Ергә оло еңеү килтергән яҙҙар алыҫлаша барған һайын уның бөйөклөгөн нығыраҡ тоябыҙ, киләсәк быуындарҙың тыныс, имен тормошо хаҡына үҙ ғүмерҙәрен ҡорбан иткән яугирҙәр рухы алдында баш эйеү, ҡанлы күҙ йәштәре аша илебеҙгә тыныслыҡ яулаған ветерандар һәм көндө төнгә ялғап, ас-яланғас көйө еңеү көнөн яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индергән тыл хеҙмәтсәндәрен хөрмәтләү, ҡәҙер күрһәтеү һәр кемдең изге бурысы икәнен нығыраҡ төшөнәбеҙ.
Һуғыш һүҙен ишетеү менән йөрәк ҡалтырай, уның емергес көсөн, йәшен-олоһон ҡарап тормай ҡан көҫәүен ер шарының теге йәки был мөйөшөндә ҡабынған һуғыш ялҡынынан төҫмөрләргә мөмкин. Бөгөн барыһы ла имен, етеш тормошҡа шөкөр итеп, күгебеҙ тыныс булһын тип теләй. 73-сө Еңеү яҙын да беҙ ошо изге уйҙар менән ҡаршы алдыҡ.
Бөйөк Еңеү байрамына арналған төп тантана уҙасаҡ майҙанға иртүк халыҡ ағымы ағылды. Байраҡтар, плакаттар, шарҙар менән матур итеп биҙәлгән район үҙәге байрам кәйефе бирҙе, күңелдәргә шул тиклем яҡын булған үлемһеҙ йырҙар рухты күтәрҙе. Яугир атай-олатайҙарының, бала саҡтарын һуғыш урлаған, үҫмер көйө күп ыҙа-ғазаптар кисергән әсәй-өләсәйҙәренең портреттарын тотҡан ололар, йәштәр, балалар «Үлемһеҙ полк» сафында үтеү өсөн йыйылды. Парадта ҡатнашасаҡ ир-уҙамандар, уҡыусылар, шәфҡәт туташтары тигеҙ рәттәргә баҫты. Һәр кем тантанаға йөрәк ҡушыуы буйынса, үҙен аямай еңеү яулаған миллионлаған совет халҡының ҡаһарманлығы, фиҙаҡәрлеге алдында баш эйеү, яуҙа ятып ҡалғандарҙы иҫкә алыу, тереләргә рәхмәт әйтеү өсөн сыҡты.
Район етәкселеге, депутаттар, тыл ветерандары Йәштәр йорто янындағы «Мәңгелек ут» мемориалына барҙы. Тынлы оркестрҙың һағышлы көйө аҫтында ут янына ҡан төҫөндәге ҡып-ҡыҙыл ҡәнәферҙәр һалынды. Хәрби комиссар Рөстәм Ғәҙелшин оло ҡорбандар менән яуланған еңеү хаҡы хәтерҙән юйылмаһын, йәш быуын был хаҡта белеп үҫһен, ил үҙенең батырҙарын онотмаһын тип теләне. Ҡайынлыҡта Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре иҫтәлегенә ҡуйылған обелиск янында уҙған митингыла район хакимиәте башлығы Рим Сыңғыҙов һуғыш йылдарында Әбйәлилдән бөтәһе алты меңдән ашыу ир-егет фронтҡа китеп, уларҙың яртыһы ғына тыуған яғына әйләнеп ҡайтыуын, ә бөгөн уларҙың һигеҙе генә иҫән булыуын ҙур үкенес менән телгә алды. Ни тиклем ҡыҙғаныс булмаһын, шанлы яу юлдарын уҙған һуғыш ветерандары сафы йылдан-йыл һирәгәйә, улар менән бергә илде емереклектәрҙән тергеҙгән, тыныс тормош төҙөгән быуын, тотош бер заман тарихҡа китә. Тик хәтер китмәй, хәтер — мәңгелек...
Төп майҙанға йыйылған халыҡ парад башланыуын түҙемһеҙлек менән көттө, яҡты ҡояш иркәләгән зәңгәр күк йөҙөнә бәләкәстәр ҡулынан төрлө төҫтәге шарҙар осто.
9 майҙың иң бөйөк байрам булыуын беҙҙең илдә генә түгел, донъяның төрлө тарафтарында аңлап ҡабул итеүҙәре һәм ҙурлап билдәләүҙәре хаҡында әйтте үҙенең тәбрикләү телмәрендә хакимиәт башлығы Р. Һ. Сыңғыҙов.
— 9 Май — бөтәбеҙ өсөн дә иң ҡәҙерле байрам. 1945 йылдың яҙынан нисәмә йылдар уҙһа ла, Еңеү көнө һәр кемдең күңелендә иң изге, яҡты байрам булып ҡаласаҡ. Сөнки был көн халҡыбыҙ батырлығы һәм ҡаһарманлығы символы һәм йылдар үткән һайын уның тарихи әһәмиәте нығыраҡ арта. Еңеү көнө беҙҙе, илебеҙҙең күп милләтле халҡын бер бөтөн итеп берләштереүсе, илһөйәрлек рухы уятыусы ҙур байрам ул, — тине Рим Һатыбал улы. — Миллионлаған совет һалдаттары менән иңгә-иң терәп, әбйәлилдәр ҙә дүрт йыл дауамында ҡанлы һуғышта ил именлеге өсөн яу үтте, Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индерҙе. Дошманға ҡаршы аяуһыҙ һуғышып, сикһеҙ ҡаһарманлыҡ өлгөһө күрһәткән Советтар Союзы Геройҙары Таһир Кусимов, Рәүеф Дәүләтов, Григорий Васев, Дан орденының тулы кавалеры Вәлиәхмәт Сөләймәнов яҡташтары өсөн оло ғорурлыҡ.
Ватаныбыҙ азатлығы өсөн башын һалған һалдаттар рухын, тылда еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индергән, үҙҙәре ас-яланғас булһа ла, фронт өсөн бер нәмәне лә йәлләмәгән малайҙар һәм ҡыҙҙарҙың тиңһеҙ батырлығын оноторға хаҡыбыҙ юҡ.
Хәрби комиссар Р. М. Ғәҙелшин тантаналы рәүештә парадты ҡабул итте. Сик буйы һаҡсылары, афған һәм чечен һуғыштары ветерандары, шәфҡәт туташтары, янғын һүндереү часы, кадеттар, Т. Кусимов исемендәге гимназия, 1-се Асҡар урта мәктәбе уҡыусылары, курсанттар, спортсылар, тынлы оркестр сафы тигеҙ рәттәр менән үтте. 112-се кавалерия дивизияһы атлыларын һынландырған «Юрға» ат-спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре һыбай уҙҙы. Хеҙмәт ветераны Арслан Лоҡмановтың ГАЗ-69 автомобиле, ДОСААФ-тың ауыр техникаһы колоннаны йомғаҡланы. Парадтан һуң үҙәк китапхананан башланып, Коммунистик, Комсомол урамдарын ураған «Үлемһеҙ полк» сафы төп майҙандан уҙҙы. Тыныс тормош өсөн ҡан түккән һалдаттар, улдарын, ирҙәрен яуға оҙатып көтөп ала алмаған әсәләр, һуғыш яраларынан мандымай вафат булған яугирҙәр, еңеү яулап ҡайтҡан ҡаһармандар тере колонна булып үтте. Йөҙәрләгән ҡараш, «беҙҙе онотмауығыҙ өсөн рәхмәт, һеҙ тыныс тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәһен өсөн һуғыштыҡ» тигәндәй, күңелдәрҙе өҙҙө. Метроном һуғыуы аҫтында һәр кемдең күҙенә йәш төйөлдө, йөрәге һыҡраны. Был яҡты көндәрҙе күрә алмай вафат булған яҡындарының фоторәсемдәрен булһа ла байрамда ҡатнаштыра алыуҙарына сикһеҙ ғорурлыҡ тойғоһо кисереп, һәр кем «Үлемһеҙ полк»ты уйлап сығарыусыларға рәхмәт уҡыны, балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә уларҙың батырлығы хаҡында һөйләне. Ысынлап та, йәш быуында илһөйәрлек тойғоһон тәрбиәләгән, ҡәһәрле һуғыш хаҡында онотмаҫҡа өндәгән, яу яландарында мәңгелеккә ятып ҡалған яугирҙәрҙе хәтерҙән юймаҫҡа саҡырған тиңе булмаған хәрәкәттең бөтә ил буйлап таралыуы, йылдан-йыл уға күберәк кешеләр ҡушылыуы аңлатып бирә алмаҫлыҡ тойғолар уята.
Тантаналы өлөштән һуң район мәҙәниәт һарайы артистары әҙерләгән ҙур байрам концерты башланды. Барса ғәм күңелдәрҙең иң нескә ҡылдарын тирбәтерҙәй моңло, патриотик рухлы һуғыш йылдары йырҙарын әҫәрләнеп тыңланы, бейеүселәрҙең дәртле сығыштарын яратып ҡараны.
Асҡар ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары тәмле «һалдат бутҡа»һынан ауыҙ иттерҙе, байрам йәрминкәһе лә ҡыҙыу барҙы, балалар өсөн төрлө аттракциондар ойошторолдо, спортсылар йылдағыса 21 һәм 10 километрлыҡ ярыммарафонда ярышты.
Михайловка. Был көндө мәктәп алдына митингыға йыйылған халыҡты Бөйөк Еңеү көнө айҡанлы район хакимиәте башлығы урынбаҫары Ф. Р. Махиянов тәбрикләне. Шулай уҡ район Советы депутаты С. Б. Гусев, ауыл биләмәһе башлығы В. С. Абсаҙыева ауыл халҡын байрам менән ҡотлап, телмәр тотто. Тантанала ҡатнашҡан Советтар Союзы Геройы Г. Т. Васевтың туғаны А. И. Васев Еңеү көнө айҡанлы ҡотлауҙарын еткереп, инде йолаға әүерелгән исемле премияны тапшырҙы. Геройҙың исемен йөрөткән мәктәптең өс иң яҡшы уҡыусыһы — башланғыс кластарҙан Тимур Ғиләжев, уртансыларҙан Мөслим Сабитов һәм өлкән кластарҙан Степан Лавренов Александр Иванович ҡулынан аҡсалата бүләк алып һөйөндө.
Артабан «Үлемһеҙ полк» акцияһында ҡатнашыусылар рәттәргә теҙелеп Азат итеүсе һалдат иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлгә сәскәләр һалды, клубта байрам концертын ҡараны. Тыл ветерандарын, һуғыш осоро балаларын мәктәптә тәмле аш менән һыйланылар.
Амангилде. Биләмәлә ике һуғыш ветераны — Мөхәррәм Вәлиев менән Ишҡол Мәхмүтовтың сафта булыуы ҡыуаныслы. Еңеү көнө айҡанлы үткән тантаналарҙа, әлбиттә, улар менән бер рәттән һуғыш ветерандарының иҫән булған тол ҡатындарына ла ҡәҙер-хөрмәт күрһәтелде. Йөрөй алмағандарҙың өйҙәренә барып, хәлдәрен белешеп, күстәнәстәр тапшырылды. Афған, Чечен һуғышын үткәндәр ҙә онотолманы. Әлбиттә, һәр ауылда «Үлемһеҙ полк»та ата-олатайҙар урамдарҙан «үтте».
Байым. Байрам саралары урындағы мәктәптә һуғыш ветераны Сабит Ғәйнуллин, тыл ветерандары, һуғыш балалары ҡатнашлығында үткән класс сәғәттәренән башланып китте. Артабан мәктәп алдында 5-10-сы кластар уҡыусылары Еңеү Байрағы күсермәһе аҫтында маршҡа баҫып үтте. Унан инде байрамда ҡатнашыусы ауыл халҡы башланғыс класс малайҙары һәм ҡыҙҙарының олаталарының фотоһүрәтен тотҡан килеш флешмобын ҡараны. Бөтә мәктәп менән һуғыш темаһына башҡарылған йыр йөрәктәрҙе тетрәндерҙе, күңелдәргә һағыш һалып, күҙҙәрҙе йәшләндерҙе.
Бынан һуң йыйылыусылар фронтовиктарҙың фотоһүрәттәрен тотоп урамдар буйлап үтте, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар иҫтәлегенә ҡуйылған обелискыға сәскәләр һалды. Артабан байрам клубта дауам итте. Яугирҙәрҙе бер минут тынлыҡ менән иҫкә алғандан һуң, Ирис Илһамов улар рухына аят бағышланы. Йыйылыусыларҙы байрам менән район дауаханаһы табибы Илгиз Килдейәров, ветеран Сабит Ғәйнуллин, урындағы ауыл биләмәһе хакимиәтенең эштәр башҡарыусыһы Линара Хөснөтдинова, ветерандар советы рәйесе Хәйҙәр Хөснуллин ҡотланы. Мәктәп уҡыусылары, «Ынйы» балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, үҙешмәкәр артистар әҙерләгән, һуғыш, еңеү темаһына арналған сығыштар бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Һағышлы ла, шатлыҡлы ла байрам бергәләп «Еңеү көнө» йырын башҡарыу менән тамамланды.
Теләштәр еңеү көнө тантанаһын күңел күтәренкелеге менән ҡаршыланы. Таш һәйкәл ағартып-буяп, тәртипкә килтерелде. Байрам тантанаһын урындағы мәктәп уҡыусылары асты. Уҡытыусы Г. Бәшәрова яҡташтарыбыҙҙың Бөйөк Ватан һуғышындағы ҡаһарманлыҡтары тураһында һөйләне һәм һалдат кейемендәге уҡыусылар тыл ветерандарына, йыйылыусыларға Георгий таҫмаларын таратты. Сараны музыкаль яҡтан биҙәүселәрҙең һәр береһенең сығышы уңышлы булды. Әлбиттә, Күсем ауылынан килгәндәрҙең репертуарынан Герой яҡташтары — Таһир Кусимов рухы бөркөлдө. Саранан һәр кем артабан да илебеҙ тыныс йәшәһен, һуғыш күрмәһен, тигән теләктә таралышты.