+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Июнь 2018, 12:29

Мәңге йәшә хеҙмәт тантанаһы, Мәңге йәшә, дуҫлыҡ байрамы!

Быуаттар төпкөлөнән килгән һабан байрамы ер хужаларына, игенселәргә дан йырланы, ергә ереккән хеҙмәт эйәләрен ҙурланы

Әбйәлил — ҡунаҡсыл ил

Ҡунаҡсыл Әбйәлилдең хеҙмәт туйын ҙурҙан ҡубып байрам итергә йыйынғаны сара башланмаҫ элек үк күҙгә ташланып тора ине инде. Ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыу йолаһын атҡарыуға ғына ла күпме мәғәнә, көс һалынғайны. Һабантуй ҡапҡаһы төбөндә рәсми ҡунаҡтарҙы районыбыҙҙың ижади ғаиләләре — Әбдрәштән Әхмәтовтар, Салауаттан Ялмырҙиндар, Буранғолдан Вәлиевтар, Атауҙынан Үҙәнбаевтар йыр-бейеү, икмәк-тоҙ менән ҡаршыланы. Артабан район мәҙәни-ял үҙәгенең «Әхирәттәр» фольклор ансамбле ҡунаҡтарға кәкүк сәйенән тәмләтте, дәүләттәр йыуаса менән һыйланы, ҡырҙастар тирмәндә талҡан тартып ашатты, буранғолдар айран һыулап эсерҙе, ылашта ыҫланып ятҡан ҡороттан ауыҙ иттерҙе, килен һөйөү йолаһын күрһәткән ташбулаттар килен күренеше таратты, амангилделәр күҙ яуын алған ҡорамалар менән ҡаршы алды. Әбйәлил ерлегендә йәшәп килгән милли йолаларҙы сағылдырыуға һәр коллектив ҙур өлөш индерҙе. Аҫаба халыҡ менән ҡулға-ҡул тотоношоп районыбыҙҙа татыу ғүмер кисергән башҡа милләт вәкилдәренең дә башҡорт байрамын ололап килеүҙәре ҙур хөрмәткә лайыҡ. Һабантуй ҡунаҡтары халыҡ фольклор ансамблдәренән хасил булған тере коридорҙан уҙҙы, унан «Миләш» халыҡ фольклор ансамбленең дәртле таҡмаҡтары аҫтында егеүле аттарға — кем арбаға, кем ҡырандасҡа ултырып, тирмәләр яғына елдерҙе.

Ауыл биләмәләре, хеҙмәт коллективтары ҡорған тирмәләрҙең һәр береһендә ҡунаҡтарҙы ихлас ҡабул иттеләр. Халҡыбыҙҙың кәсеп-шөғөлдәрен сағылдырған бай күргәҙмәләр менән таныштыр-ҙылар, һыйлы табындар артына саҡырҙылар.


...Талантлы, атлы, затлы ил

Һабантуйҙың мәҙәни тамашаһында ҡатнашыусы артистар, һәүәҫкәрҙәр яңы сәхнә ҡотланы. Ә тамашасылар, ел-ҡояштан ышыҡ трибуналарҙа урын алып, рәхәтләнеп тамаша ҡылды.

Һабан байрамы йылдағыса сағыу мәҙәни тамаша менән асылды. Беренсе өлөш игенселәрҙе данланы. Ҡыҙҙар һабантуйға тип сиккән һөлгөләрен байрам һебәһенә элеп, көслө батырға, шәп йүгереккә, йырсы-бейеүсегә, башҡорт йолаларын һаҡлаған өлгөлө ғаиләгә һәм башҡаларға инселәне. Ул арала баҫыу ҡырынан эштәрен теүәлләгән һабансылар ҡайтты. Ялан батырҙарын шаян ҡыҙҙар һабан һыуына ҡойондорҙо, арыуҙы алырға ҡыҙыу мунса көтә ине. Аҙаҡ ағинәйҙәр йола атҡарҙы — игенселәрҙе аҡтан ауыҙ иттереп, аҡ кейеҙгә баҫтырып, аҡ теләктәр әйтте, көмөш тәңкәләр һибеп ергә муллыҡ юраны. Тамаша ҡылыусыларға ла байрам күмәсенән өлөш сыҡты.

Яңы һабантуй урыны ҡотло булһын, бәлә-ҡазалар булмаһын тигән изге фатиха бирҙе ағинәйҙәр. Ә байрам тамашаһының биҙәге булған телсән малайҙар һатҡан фәлсәфә был урын ниңә Айғырбатҡан тип йөрөтөлә икән тигән һорауға килтереп теркәтте. Ерлектең легендаһы йыр-бейеү телендә бәйән ителде.


Борон был ерҙә ҡуйы урман булған, имеш. Урманды уратып йылға аҡҡан. Урман уртаһында һутлы үләндәргә, андыҙға бай аҡлан булған. Был төбәкте Әбйәлил батырҙың Ҡара айғыры яратҡан, башҡа бер өйөрҙө лә ул тирәгә яҡын юллатмаған. Көнсөл Ғосман бай үҙенең йылҡы өйөрө ошо аҡ-ланға инә алмағаны өсөн үс итеп, Ҡара айғырҙың өйөрө менән аҡланға ингәнен күҙәтеп торған да, урманға ут төрткән, ти. Ҡара айғыр өйөрөн ҡотҡара, тик үҙенә ут ҡаба. Яна башлағас, Иҙәш йылғаһына ташлана, әммә ярға сыға алмай, батып үлә. Шул ваҡиғанан һуң был ер Айғырбатҡан исемен алған тиҙәр.

Айғырбатҡан яланындағы һабантуйҙа аттар темаһына ҙур иғтибар бүленде. Хәйер, элек-электән яуҙа ла, юлда ла, тормош көткәндә лә башҡорттоң тоғро юлдашы булған аттарҙың һабан байрамының да айырылмаҫ өлөшө — бәйге күрке булыуын онотмайыҡ әле. Сәхнә алдындағы кәртәләп алынған иркен майҙан быйыл тәүге тапҡыр район һабантуйында «джигитовка» үткәреү форсатын бирҙе. Ғәлим Яуынбаев етәкселеге аҫтында һыбай менгән ҡыйыу ҡыҙҙар һәм егеттәр төрлө трюктар күрһәтте. Халыҡ хәтеренән онотолоп барған боронғо ҡыҙ ҡыуыу йолаһы күрһәтелде. Уйындың шарты былай: атта сабып барышлай егет ҡыҙҙы ҡыуып етеп битенән үбергә, ҡыҙ уны баҫтырып ҡамсыларға тейеш. Был ярыш тәү сиратта аттарҙың етеҙлеген һынауға ҡайтып ҡала. Шулай уҡ «Ылаҡ» уйыны күрһәтелде. Һыбайлыларҙан торған ике команда ерҙә ятҡан кәзә түшкәһен эләктереп алып үҙҙәренең ҡаҙанына ырғытыу өсөн ярышты. Киләсәк һабантуйҙарҙа был сағыу уйындар ысынлап ойошторолор, тип ышанғы килә.

Ф. Ғәскәровтың «Әбйәлил» йыры көйөнә фәҡәт әбйәлилдәр өсөн һалған «Урал киңлектәрендә» бейеүе һабан байрамына ла ауаздаш. Эштән һуң уйнап-көлөп күңел асыусы дәртле йәштәр бейеүе менән «Йәшлек» (район мәҙәни-ял үҙәге), «Дуҫлыҡ» (Сиҙәм), «Ләйсән» (Хәлил) халыҡ һәм «Йәйғор» (Ташбулат) өлгөлө бейеү ансамблдәре һабантуйҙы асыусы прологты йомғаҡланы.


...Һоҡланғыс халҡы менән матур ил

— Әбйәлил республиканың иң матур райондарының береһе. Ул үҙенең һоҡланғыс тәбиғәте, ер аҫты байлыҡтары менән генә түгел, эшсән, бай күңелле, ижади һәләтле халҡы, күркәм ғаиләләре һәм бәхетле балалары менән бай, — тип башланды район һабантуйы тарихындағы беренсе парад.

Көслө алҡыштар аҫтында иң беренселәр булып майҙандан еңеү һалдаттары — Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары уҙҙы. Үҙҙәренең намыҫлы хеҙмәттәре менән Башҡортостандың, районыбыҙҙың социаль-иҡтисади һәм мәҙәни үҫешен тәьмин итеүгә тос өлөш индергән, ауыл хужалығында уңыштар ҡаҙанған хеҙмәт ветерандарының — элекке етәкселәр, ауыл Советтары рәйестәре, спортта ҙур еңеүҙәр яулаусыларҙың һаман да сафта булыуҙарына инандыҡ. Ғаилә йылын алҡышлап парадҡа районыбыҙҙың киләсәге баҫты. Улар — «Гүзәлкәй» район бәйгеһендә ҡатнашыусы кескәй ҡыҙҙар, яңы ғаилә ҡороусы йәш парҙар, бәпестәре менән «Коляскалар парады»нда ҡатнашыусы ижади ғаиләләр. Трибуна милләт әсәләрен — «Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ булыусыларҙы ихлас алҡышланы. Парадта 120 миҙаллы әсә ҡатнашты. Рәсәйҙә Ирекмәндәр йылы барыуы ла онотолманы, күңел ҡушыуы буйынса изге эштәр башҡарыусы волонтерҙар берҙәм сафта атланы. Әбйәлилде еңеүҙәре менән данға күмгән спортсылар — Рәсәй, Башҡортостан чемпиондары менән дә ғорурланды һабантуй парады. Милли костюмдарҙа уҙыусылар иһә Әбйәлилдең 2020 йылда Башҡортостанда уҙасаҡ Бөтә донъя фольклориадаһын ҡаршылауға әҙерлеген күрһәтте.


...Дәртле, йырлы-моңло ил

Һабантуй концерты районыбыҙҙың иң сағыу талант эйәләренең сығыштарынан ғына үрелде. Байрам тамашаһын район вокалсылар ансамбле «Беҙҙең байрам» йыры менән асты. Әбйәлилдең йөҙөк ҡашы булған «Йәшлек» халыҡ бейеүҙәре ансамбле (етәксеһе Йәзилә Тайыпова) башҡорт, урыҫ, татар, сыуаш халыҡ бейеүҙәре менән күңелдә тоҡандырған дәртте башҡаларҙың сығышы тағы ла нығыраҡ дөрләтте генә. Лилиә һәм Радик Хәлиловтарҙың «Сорнай» бейеү студияһында, Ләлә Йәнекәева етәкләгән «Алтынай» балалар ансамблендә «Йәшлек»кә алмаш бейеүселәр үҫеп килеүенә шаһит ҡылды тамашасылар. Ветерандарҙың ҡатнаш бейеү коллективы (Фәүҡинур Фәтхуллина) сәстәр салланып, йөҙҙәр һырланһа ла, йөрәк ҡартаймауына, күңелдә дарман һүрелмәүенә ишараланы. «Байыҡ–2018» телевизион конкурсында ҡатнашыусы «Серҙәштәр» фольклор ансамбле (Нәзифә Солтанова), «Уралтау» бейеү ансамбле (Әлиә Солтанова) иң матур сығыштарын бүләк итте.

Район мәҙәни-ял үҙәгенең ҡатын-ҡыҙҙар (Резеда Юлдашева), ир-егеттәр (Сәғит Хызыров) вокал ансамблдәренең, Вадим Папанин, Заһир Хызыров, Раян Нафиҡовтың йырҙары күңелгә май булып яғылды. Әбйәлил дә тигән йырлы илдән илһам алған яҡташтарыбыҙҙың һабан байрамына ҡайтып һандуғастай моңланыуҙары һабантуйҙың мәртәбәһен бермә-бер арттырҙы ғына. Башҡортостандың халыҡ артистары Римма Амангилдина, Радик Вәлмөхәмәтов, «Ирәндек моңдары–2018» төбәк-ара йыр бәйгеһендә гран-при яулаусы Дамир Тайыпов һәм уның кәләше Нәргизә, Башҡорт дәүләт филармонияһы йырсыһы Әлфиә Ғәлләмова, Сибай концерт-театр берекмәһе артисы Зәлиә Нурлы, республика йыр бәйгеләре лауреаттары Альбина Килдейәрова һәм Айрат Зиннәтовты әбйәлилдәр дәррәү алҡышланы.
Читайте нас: