+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Май 2018, 11:44

Их, аяныс! Йылдар үткән һайын һирәгәйә һеҙҙең аралар...

73-сө Еңеү майын районда ни бары 8 ветеран ҡаршыланы. Йылдағыса бөйөк байрам алдынан район башлығы менән осрашыуға уларҙың алтауһы ғына килә алды.

73-сө Еңеү майын районда ни бары 8 ветеран ҡаршыланы. Йылдағыса бөйөк байрам алдынан район башлығы менән осрашыуға уларҙың алтауһы ғына килә алды.

Илебеҙ тарихына ҡанлы күҙ йәштәре, миллиондарса ҡорбандар менән яҙылған иң ҡот осҡос һуғышта еңеү өсөн көрәшкән Әбйәлилдән 6 меңдән ашыу фронтовиктың яртыһы ғына тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтһа, бөгөн уларҙың сафы ла, үкенесле, бармаҡ менән генә һанарлыҡ ҡалды. Яугирҙәрҙең иң олоһо – Ташбулаттан Сабур Хөшшәмов 95 йәштә булһа, иң кесеһе Асҡарҙан Мөхәррәм Вәлиевҡа – 92 йәш. Яуҙаштары менән осрашыуҙан Асҡарҙан Әхтәм Байгилдин, Ҡотлогилде Төхвәтуллин, Ҡырҙастан Зәки Дәүләткирәев, Ҡаҙмаштан Ишҡол Мәхмүтов ҙур ҡыуаныс кисерҙе. Шуныһы ҡыуаныслы: ауыр тормош, ҡартлыҡ бәлтерәтһә лә, еңеү һалдаттары осрашыуға үҙ аяҡтарында килде һәм туҡһанды артмаҡлаған апаларҙың зиһендәренең, иҫтәренең теүәллеге һоҡландырҙы.

Р. Һ. Сыңғыҙов ветерандар менән күрешеп, уларҙың һәр береһенең хәл-әхүәлен белешкәс, барыһына ла иң изге теләктәрен юлланы:

– Бөйөк Еңеү яҙы алыҫта тороп ҡалһа ла, байрамдың әһәмиәте, бәҫе бер ҙә кәмемәй. 73 йыл – уртаса бер кеше ғүмеренә торошло ваҡыт үлсәме. Ләкин халҡыбыҙҙың ҙур батырлығы менән яуланған данлы көндө оноторға һис хаҡыбыҙ юҡ. Был Еңеү өсөн 28 миллион кеше башын һалған. Уйлап ҡараһаң, тотош бер илде тәшкил итер-ҙәй халыҡ ҡырылған. Яу ҡырында ятып ҡалғандарҙы, һуғыштан ҡайтҡас вафат булған яугирҙәрҙе бөгөн яҡты хәтер менән иҫкә алайыҡ. Ә һеҙҙең менән, хөрмәтле ветерандарыбыҙ, алдағы йылдарҙа ла иҫәнлек-именлектә күрешергә яҙһын. Һаулыҡта, муллыҡта, балаларығыҙҙың, хөкүмәттең ҡәҙер-хөрмәтен күреп, йәшәгеҙ әле. Һеҙ быға лайыҡһығыҙ, – тине Рим Һатыбал улы һәм олуғ байрам уңайынан апаларға бүләктәр һәм Башҡортостан Башлығы Р. З. Хәмитовтың Ҡотлау хатын тапшырҙы.

Райондың хәрби комиссары Р. М. Ғәҙелшин РФ Оборона министрлығы, республиканың хәрби комиссары, район хәрби комиссариатының шәхси составы һәм әлеге ваҡытта әрме бурысын үтәүсе яҡташтарыбыҙ исеменән рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе.

– Бөйөк Ватан һуғышында беҙҙең халыҡ ҡаһарманлыҡ һәм рухи ныҡлыҡ өлгөһө күрһәтте. Бөгөнгө азат, яҡшы тормошобоҙ өсөн беҙ һеҙҙең алдығыҙҙа баш эйәбеҙ, – тине Рөстәм Миңлеғәли улы.

Иҫтәлеккә фотоға төшкәс, һөйләшеү өҫтәл артында дауам итте. Ветерандар хәтер ебен һүтеп, фронт хәтирәләрен барланы, яуҙаштарын иҫкә алды. Район мәҙәниәтселәре байрамды музыкаль яҡтан биҙәне.
Читайте нас: