+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Май 2018, 13:02

Депутат һәр кемде тыңланы

Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты З. З. Байғусҡаров Әбйәлил халҡын шәхси һорауҙары буйынса ҡабул итте.

Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты З. З. Байғусҡаров Әбйәлил халҡын шәхси һорауҙары буйынса ҡабул итте.

Тәүге булып мөрәжәғәт иткән ир алдаҡсылар тоҙағына эләккән улының мәнфәғәтен ҡайғыртып килгәйне. Улы йорт төҙөтөү өсөн «эшҡыуарға» бер миллион һумдан ашыу аҡсаһын биргән. Төҙөлөш эштәрен башламаған подрядсыға аҡса талап ителгәс, өҫтәп тағы түләгән. Һөҙөмтәлә өс миллион һумдан ашыу аҡса түләгән улының бөгөн өйө түгел, йорт нигеҙе лә юҡ икән. «Эшҡыуар»ҙың вәғәҙәһенә дүрт йыл ышанып йөрөгән егет ошо йылдың апрелендә генә хоҡуҡ һаҡлау органдарына ғариза яҙған. Зариф Закир улы килтерелгән документтарҙы ҡарап сыҡҡандан һуң, йорт һалып бирергә вәғәҙә иткән эшҡыуарҙың бер генә теркәлгән мөлкәте лә юҡлығына иғтибар итте. «Был эшҡыуарға ҡарата суд ҡарар сығарғанса ғариза яҙғанда, бәлки, аҡсаны ҡайтарып булыр ине. Хәҙер был бик икеле», — тине З. Байғусҡаров.

Асҡар ауылынан килгән ҡатын бер туған ҡустыһына кредитҡа машина алып биргән. Был ваҡиғаға биш йыллап ваҡыт уҙған һәм ҡустыһы кредитты ла түләмәй, транспортҡа һалым да йыйылған, хатта төрлө юл ҡағиҙәләрен боҙған өсөн штраф та машинаның хужаһы булған ҡатынға килеп тора икән. Ике йыл элек булған суд ултырышында машинаны ҡатынға ҡайтарырға тигән ҡарар сығарылған. Тик ҡарар ҡағыҙҙа ғына ҡалған. Депутат мәсьәләнең үтәлешен контролгә аласағын белдерҙе.

Сәнғәт мәктәбенән килгән вәкилдәр Әбйәлилдә талантлы балаларҙың күп булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып, уларға үҙҙәренең һәләттәрен үҫтереү маҡсатында мәктәптә музыка ҡорамалдары етешмәүенә зарланды, баян, скрипка һәм башҡа ҡорамалдар менән тәьмин итеүҙә депутаттан ярҙам һораны. Хәлил ауыл Советы депутаты ла Мәхмүт клубына вәғәҙә иткән баян яҙмышы менән ҡыҙыҡһынды. Мәҙәниәт министрлығы аша ярҙам итергә тырышырмын тигән вәғәҙә бирҙе уларға Зариф Закир улы.

Ишҡолдан ауыл Советы депутаты Руфина Шакир-йәнова етәкселегендә килгән делегация йылдан-йыл йорттарға яҡынлаша барған ярҙы нығытыуҙа ярҙам һораны. Улар шулай уҡ ситтә тороп ҡалған бер нисә йортҡа һыу үткәргес һуҙыу мәсьәләһен дә күтәрҙе. Мәсьәләне өйрәнгәс яуап бирергә вәғәҙә итте ҡабул итеүсе.

«Һеҙҙең өсөн сәйер тойолһа ла, Ҡырмыҫҡалы районы юлын йүнәтеүҙә ярҙам һорарға килдем», тип башланы һүҙен сираттағы мөрәжәғәт итеүсе. Баҡтиһәң, Өфөлә эшләп йөрөгән улы ошо район биләмәһендәге Һыуыҡ шишмә ауылында йорт күтәрергә булған. Тик юл булмау сәбәпле, ике йыл төҙөлөштө башлай алмайҙар. Зариф Закир улы Ҡырмыҫҡалы район башлығы менән осрашып һөйләшкәндән һуң был һорауға яуап бирермен, тине.

Район ауылдарының береһенән килгән ҡатын иренең документтарын урлауҙарын әйтеп, шулар менән бер рәттән Чечняла хеҙмәт итеүен дәлилләгән белешмә юғалыуы сәбәпле, инде ун йыллап иптәшенең был тәңгәлдә ҡаралған ташламалар менән файҙалана алмауы хаҡында әсенеп һөйләне. Зариф Закир улы ҡатынға һорауы буйынса яҙма мөрәжәғәт әҙерләргә ҡушты һәм уның нигеҙендә Рәсәй Оборона министрлығына бәйләнешкә инеп, ярҙам итергә вәғәҙәләне.

Бөгөн бар башҡорт халҡын борсоған Шихан тауҙарын эшкәртеү, дәүләт теле булараҡ башҡорт телен мотлаҡ өйрәнеү мәсьәләһен күтәреүселәр ҙә булды. Зариф Закир улының фекеренсә, изге һаналған тауҙарға тейергә ярамай. Дәүләт теле булған башҡорт телен мотлаҡ уҡытылырға тейешлеге буйынса эштәр, һөйләшеүҙәр алып барыла икән.

«Телевидениела, радионан төрлө төбәктәрҙә көн торошо әйтелә, тик беҙҙең Асҡар был исемлектә ишетелмәй, сөнки беҙҙә метеостанция юҡ», тип уны булдырыу мөмкинлеген һорашыусыға ла яуап һуңыраҡ ҡайтарыласаҡ.

Шулай уҡ психик сирле кешеләрҙе дауаханаға урынлаштырыу мәсьәләһендә осраған ҡыйынлыҡтар тураһында ла мөрәжәғәт иттеләр. «Үҙен уратып алғандар өсөн ҡурҡыныс тыуҙырһа, ул кешенең ризалығынан тыш дауаланыуға алып барып булмағас, ни эшләргә?» тип һораусыға яуап итеп, Зариф Закир улы: «Табиптан ул кеше шундай сир менән интегә һәм дауаланыуға мохтаж тигән белешмә булһа, уның үҙенең ризалығы кәрәкмәй», — тигән яуап ҡайтарҙы.

60-сы йылдарҙа төҙөлгән йорттарҙың техпаспорты юҡ, уны юллау өсөн төҙөлөшкә рөхсәт ҡағыҙы кәрәк. Ул ваҡыттарҙа бындай документтар бирелмәгән. Бөгөн ошондай йортҡа документ эшләтеү мәсьәләһен хәл итеү мөмкинлеген дә белешеүсе булды. Депутат белдереүенсә, был мәсьәләне хәл иткәндә, ауыл биләмәләре хакимиәттәрендәге хужалыҡ кенәгәләре нигеҙ булырға мөмкин икән.

Дауахана, мәғариф учреждениеларына аҙыҡ-түлек, тауарҙар һатып алыу буйынса иғлан ителгән тендерҙарҙа инвалидтар менән бер рәттән ауыл хужалығы кооперативтарына, фермерҙарға ла ташлама ҡаралһа ине, тигән теләк белдереүсегә, «был юҫыҡта ла инвалидтарҙы башҡа категория халыҡ менән тиңләштереп булмай» тигән яуап ҡайтарҙы Дәүләт Думаһы депутаты.

Читайте нас: