+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Июнь 2018, 12:11

Ауылда иң ихтирамлы кеше

Рәхмәт ауылының иң ихтирамлы кешеһе ул Рәйдә Мөхәмәтҡужина. 1967 йылда Рәхмәт башланғыс мәктәбенә эшкә килгән уҡытыусы ҡыҙ белем биреү эшенән тыш хеҙмәт юлының башынан мәктәп менән етәкселек итеү бурысын да иңендә күтәреп, урта мәктәп директоры булып хаҡлы ялға сыға.

Рәхмәттәрҙең мәктәп проблемаһын Рәйдә Мөждәбә ҡыҙынан да яҡшы белгән, уны хәл итеү өсөн унан да күберәк йөрөгән кеше юҡтыр.

— Мин эшләй башлағанда мәктәп булып бер байҙан ҡалған боронғо ике бүлмәле өй хеҙмәт итә ине. Ауылда ғаиләләр ишле, башланғыс мәктәптә генә 44 бала уҡыны. Һикһәндән ашыу бала Байымға йөрөп уҡый ине. Ҡайҙа ул хәҙерге кеүек мәктәп автобустары?! Алыҫ, әммә балаларҙы уҡытыр кәрәк. Исмаһам, башланғыс мәктәпте ҙур итеп яңынан төҙөһәләр икән, тип ата-әсәләр гелән ошо мәсьәләне күтәрҙе, депутат булараҡ миңә мөрәжәғәт итәләр ине, — тип хәтерләй ярты быуат элекке ваҡиғаларҙы педагогик хеҙмәт ветераны.

Әйткәндәй, 1968 йылдан алып 35 йыл дауамында ауыл уҡытыусыһы арымай-талмай депутатлыҡ бурысын да тарта, яҡташтары уны бер туҡтауһыҙ йә район, йә ауыл Советына депутат итеп һайлай. 1975 йылда Р. М. Мөхәмәтҡужина Байым ауыл Советы рәйесе итеп тәғәйенләнә. Һәм ошо осорҙа Байым округы буйынса район Советы депутаты М. Ә. Бикмәтов менән рәхмәттәрҙең наказын бойомға ашырыуға өлгәшәләр. Колхоздың төҙөлөш бригадаһы Рәхмәттә шлакоблоктан башланғыс мәктәп күтәрә.

Рәйдә Мөждәбә ҡыҙы урындағы хакимиәткә 6 йыл етәкселек итә. Артабан Свердловскиға юғары партия мәктәбенә уҡырға китеү мөмкинлеге булһа ла, әсәһенең кәңәшен тотоп, ғаиләһе менән кире Рәхмәткә ҡайта.

— Мин Байым ауылы ҡыҙымын. Хеҙмәт юлымды башлаған Рәхмәттә буласаҡ тормош иптәшемде тап иттем. Закир менән 1968 йылда ғаилә ҡорҙоҡ. Ул ҡәйнәмдең яңғыҙ бөртөк кенә улы ине. Йәш саҡта дыуамаллыҡ көслө — партия ҡуша тип донъяны күтәреп сығып китергә торғанда беҙҙе әсәйем туҡтатты: «Олоғайған ҡәйнәңде бер үҙен ҡалдырып китеүегеҙ оҡшамаҫ, балам. Янына ҡайтығыҙ, фатихаһын алырһығыҙ», — тине ул яңғыҙ ҡоҙағыйын уйлап, — тип һөйләй Рәйдә апай.

Һәм йәнә мәктәп юлы саҡыра уны. Типовой яңы башланғыс мәктәптә рәхәтләнеп уҡыт ҡына. Ләкин ғәмле уҡытыусы, директор, депутат һәм әсәй быға ғына риза буламы ни?! Балаларҙың ыҙалауы, йөрөп уҡыуҙың сифаты яҡшынан булмауы өсөн йәне әсей. Ата-әсәләр менән бергәләшеп инде 9 йыллыҡ мәктәп астырыуҙы даулайҙар. 1995 йылда, әмәлгә ярағандай, мәғариф министры итеп абруйлы ауылдаштары Ф. Ғ. Хисаметдинова ҡуйыла. Һәм ошо йылдың 1 сентябренән Рәхмәт мәктәбе тулы булмаған урта мәктәп статусында эшләй башлай. Белем усағын төрлө фәндәр буйынса уҡытыусылар менән тулыландырыу мәсьәләһе хәл ителә, ә дүрт уҡыу бүлмәһенән торған башланғыс мәктәп бинаһында туғыҙ класты һыйҙырыуы еңел булмаһа ла, яуланғандан кире сигенмәйҙәр. Һәм ошондай ҡыҫыҡ шарттарҙа 10 йыл түҙергә тура килә. Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙының ярҙамы менән 2001 йылда Рәхмәттә урта мәктәпкә нигеҙ һалына. Төҙөлөш бер килке туҡтап торғандан һуң, 2005 йылда, ниһайәт, яңы мәктәп ишектәрен аса. Рәйдә Мөхәмәтҡужина һуңғы хеҙмәт йылында урта мәктәп директоры булып, уның эшен көйләп, етәкселек итеүҙе урынбаҫары З. Ә. Әхмәҙиеваға ҡалдырып, хаҡлы ялға сыға.

— Хеҙмәт осором шулай һиҙҙермәйсә үтте лә китте. Шуныһына һөйөнәм — заяға, бушҡа үтмәне ул. Ауылдаштарҙың ныҡышлығы, берҙәмлегебеҙ менән ниндәй мөһәбәт мәктәп ҡалҡып сыҡты. Хаҡлы ялға тыныс күңел менән киттем. Яңы бинала эшләү бәхете тейеүенә ифрат шатмын. Рәхмәттәр алдында минән бурыс төштө, уҡыусылар тырышып уҡыһындар ғына хәҙер. Ауылда күберәк балалар тыуһын, балалар һаны кәмемәһә мәктәп йәшәйәсәк, — ти мәғариф алдынғыһы, тырыш хеҙмәте өсөн Мәғариф министрлығының, район Советының почет грамоталарына лайыҡ булған Р. М. Мөхәмәтҡужина.

Тынғыһыҙ эш кешеһе хаҡлы ялда ла тик ултырамы инде? Рәйдә Мөждәбә ҡыҙы эшҡыуарлыҡҡа тотона. Магазин асып ебәрә. Эше яйлы ғына китеп барғанда ире Закир Фазыл улы вафат була. Иңгә-иң терәп оҙаҡ йылдар бергә йәшәгән парын юғалтҡас, тимер холоҡло күренгән сая ҡатындың да ҡулына эш бармаҫ була. Магазинын яба һәм күңел бушлығын күнегелгән әүҙем йәмәғәтселек эше менән тултыра. Байтаҡ йылдар ветерандар советын етәкләй, ағинәйҙәр ҡорон әйҙәй, йыр-моңға битараф булмаған ҡатын-ҡыҙҙар менән «Умырзая» фольклор ансамблен ойоштора. Рәхмәттә мәсет төҙөлә башлаған мәлдән хәҙергәсә мәхәлләнең сәркәтибе вазифаһын тарта, үҙе лә дин тота, йомаларҙы ҡалдырмай.

III дәрәжә «Әсәлек даны» миҙалының лайыҡлы хужабикәһе ул. Биш балаға ғүмер, яҡшы тәрбиә биргән әсә бөгөн балаларының тормошона ҡыуанып йәшәй. Розалия менән Рәйсә әсәләре кеүек уҡытыусылар. Булат та һөнәре буйынса педагог-психолог, ләкин икенсе өлкәлә эшләй. Азамат эске эштәр бүлегендә хеҙмәт иткән, Әлмира 10 йыл китапханасы булып эшләгәндән һуң икенсе эшкә күскән. Ауылда төпләнгән Азаматтан тыш, ҡалғандары ҡырҙа йәшәй. Ләкин Рәйдә Мөждәбә ҡыҙы үҙен һис тә яңғыҙ тоймай, алмаш-тилмәш балалары, ейәндәре янына ҡайтып ярҙамлашып тора. Етмешкә аяҡ баҫһа ла, үҙе лә бирешкәндәй түгел әле — гөрләтеп донъя көтә, гөл үҫтерә, баҡса ҡарай, бәйләм бәйләй, һыйыр, ҡош-ҡорт тота. Әле баҙарҙан тауыҡ себештәре алып ҡайтып, асыҡмағандармы, өшөмәйҙәрме тип шулар янында өйөрөлөп-сөйөрөлөп хәстәрлек күреүе. Тормош дауам итә...

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.
Читайте нас: