— районда үткән Халыҡ-ара Ғаилә көнөнә арналған сараларға Башҡортостандың арҙаҡлы ҡатын-ҡыҙҙары ҡушылыуы байрамдың бәҫен бермә-бер арттырҙы.
Республика буйлап «Бән-дәбикә» исеме аҫтында автосәйәхәткә сыҡҡан Башҡорт ҡа-тын-ҡыҙҙары йәмғиәте изге сәфәрҙә тәүге туҡталышты Әбйәлил ерендә яһаны. Ойошма рәйесе Гөлнур Ҡолһарина етәкселегендәге акцияла йәмғиәттең ветерандар советы рәйесе Азия Кусимова, ғалимәләр Фирҙәүес Хисаметдинова, Розалиә Сол-тангәрәева, «Аҡ тирмә» милли-мәҙәни үҙәге ветераны Ләлә Бе-йешева, тележурналистар Гәү-һәр Батталова, Шәүрә Ғилма-нова, яҡташтарыбыҙ – 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы музейы директоры Илүзә Ғәй-нуллина, йәш эшҡыуар Айгөл Хужина һәм башҡа эшмәкәр гүзәл заттар юл тотҡан маршрут Әбйәлил, Баймаҡ, Хәйбулла, Күгәрсен райондары аша үтеүҙе маҡсат итеп ҡуйғайны.
Ташбулат мәҙәни-ял үҙәгендә ҡунаҡтарҙы «Йәйғор» өлгөлө балалар бейеү, «Гөлнә-зирә» фольклор ансамблдәре дәртле сығыштары менән ҡар-шы алды, урындағы хакимиәт башлығы Г. Р. Бадалова ауыл биләмәһенең социаль-иҡтисади, ижтимағи тормошо тураһында һөйләне. Мәҙәни-ял үҙәгенең эшмәкәрлеге менән танышҡас, Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре иҫтәлегенә обелискыға сәскә һалып, «Бәндәбикә» ҡарауаны юлын артабан дауам итте.
Таштимерҙә Илүзә Ишмө-хәмәт ҡыҙын ҡыуаныслы сюрприз: урындағы ҡатын-ҡыҙҙар советы ағинәйҙәр менән берлектә уның тыуып-үҫкән йорто, атай нигеҙе алдында өҫтәл әҙерләп көтә ине. Башҡортостандың халыҡ артисы Вәхит Хызыровтың әсәһе Әҡлимә инәй ҡунаҡ күреү хөрмәтенә боронғо йыр һуҙһа, ветеран уҡытыусы Зифа Юлдашева шиғыр бағышланы.
Район мәҙәниәт һарайында ҡунаҡтарҙы «Әхирәттәр» фольклор ансамбле ҡаршыланы. Фойела үҙәк район китапханаһының «Йәнгүзәл» ҡатын-ҡыҙҙар клубы ағзалары сәләмләне. Төрлө ауылдарҙан ижади күңелле, ғәмле гүзәл заттарҙы туплаған клубтың эшмәкәрлеге менән уның етәксеһе Рәхимә Мусина таныштырҙы. Сәсәниә-ләр Вәсилә Садиҡова, Мәүҙиға Баймөхәмәтова ошо сараға бағышланған йөрәк һүҙҙәрен яңғыратты. Милли кейем һәм биҙәүестәр яһау оҫтабикәләре күргәҙмә-йәрминкә ойошторҙо, ҡунаҡтарға инселәп махсус рәүештә әҙерләгән бүләктәрен өләште.
Ғаилә көнө айҡанлы мәҙәниәт йортоноң тантаналар залына райондың татыу, һоҡланғыс парҙары һәм уларҙың балалары саҡырылғайны. «Бәндәбикә» автотурында ҡатнашыусыларҙы һәм күркәм ғаиләләрҙе район башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Р. Б. Фәттәхов тәбрикләне.
— Теүәл 25 йыл элек Бер-ләшкән милләттәр ойошмаһының Генераль ассамблеяһы тарафынан был көн Ғаилә көнө тип иғлан ителде, — тине Раян Баян улы. — Һуңғы йылдарҙа Әбйәлилдә 200-ҙән ашыу йәш ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға ярҙам алды, 1450 күп балалы һәм 150 йәш ғаиләгә йорт төҙөүгә ер участкаһы бүленде, 4630 ғаилә әсәлек капиталы сертификатына эйә булды. Ата-әсә ҡарауынан мәхрүм 114 бала 77 ғаиләгә урынлаштырылды. Бөтәһе 2500-ҙән ашыу ғаилә социаль ярҙам ала.
Байрам уңайынан ғаилә ҡотон һаҡлап татыу йәшәгән, матур балалар үҫтергән өлгөлө ғаиләләр — Дәүләтшанан Зәби-рә һәм Сәғәҙәт Баһаувтар, Айыуһаҙынан Әлиә һәм Вәғиз Фәтхуллиндар, Ҡаҙмаштан Алһыу һәм Руслан Зариповтар, Ҡырҙастан Ләйсән һәм Рөстәм Сафиуллиндар, Юлдаштан Сәй-ҙә һәм Урал Ғәлиндар, Йәнгелдән Елена һәм Александр Мар-киндар, Хәмиттән Асия һәм Фәйзән Мөхәмәҙиевтар, Мәхмүттән Сәғирә һәм Сибәғәт Ильясовтар (һүрәттә), Михайловканан Дилә һәм Фәрхәт Кәримовтар, Красная Башкириянан Гөлфиә һәм Тарас Кощеевтар, Байымдан Дилә һәм Ислам Абсаҙыевтар, Асҡарҙан Нәйлә һәм Вадим Ғафаровтар, Әлмөхәмәттән Нәйлә һәм Ғаяз Яуынбаевтар, Яңауылдан Мәүлиҙә һәм Азамат тар, Ишкилденән Әминә һәм Йәмил Шаһивәлиевтар район хакимиәтенең Рәхмәт хатына һәм иҫтәлекле бүләгенә лайыҡ булды.
Сарала район мәҙәниәтселәренең Ғаилә йылы айҡанлы ойошторған «БлагоДарю» мәрхәмәтлек акцияһына йомғаҡ яһалды. Был хаҡта гәзиттә яҙып сыҡҡайныҡ инде. Акция сиктәрендә йыйылған аҡсаны мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре күп бала тәрбиәләүсе, хәләл көстәре менән тырышып донъя көтөүсе иң лайыҡлы ғаиләләргә тапшырыуҙы маҡсат итеп ҡуйғайны. Вәғәҙә — иман: район мәҙәниәт бүлеге начальнигы И. Ә. Мусин Әбделғәзенән 6 бала үҫтергән Миләүшә һәм Ишмөхәмәт Исҡаҡовтарға, шулай уҡ Исхаҡтан Зөлфирә һәм Рәхәдил Махийәновтарҙың, Байымдан Лилиә һәм Ғәҙел Миңлебаевтарҙың ишле ғаиләһенә 10-шар мең һумлыҡ сертификаттар тапшырҙы.
Демографик хәл буйынса Әбйәлил районы республикала алдан өсөнсө баҫҡысты биләй. Тыуым, әлбиттә, туранан-тура йәштәрҙең ғаилә ҡороуҙарына бәйле. Быйыл йыл башынан районда 80 пар никах теркәгән. Тантанала йәш ғаиләләрҙән Нәйлә һәм Илшат Зариповтар, Элина һәм Марат Ғәлиуллиндар, Айгөл һәм Азат Хөсәйеновтар ҡатнашты. Асҡар ауылының ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Зәлифә Шакирова йәштәргә өгөт-нәсихәттәр әйтеп, парлы тормоштарына фатиха бирҙе.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең автосәфәренең маҡсаты тураһында ойошма рәйесе Г. Ғ. Ҡолһарина һөйләп үтте.
— Ҡатын-ҡыҙ ул илаһи көс-ҡөҙрәткә эйә зат. Ғаиләһен һаҡлар, илен, телен яҡлар, оло эштәр атҡарыр һәләт тә, ғәйрәт тә бар милләт әсәләрендә. Республика буйынса алғанда айырыуса иң дәртле, иң әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ Әбйәлилдә йәшәй. «Бәндәбикә» сәфәрен юҡҡа ғына һеҙҙең төбәктән башламаныҡ. Һеҙҙән дәрт-дарман алып артабан юлыбыҙҙы дауам итмәксебеҙ. Беҙҙең менән бергә ғалимдар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, журналистар, юристар, табиптар, психологтар — төрлө өлкәлә эшләүсе ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ юлға сыҡты. Маҡсатыбыҙ — һәр туҡталышыбыҙҙа ғаиләләргә, әсәләргә, ҡатын-ҡыҙҙарға социаль-гуманитар, хоҡуҡи һәм психологик ярҙам күрһәтеү, төплө кәңәш биреү. Бөгөн дә һорауҙарығыҙ буйынса уларға мөрәжәғәт итә алаһығыҙ, — тине ул.
Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы бер ыңғайы алдынғы һәм иң әүҙем яҡташтарыбыҙҙы БР башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең Почет грамотаһы менән бүләкләне. Уға ЗАГС бүлеге мөдире Ф. М. Әхмәтова, Ташбулаттан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусы И. М. Билалова, Хәмит ауыл биләмәһе башлығы Ф. Д. Ғәҙелшина, Юлдаш клубы мөдире Г. М. Ғафарова, Северный ауылы фельдшеры Ә. С. Мортазина, Байымдан ветерандар советы рәйесе В. М. Мостафина, Асҡарҙан «Ағинәй» клубы етәксеһе З. Ә. Шакирова, Ҡаҙмаштан ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы Ф. И. Ихсанова, «Берҙәм Рәсәй» партияһының Әбйәлил төбәк бүлексәһе етәксеһе Р. М. Әғзәмова, район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәтенең совет ағзаһы Л. К. Сәғәҙиева лайыҡ булды.
Ҡунаҡтарҙан районыбыҙҙың ғорурлығы булған ғалимә Фирҙәүес Хисаметдинова телмәр тотто:
— Ҡатын-ҡыҙ үҙ урынында булһа, ғаилә була. Ә ғаилә бул-һа, халыҡ та йәшәйәсәк. Әсәй-ҙәребеҙ беҙҙең бик шәп, әммә уларҙың эргәһендә терәк булыр-ҙай ир-ат, атайҙар кәрәк. Балалар тулы ғаиләлә, ысын ғаиләлә ҡанатлы, арҡалы булып үҫһен, — тигән теләктәрен еткерҙе.
Сәсәниә Розалиә Солтангәрәеваның да әйтер һүҙе тос булды:
— Милләтте аҡса, дан, дәрәжә, вәкәләттәр йәшәтмәй, илһөйәрлек тойғоһо, рухи ныҡлыҡ кәрәк. Меңйәшәр мәшһүр эпосыбыҙҙағы Урал батырға ғүмер биргән Йәнбикә һәм Йәнбирҙе кеүек саф башҡорт ғаиләләре күберәк булһын арабыҙҙа, — тине ул.
«Изге Рамаҙан айы башланып торғанда сәфәргә сыҡҡан ҡарауаныбыҙҙы хаж ҡылыу менән тиңлиә Әсфәндийәр ҡыҙы. Ысынлап та, милләтебеҙҙең йөҙө булған ил инәләренең, арҙаҡлы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың тере һыу бөрккән шикелле республика буйлап халҡыбыҙға изге кәңәштәр биреп, рухи аҙыҡ өләшеп, тел ярҙамынан тыш, мохтаждарға матди өлөш тә сығарып йөрөүҙәре уғата изге ғәмәл. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмәғәт ойошмаһы янғындан зыян күргән ике ғаиләгә, күп балалы әсәләргә — Красная Башкириянан Дилара Солтановаға һәм Асҡарҙан Эльвира Ғибәҙәтоваға өр-яңы түшәк-ҡаралты һәм кейемдәр менән ярҙам күрһәтте.