+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Май 2018, 11:19

Оло быуындың һорауҙары буйынса

9 май алдынан район башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Р. Б. Фәттәхов һәм райондың бөтә социаль хеҙмәттәре етәкселәре һәм белгестәре, үҙәк дауахана табиптары «тура бәйләнеш»тә оло быуын кешеләрен борсоған һорауҙарға яуап бирҙе.

9 май алдынан район башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Р. Б. Фәттәхов һәм райондың бөтә социаль хеҙмәттәре етәкселәре һәм белгестәре, үҙәк дауахана табиптары «тура бәйләнеш»тә оло быуын кешеләрен борсоған һорауҙарға яуап бирҙе.

Байым ауылынан шылтыратыусы өйөнөң ҡыйығынан һыу үтеүенә һәм ошо сәбәпле былтыр сарҙаҡта еүешләнгән электр сымдарынан ут сығып китә яҙыуына зарланды. Мөрәжәғәт итеүсенең һорауы урындағы ауыл биләмәһенә еткереләсәге, уны хәл итеү юлдары эҙләнәсәге тураһында әйтелде.

Хәлилдән һуғыш ветеранының тол ҡалған ҡатынының һорауҙарын телефон аша уның ҡыҙы бәйән итте. Ул әсәһенә ветерандың тол ҡатыны булараҡ берәй ниндәй өҫтәмә түләм ҡаралмағанмы, тип ҡыҙыҡһынды. Пенсия фонды идаралығы етәксеһе С. Йомағужин базанан ҡарап, был инәйҙең үҙенә тейешле бөтә түләмдәрҙе лә алыуы тураһында хәбәр итте. Шылтыратыусы әсәһен хосписҡа һалырға булышлыҡ итеүҙе лә һораны. Терапевт А. Замураева үҙәк дауахана аша белешеп, ветеран ҡатынының күптән түгел генә Урал участка дауаханаһында ятып сығыуын әйтте. Ә хосписҡа айырым төр сирҙәр буйынса ғына һалалар, тип был үтенескә кире яуап ҡайтарҙы.

«Тура бәйләнеш» урынына Рысҡужанан бер инәй шәхсән килеп етте. Ул үҙенә «Хеҙмәт ветераны» исемен биреүҙе һорай. Ләкин хеҙмәт стажы 35 йылға тулмаһа, был исем бирелмәй, тип аңлатты белгестәр.

Байымдан мөрәжәғәт иткән II төркөм инвалиды социаль хеҙмәткәр һирәк килә, уның йышыраҡ хеҙмәтләндереүен теләр инем, тине. «Ярҙам» үҙәге белгесе Г. Әхмәтйәнова түләүле социаль хеҙмәттәр ололарҙың ихтыяжы буйынса күрһәтелә, бында сикләүҙәр юҡ, үтенесегеҙҙе ҡәнәғәтләндерербеҙ, тип яуапланы.

Йәнгелдән шылтыратыусы тыл һәм хеҙмәт ветераны, II төркөм инвалиды газ һәм электр уты өсөн ташламалар тураһында белеште. Хеҙмәт ветерандарына коммуналь хеҙмәттәр өсөн пенсия менән бергә айлыҡ аҡсалата компенсация (ЕДК) түләнә, һеҙ уны алаһығыҙ, башҡа төрлө ташламалар юҡ, тип аңлатты халыҡты социаль яҡлау бүлеге белгесе З. Мөхәмәтдинова. «Элек совхоз бар саҡта ветерандарҙы ҡарай ине», – тип апа хәҙер кемдән ярҙам көтөргә тигән икенсе һорауын да бирҙе. Уға өй ҡыйығын яңыртыр кәрәк. Заманында хужалыҡтар ветерандарын, ысынлап та, яҡшы ҡараны, матди һәм ҡул ярҙамынан ҡалдырманы. Элекке хужалыҡ йорттары һәм фатирҙары хәҙер хосусилаштырылып бөтөлдө, тимәк, ремонт эштәрен йорт хужаһы шәхси иҫәбенә башҡарырға тейеш һәм уға бала-сағаһының ярҙамына ғына өмөт итергә ҡала.

Асҡарҙан 93 йәшлек әсәһе менән бергә тороусы ҡатын күп фатирлы йорттарға капиталь ремонт өсөн түләмгә ташлама тураһында һорау бирҙе. «Ололарға төбәк операторына ташлама бар тип ишеткәйнем», – тине ул. Бәйләнешкә сығыусынан фатир кем исеменә яҙылыуын һорашҡас, оло йәштәге әсәһе торлағын ҡыҙына күсереүе асыҡланды. Фатир хужаһы булараҡ, был ҡатынға төбәк операторына тулы хаҡ түләргә тура киләсәк.

Г. ФӘТХУЛЛИНА.
Читайте нас: