Был көндө Асҡар ауылы Бөйөк Еңеү байрамы билдәләнгән көндө хәтерләтте: хәрби кейемдәге сик буйы һаҡсылары майҙан тултырып рәттәргә теҙелеп баҫты, улар араһында һалдат формаһында бәләкәй малайҙар ҙа күренеүе ҡыуаныслы.
Байрам тантанаһы район хакимиәте башлығы Р. Һ. Сыңғыҙов менән Әбйәлил сик һаҡсылары ойошмаһы етәксеһе А. М. Оморҙаҡовтың сик буйы ғәскәрҙәре һаҡсылары хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлгә сәскәләр һалыуынан башланды. Артабан сик һаҡсылары рәттәр менән майҙан буйлап үткәс, сәхнә алдына теҙелеп баҫты, улар алдынан 9 май парадында ҡатнашҡан «коробка» үтте.
Рим Һатыбал улы сик буйы ғәскәрҙәре көнө айҡанлы Әбйәлил пограничниктарын тәбрикләне, иң матур теләктәрен юлланы.
— Илебеҙ һаҡсыларының бар быуыны ҡаһарманлығына дан йырлайбыҙ. Халҡыбыҙ улар-ҙың батырлығын онотмай. Бөгөн дә сик буйы рубеждары иң алдынғы һанала. Рәсәйҙең сиге эшлекле хеҙмәттәшлек һәм дуҫтарса бәйләнештәрҙе үҫтереү өсөн асыҡ торһон, ләкин террорсылар, милләткә ҡаршы енәйәтселәр һәм наркобизнес өсөн бикле булырға тейеш. Шулай уҡ бөгөн ил хәүефһеҙлеген һаҡлаған яҡташтарыбыҙҙың намыҫлы хеҙмәт итеүҙәрен теләйем, — тине район башлығы һәм үҫеп килеүсе йәш быуынға хәрби-патриотик тәрбиә биреүгә индергән өлөштәре өсөн элекке сик буйы һаҡсылары Азамат Оморҙаҡов һәм Шәрифйән Ғәтиәтуллинға район хакимиәтенең Рәхмәт хатын тапшырҙы.
Хәрби комиссариат вәкиле М. В. Гребенщиков сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткәндә батырҙарса һәләк булған яҡташыбыҙ Илнур Ғүмәровтың ата-әсәһе Урал Әхмейән улы менән Миңзәлә Нөғәмән ҡыҙын Рәхмәт хаты менән бүләкләне.
Әбйәлил сик буйы ғәскәрҙәре ойошмаһы рәйесе Азамат Оморҙаҡов йыйылыусылар ал-дында ойошма, уның әүҙем ағзалары, башҡарған эштәре менән таныштырҙы һәм сығышының аҙағында ойошмаға һәр яҡлап булышлыҡ иткәндәре өсөн республика ойошмаһы исеменән район хакимиәте башлығы Рим Сыңғыҙовты, хәрби комиссар Рөстәм Ғәҙелшинды, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Ирек Мусинды, Буранғолдан Ғәзим Усмановты рәхмәт хаттары менән бүләкләне.
Наил Рәхмәтуллин үҙенең ҡотлау һүҙҙәрен шиғри юлдар аша еткерҙе.
Сик буйы ғәскәрҙәренең 100 йыллыҡ тарихында Әбйәлилдән бер меңдән ашыу ир-егет ошо сафта хеҙмәт үткән. Бөгөн беҙҙең арала булмаған яҡташтарҙы йыйылыусылар бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды.
Сик буйы ғәскәрҙәре көнөнә арналған митинг район мәҙәниәт һарайы артистарының, сарала ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларының матур концерты менән тамамланды.
Хәлил ауыл биләмәһендә йәшәгән сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүселәрҙең дуҫлыҡ, туғанлыҡ ептәре һүрелмәй, киреһенсә, йылдан-йыл нығына бара. Уларҙың быйылғы осрашыуы ла хәтирәләргә, иҫтәлекле ваҡиғаларға бай булды.
Сараға килгәндәрҙе биләмәнең сик буйы ғәскәрҙәре ойошмаһы рәйесе Әхәт Әбделғәзин, район ойошмаһы рәйесе урынбаҫары Бикбай Насирйәнов байрам уңайынан тәбрикләне һәм юбилей миҙалдары тапшырҙы. Шулай уҡ ауыл биләмәһе башлығы Айбулат Хәйбуллин, мәктәп директоры Бәшир Ғәлин, райондағы иң оло ил һаҡсыһы Ишдәүләт Уйылданов ҡотланы. Сара матур концерт номерҙары менән аралаштырылып барҙы.
Икенсе көндө Ишбулды ауылының клуб баҡсаһында сик буйында хеҙмәт иткән яҡташтары хөрмәтенә һәйкәл асыу тантанаһы булды.
Ошо ауылда тыуып үҫкән һәм әрме хеҙмәтен ил сигендә үткән егеттәр көсө менән ҡалҡҡан һәйкәл ҡаһарман яу-гирҙәргә лә, тыныс ваҡытта үҙ бурысын үтәгәндәргә лә, бөгөн ил һағында торғандарға ла оло ихтирам, хөрмәт билдәһе ул.
100 йыллыҡ байрам үткәрә,
Ҡаҙмаш ауылынан сик буйында 26 егет хеҙмәт иткән. Пограничниктарға арнап Вәлит Ғәбитов һәм Разия Ғиззәтова матур байрам ойошторҙо. Улар һәр бер егеттең әрме сафында төшкән фотоһүрәтенән баннер эшләткән. Һәр егеткә арнап таҡмаҡ әйтелде, ҡатындары ирҙәренә йыр бағышланы. Сараны ойоштороуға Булат, Радмир Һиҙиәтовтар, Айрат Заһретдинов, Рифат Әһеловтар күп көс һалды, ә Разия Ғиззәтова бағымсы булараҡ үҙ өлөшөн индерҙе. Сара уйын-көлкө, ҡатын-ҡыҙҙар әҙерләгән матур табын артында уҙамандарҙың әрме хәтирәләре менән дауам итте.