Һыуыҡмы, һыуыҡ түгелме йәй килеп етте, ниһайәт, дуҫтар. Көтөп алынған миҙгелдең көтөп алынған байрамдары ла бар — ул да булһа йәйҙең тәүге аҙнаһында, сәсеү эштәренә йомғаҡ яһап, район халҡын бер майҙанға туплаған, береһенән-береһе биҙәкле тирмәләр ҡоролған, арғымаҡтар уйнатҡан, көрәшселәр бил ныҡлығын һынаған һабан туйы ул. Быйыл өр-яңы урында, Айғырбатҡан ауылы эргәһендә үтәсәк сараның программаһын һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.
10 июндә, 11 сәғәттә — һабантуйҙы тантаналы асыу; 11-ҙән 11 сәғәт 30 минутҡа тиклем хеҙмәт коллективтарын, йәмәғәт ойошмаларын, ялан батырҙарын тәбрикләү; 13-тән 15 сәғәткә тиклем ат сабышы, спорт ярыштары, аттракциондар, шулай уҡ бай йөкмәткеле концерт көтә. 16 сәғәттә һабантуйҙы ябыу тантанаһы.
Быйыл һабантуйҙың төп биҙәге булған ат сабышы иң сағыу тамашаға әйләнмәксе: ярыш 4 йәш төркөмөндә ойошторола. Тәүге булып 600 метрлыҡ стартҡа пониҙар баҫасаҡ. Артабан 2 йәшлек башҡорт тоҡомло аттар 2800 метрға уҙыша. Уларҙан һуң бөтә төр тоҡомло 3 йәшкә тиклемге аттар 4200 метрға (3 әйләнеш) ярыша. 3 йәштән олораҡ бөтә төр тоҡомло аттарға 7000 метрға сабышыу мөмкинлеге лә бирелә, әммә бында Әбйәлил районы хужалыҡтары ғына ҡатнаша ала. Ә инде иң түҙемле һәм алыҫ араға сабыша торған аттар араһында уҙғарылып килгән бәйге быйыл 9 әйләнеш — 12000 метр тәшкил итәсәк!
Бынан тыш, майҙанда тәүге тапҡыр ылаҡ уйыны (4-шәр һыбайлынан торған ике команда) һәм ҡыҙ ҡыуыу йолаһы күрһәтеләсәк.
Ат сабышында ҡатнашыу өсөн заявкаларҙы 8 июнгә тиклем ауыл хужалығы бүлегенә тапшырыу мотлаҡ. Телефон: 2-11-76. Һәр атҡа уның сәләмәт булыуы, профилактик прививкалар эшләнеүе хаҡында ветеринар таныҡлыҡ та кәрәк. Бәлиғ булмаған һыбайлыларға ата-әсәләренең яҙма рөхсәте талап ителә, ул ат сабышының баш судьяһы Р. Ҡарабәндинға тапшырыла. Ат сабышында ҡатнашыусыларҙың дәғүәләре ярыштан һуң 5 минут эсендә, телдән ҡабул ителә. Әгәр ошо ваҡытта дәғүә белдерелмәһә, судья микрофон аша еңеүсенең исемен иғлан итә.
Милли көрәш (өлкәндәр өсөн 65, 75, 85, 95 килограмға тиклем һәм унан юғары, балалар өсөн 35, 45 һәм 55 килограмға тиклем ауырлыҡ төркөмдәре). Баш судья — Р. Әбделғазин.
Гер спорты (70, 80 килограмға тиклем һәм унан юғары ауырлыҡ төркөмдәре, герҙың ауырлығы 24 килограм). Баш судья А. Әхтәмов.
Волейбол (ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар һәм 40 йәштән оло спортсылар командалары). Баш судья И. Бүләкбаев.
Мини-футбол (финал). Баш судья Р. Усманов.
Армрестлинг (60, 70, 80, 90 килограмға тиклем ауырлыҡ төркөмдәре — ир-егеттәр, 60, 70, 80 килограмға тиклем ауырлыҡ төркөмдәре — ҡатын-ҡыҙҙар). Баш судья А. Атауллин.
Шашка, шахмат. Баш судьялар А. Италмасов, У. Харисов.
Һабантуй ҡунаҡтары һәм район халҡы, балалар үҙҙәрен ҡолғаға, ауыш бағанаға менеү, тоҡ менән һуғышыу, көршәк ярыу, тоҡ кейеп йүгереү, ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереү, биҙрәләр көйәнтәләп уҙышыу, хатта команда менән саңғыла ярышыу кеүек ҡыҙыҡлы халыҡ уйындарында һынай ала. Бынан тыш таһыл һәм көслө ир-егеттәр автомобилде һөйрәтеп үҙ ныҡлығын тикшереү мөмкинлегенә эйә буласаҡ.
Һабантуй уҙасаҡ майҙанға йөрөйәсәк автобус маршруттары:
8 сәғәт 30 минуттан автобустар 15 минут һайын «Уңыш» магазины янындағы туҡталыштан ҡуҙғала, автовокзал, урман хужалығы, «Сельхозхимия» аша үтә;
8 сәғәт 30 минуттан ярты сәғәт һайын Көнсығыш-2 биҫтәһенән шул уҡ туҡталыштарҙы үтеп Айғырбатҡан ауылына тиклем бара.
Кире ҡайтыу — байрам тамамланып, пассажирҙар тулған һайын. Билет хаҡы — 30 һум.
Һабантуй майҙанында «Осҡон» һәм «Абзелил» район гәзиттәренә яҙылыу ойошторола. Киләһе ярты йыллыҡҡа район гәзитенә абонемент тултырыусыларҙы бүләк көтә! Гәзиткә яҙылыу хаҡы — 835 һум 26 тин.