— Сабый өсөн бөтә нәмә лә ғаиләлә башлана: тәүге аҙымдар, тәүге һүҙҙәр, әкиәттәр, дүрт юллыҡ шиғырҙар.... Китапҡа һөйөү ҙә бала күңеленә ғаиләлә һалына. Китаптар иһә ата-әсәләргә балаларын изге күңелле, аҡыллы һәм ышаныслы кешеләр итеп тәрбиәләргә ярҙам итә. Бөгөнгө гаджеттар заманында китап уҡыған ғаиләләр көндән-көн кәмей. Әммә улар бар һәм бөгөн беҙҙең арала, — тине китапхана хеҙмәткәре Рәхимә Мусина «Китап уҡыусы ғаилә» район конкурсын асып.
Бәйгелә алты ғаилә — Буранғолдан Хәлимовтар, Хәлилдән Зәйнуллиндар, Тупаҡтан Мәғәфүровтар, Красная Башкириянан Әхмәтшиндар, Йәнгелдән Камаловтар, Ишҡолдан Әбүзәровтар ҡатнашты.
Өс бала үҫтергән Хәлимовтар тормош юлынан «Белемле меңде еңер» тигән девиз менән атлай. Зәйнуллиндар үҙҙәре яратып уҡыған әҫәрҙәрҙән «100 башҡорт китабы» исемлеген төҙөгән. Ғаилә ваҡытлы матбуғатты ла күҙәтеп бара. Балалар үҙҙәре ҡәләм һынай, 6-сы класты тамамлаусы Вадимдың шиғыры «Аманат» журналында баҫылған. Михайловка китапханаһының иң күп китап уҡыусы Мәғәфүровтар ғаиләһен хаҡлы ялдағы Таңсулпан Вәки ҡыҙы ейәнсәре Рәүзәнә Сахаува менән күрһәтте. Әүҙем өләсәй биш балаһының да әҙәби әҫәрҙәр уҡыу тәьҫирендә яҡшы кешеләр булып үҫеп етеүен бәйән итте, мөнәжәт әйтте. «Кем күп уҡый, шул күпте белә», — тине бәйге майҙанына сыҡҡан Әхмәтшиндар. 1-се класты тамамлаусы Айсарҙың ғаиләһендә һәр кемдең яратҡан шөғөлө бар — атаһы шахмат уйнай, әсәһе балалар уҡыта, ағаһы көрәш менән етди мауыға, апайы бейей, ә уларҙың бөтәһен дә китапҡа һөйөү берләштерә. Малайҙың күп шиғырҙарҙы яттан белеүе лә күп уҡыуының һөҙөмтәһе. Камаловтар ғаилә тормошо күп томлы мауыҡтырғыс әҫәр кеүек тине һәм жюри иғтибарына үҙҙәренең уңыштарын сағылдырған ғаилә портфолиоһын тәҡдим итте. Әбүзәровтарҙың ижади ғаиләһендә шиғри күңелле өс ҡыҙ үҫеүенә инандыҡ.
«Ғаиләнең яратҡан китабы» тип аталған икенсе һынауҙа бәйгеселәр яратҡан әҫәрҙәренең геройҙарына әүерелде. Хәлимовтар М. Кәримдең 100 йыллығына һәм Ғаилә йылына арнап «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесынан өҙөк сәхнәләштерҙе. Хатта кескәй Гөлдәриә лә ролһеҙ ҡалманы, Оксананы килештереп уйнаны. Вадим һәм Айгизә Зәйнуллиндар кис һайын әсәләре Нәфисә Заман ҡыҙының хәтер һандығынан мажаралы, мауыҡтырғыс әкиәттәрҙе тыңлап үҫкән бәхетле балалар. Бәйгелә улар бөйөк әкиәтсе Андерсендың «Дюймовочка»һын «йәнләндерҙе». М. Кәримдең «Әлфиә хикәйәләре»нән ҡыҙҙы Рәүзәнә Сахаува уйнаны, өләсәһе хикәйәтсе булып сығыш яһаны. Зөлхизә һәм Зәкир Әхмәтшиндар тарихи китаптарға өҫтөнлөк бирә, ә иң яратҡан әҫәрҙәре — С. Злобиндың «Салауат Юлаев» романы. Улдары Айсар батыр образына инеп, әҫәрләнеп шиғыр һөйләне. Камаловтар ҙа үҙҙәрен рухлы ғаилә итеп танытты. Ата-әсәһе өлгөһөндә Арина менән Илдар «Урал батыр» эпосын уҡып үҫә. Улар эпостан Урал батырҙың үгеҙ менән көрәшкән эпизодты сәхнәләштерҙе. Әбүзәровтар яҡташыбыҙ Фәнүзә Биктимерованың «Дуҫтар табыны» китабын презентацияланы.
Конкурсанттар күргәҙмә лә килтергәйне. Уның аша ғаиләнең тормошо, шөғөлдәре, ҡул эштәре менән таныштыҡ, әсәйҙәр һәм ҡыҙҙарҙың аш-һыуға оҫталығын күрҙек. Иң бай күргәҙмә Хәлимовтарҙыҡы булды. Камаловтар һүрәт төшөрөүгә лә, тегеүгә лә һәр яҡтан маһир булып сыҡты, ә Зәйнуллиндар үҙенсәлекле китап күргәҙмәһен тәҡдим итте.
Йомғаҡ яһағас, жюри «Китап уҡыусы ғаилә–2018» конкурсының еңеүсеһе тип Буранғолдан Хәлимовтар ғаиләһен (һүрәттә) иғлан итте. Ғаилә башлығы Дилшод Кахрамон улы мәктәптә хужалыҡ буйынса мөдир булып эшләй, ҡатыны Земфира Салауат ҡыҙы инглиз теле уҡытыусыһы, Нурания менән Рамаҙан мәктәп уҡыусылары, Гөлдәриәгә өс кенә йәш. Беренсе урынды Камаловтар яуланы. Ғаилә башлығы эштә булыу сәбәпле, дилбегәне үҙ ҡулдарына алған Лира Ласын ҡыҙына һәм уның күп уҡығанға күрә күпте белгән ҡыҙы менән улына «Афарин!» тиергә генә ҡала. Әйткәндәй, әкиәттәр буйынса һорауҙарға иң күп яуап ҡайтарған 8 йәшлек Илдар алып барыусының махсус бүләген дә алды. Икенсе урынға хисле Әбүзәровтар — Динара Ғәле ҡыҙы Нәркәс һәм Гөлдәр ҡыҙҙары менән лайыҡ булды, өсөнсө урын Мәғәфүровтарға бирелде. Быға өҫтәп Таңсулпан Вәки ҡыҙы «Иң оло ҡатнашыусы» булараҡ та бүләкләнде. Зәйнуллиндар «Интеллектуаль ғаилә», Әхмәтшиндар «Ижади ғаилә» номинацияһында билдәләнде.