+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Май 2018, 12:04

«Йәшел погон беҙҙең яурындарҙа…»

28 май — Сик буйы ғәскәрҙәре ойошторолоуға 100 йыл.

Ватаныбыҙ сиктәрен дошмандарҙан, төрлө баҫҡынсылар-ҙан һаҡлау элек-электән ир-егеттәр иңенә һалынған яуаплы хеҙмәт ул. Ил сиктәрен билдәләү өсөн погранзаставалар булдырыу Рус кенәздәре осоронда уҡ башланған, улар тәүҙә ҡарауыл отрядары, күҙәтеүселәр рәүешендә генә булһа, һуңғараҡ батша тарафынан уның төп маҡсаты аныҡланған.

Сик һаҡсылары көнө булараҡ билдәләнгән был байрамдың тарихына байҡау яһап, ошолар-ҙы билдәләргә мөмкин:

- 1918 йылдың 28 майында Халыҡ комиссарҙары советы менән Сик һағының баш идаралығы ойошторолған;

- 1994 йылдың 23 майында «Рәсәйҙең тарихи традицияларын тергеҙеү һәм сик буйы ғәскәрҙәрен аныҡлау» маҡсатында Федераль сик буйы хеҙмәте булдырылған. Президент Указы ме-нән был төр ғәскәрҙәр 2003 йылдан алып Федераль именлек хеҙмәте ҡарамағына тапшырылған.

Пограничниктар Тыуған ил сиген һаҡлап ҡына ҡалмай, контрабанданы, законһыҙ рә-үештә ҡорал менән сауҙа итеүҙе, легаль булмаған миграцияны иҫкәртеү, сик буйында төрлө ҡораллы енәйәтселәр ойошмаларын асыҡлау кеүек үтә яуаплы эштәрҙе үҙ иңенә ала. Шуның өсөн дә улар элиталы ғәскәрҙәр рәтенә инә, уның ҡарамағына иң заманса ҡоралдар, караптар, техника бирелгән. Намыҫ, сабырлыҡ, ҡыйыулыҡ, юғары оҫталыҡ — һәр пограничниктың холоҡ һыҙаты булараҡ билдәләнә. Бөйөк Ватан һуғышы баш-ланғас, дошман менән тәүге булып, күҙмә-күҙ осрашҡан, һуңғы тамсы ҡандарына тиклем алышыусылар ҙа — сик һаҡсылары. Тап улар фашистарҙың СССР-ҙы тиҙ арала баҫып алыу планын селпәрәмә килтерә.

Әрмегә призыв менән алын-ған йәш егеттәр һуңғы тапҡыр 2007 йылда сик буйы ғәскәрҙәренә ебәрелә һәм улар хәрби бурыстарын үтәп ҡайтҡандан һуң, 2009 йылда сик һаҡсылары тулыһынса контрактсыларҙан туплана. Был бөгөнгө йәштәрҙең стрессҡа еңел бирелеүе, депрессияға дусар булыуына ла, физик әҙерлеге кәмеүенә лә бәйле. Яуаплылыҡ, уяулыҡ талап иткән ғәскәрҙәрҙә контракт төҙөгән мыҡты, таһыл егеттәрҙең хеҙмәт итеүе замана талабы.

Сик буйы ғәскәрҙәренә эләккән 300-ҙән ашыу Әбйәлил егете бөтә осорҙа ла үҙҙәрен тик яҡшы яҡтан танытты. Уларҙың туғанлыҡ, дуҫлыҡ ептәре бер ҙә һүрелмәй, йылдар дауамында нығына ғына барҙы. Йыш ҡына пограничниктар 28 майҙа йыйылышып, үҙ-ара кәңәшләшеп ала һәм барыһын бер ойошма итеп туплау күптәрҙең йөрәгендә осҡон булып яна ине. Былтыр сик һаҡсылары ошо изге ниәтте тормошҡа ашырҙы. Гусевтан Ш. Ғәтиәтуллин, Дауыттан А. Оморҙаҡов, Буранғолдан Ғ. Ус-манов инициативаһы менән былтыр Асҡарҙа пограничник-тарҙың ҙур ҡоро үтеп, урындағы ойошмаға нигеҙ һалынды, уның етәксеһе итеп бер тауыштан Азамат Оморҙаҡов һайланды. Артабан улар башланғысты нығытып, делегаттарҙы Әлкә ҡасабаһына ебәрҙеләр һәм республика сик һаҡсылары ойошмаһы ҡанаты аҫтына рәсми рәүештә инделәр.

Был осрашыуҙа уҙамандар башҡа мөһим мәсьәләләрҙе лә күтәреп сыҡты һәм күп тә үтмәй тормошҡа ашырҙы: ҡупшы формалар кейгән, 31 кешенән торған «коробка» 9 май парадында ҡатнашты, артабан йүнәлешле эште дауам итеп, пограничниктарға һәйкәл ҡуйыу тәҡдиме менән Н. Рәхмәтуллин һәм Р. Мәһәҙиев шулай уҡ сик буйында хеҙмәт иткән район хакимиәте башлығы Р. Сыңғыҙовҡа инде. Тиҙ арала ойошма ағзалары 500-әр һумдан аҡса йыйҙы, Рим Һатыбал улы ла дөйөм иҫәпкә шәхси өлөшөн индерҙе һәм 28 майҙа, Асҡарҙың үҙәгендә Ватаныбыҙ сиген һаҡлаусы яугиргә һәйкәл асылды. Тантана юғары кимәлдә үтте, үҙәк майҙанға сик һаҡсылары үҙҙәре генә түгел, ғаиләләре, балалары, хатта ейән-ейәнсәр-ҙәре йыйылды.

Йәш быуынға илһөйәрлек өлгөһө күрһәтеп, берҙәм, татыу, ойошҡанлы булған Әбйәлил сик һаҡсыларының эше республика кимәлендә лә ыңғай баһаланды, ойошма етәкселәренә рәхмәт хаттары тапшырылды. Шөкөр, уларҙың изге эштәре һүрелмәй, быйылғы Еңеү парадына инде 41 кеше килеп, ике «коробка» тәшкил итте. Унда Силәбе өлкәһендә контракт буйынса хеҙмәт итеүсе офицер, элекке пограничник, Таштимерҙән Радмир Сәғитовтың ҡатнашыуы ҙур мәртәбә булды. Бынан тыш улар 9 майҙа ауыл биләмәләрендә обелискыға почетлы ҡарауыл ҡуйыуҙы, мәктәптәрҙә класс сәғәттәрендә ҡатнашыуҙы, буласаҡ һалдаттар араһында хәрби йырҙар смотры уҙғарыуҙы ҙур теләк менән башҡара. Ғөмүмән, Сик буйы ғәскәрҙәре ойошторолоуҙың 100 йыллығын тик яҡшы ҡаҙаныштар менән ҡаршылай Әбйәлил пограничниктары.
Читайте нас: