бирелә, тигән яуап алды ул.

Хәрби комиссариаттың медицина комиссияһы күрһәтмәһе менән республика психиатрик дауаханаһында тикшерелгән улыбыҙ әрмегә саҡырылырмы, тип белеште Хәмиттән шылтыратыусы ата-әсә. «Әгәр улығыҙ комиссияның ыңғай яуабын алһа һәм тестты уңышлы тапшырһа, ул Ҡораллы Көстәр сафына ебәреләсәк», — тине Р. Ғәҙелшин.

Хәҙер әрме хеҙмәте популярлыҡ яулап, егеттәр һалдат итеген кейергә ашҡынып торһа ла, изге бурысын үтәүҙән ҡасып йөрөүселәр ҙә бар. Повестка ебәрелеп тә, хәрби комиссариатҡа килеүҙән баш тартып йөрөүселәргә тәүге тапҡыр административ штраф һалынһа, артабан енәйәти яуаплылыҡ ҡаралған. Бынан тыш, улар 27 йәше тулғас хәрби билет түгел, ә №1/У формалы белешмә генә аласаҡ. Был белешмәләге «У» хәрефе уклонист, йәғни әрменән ҡасып йөрөүсе тигәнде аңлата һәм уларға эшкә урынлашыуҙа ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙырасаҡ.

Сиҙәм урта мәктәбенең ОБЖ уҡытыусыһы С. Х. Рәжәповтың тәрбиәләнеүселәре йылдағыса хәрби училищеларға уҡырға инеү мөмкинлеге тураһында һорашты. Офицер булырға теләктәре ҙур булған егеттәргә лә төплө аңлатма бирелде.

Тағы бер һорау ДОСААФ-та «С» категориялы водителдәр әҙерләүгә ҡа-ғылды. Хәрби комиссар әйтеүенсә, быйыл 45 водитель әҙерләүгә күрһәтмә бирелгән, уларҙың 23-ө әҙер һәм әрмегә саҡырыу көтә. Хәрби йүнәлештәге «С» категорияһына уҡыу өсөн медицина тикшереүе үтергә һәм хәрби комиссариаттан йүнәлтмә алырға кәрәк. Йүнәлтмә буйынса өс ай уҡытыу — бушлай. Бынан тыш, ауылдарҙан йөрөп уҡыусыларға аҙна дауамында ДОСААФ бинаһында йәшәү мөмкинлеге лә бирелә.

Сираттағы һорау бик үҙенсәлекле ине: ҡасандыр енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырылған (яуаплылыҡ мөҙҙәте күптән үткән) 22 йәшлек егет әрмегә барыу теләге менән яна, әммә хәрби комиссариаттарға енәйәт эше аҫтында булған граждандарҙы әрмегә саҡырыу күрһәтмәһе бирелмәй. Йәғни, яуаплылыҡ осоро бөткән граждан һалдат булыу хоҡуғына эйә, тик наряд булмау сәбәпле әрме сафтарына бара алмай. Был ҡапма-ҡаршылыҡлы мәсьәләне сисеү өсөн Р. М. Ғәҙелшин тәү сиратта медицина тикшереүе үтергә һәм туранан-тура үҙенә — хәрби комиссарға мөрәжәғәт итергә ҡушты.

Рөстәм Миңлеғәле улы буласаҡ һалдаттар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн кәрәкле телефон номерҙарын да әйтеп үтте:

БР Хәрби комиссариатының йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе — 8 (347) 228-02-92, граждандарҙы хәрби хеҙмәткә әҙерлә һәм саҡырыу бүлеге — 8 (347) 253-13-48, 228-43-59;

Өфө гарнизонының хәрби прокуратураһы — 8 (347) 250-05-10;

Өфө гарнизонының хәрби суды — 8 (347) 259-14-83;

Ашығыс психологик ярҙам — 8 (800) 7000-183 (тәүлек әйләнәһенә);

Район хәрби комиссариаты — 2-12-95;

Әбйәлил районы буйынса эске эштәр бүлеге — 2-24-45;

Әбйәлил районы прокуратураһы — 2-11-00.
Читайте нас: