+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Июнь 2018, 11:54

Әбйәлилдәр һәр саҡ алда

Илебеҙҙең баш ҡалаһында Рәсәй Федерацияһы Президенты кубогына 15-се тапҡыр ат сабышы үтте һәм унда тәүге тапҡыр Әбйәлил һыбайлылары ҡатнашты

Мәскәүҙең Үҙәк ипподромында ойошторолоп килгән бәйгенең партнеры булған Ислам бизнесының Халыҡ-ара ассоциацияһы тәҡдиме менән быйыл Башҡортостан Республикаһының милли колориты ла индерелә. Тәүге тапҡыр таҙа башҡорт тоҡомло аттар ярышты, йәғни улар өсөн 2000 метрға «Терра Башкирия» исемле күрһәтмә бәйге ойошторолдо. Был көндө башҡорт әртистәре мауыҡтырғыс сараға тамаша ҡылғандар-ға үҙебеҙҙең йыр-моңдо ла яңғыратты. Сарала билдәле сәйәсмәндәр һәм сәхнә йондоҙҙары ҡатнаша. Шуныһы ҡыҙыҡ: улар өсөн махсус дресс-код булдырылған, йәғни ҡатын-ҡыҙҙар оҙон күлдәк, ҡалпаҡтарҙа килергә тейеш.

— Иң элек Өфө ипподромында бөтә республиканан килтерелгән 60 ат һайлау үтте: ысынлап та башҡорт тоҡомло булыуҙарын дәлилләү өсөн ДНК-ға ҡан алынды, башҡа анализдар эшләнде, прививкалар яһалды һ. б. Унан инде ике ай буйына аттар төрлө ярыштарҙа үҙҙәренең мөмкинлектәрен күрһәтте. Һөҙөмтәлә Мәскәүҙәге сабышҡа 9 ат һайлап алынды, — ти һөйләй Илгизәр Ишбаев.

Шуларҙың дүртәүһе Әбйәлилдән булыуы оло ғорурлыҡ тойғоһо уята. Асҡарҙан Илгизәр Ишбаевтың һәм Бикҡолдан Радик Усмановтың берәр аты исемлеккә эләкһә, Әлмөхәмәттән Ғәлим Яуымбаев ике атын алып бара.

Аттарҙың хужаларынан, һыбайлыларҙан тыш, Өфө ипподромы директоры Владимир Артомонов, уның баш зоотехнигы Акрам Әхмәтов юлға сыға.

Баш ҡалаға килеү менән ике көн аттарҙы ипподромда йөрөтәләр.

Бәйгелә төрлө тоҡомло күп һанлы аттар көс һынаша. Таҙа ҡанлы башҡорт тоҡомло аттары бәйгеһе һыбайлыларҙың милли кейемдәрҙә булыуы һәм улар сапҡан ваҡытта башҡорт йырҙары яңғырауы менән үҙенсәлекле була.

— Ярыштарға билдәле спорт комментаторы Дмитрий Губерниев аңлатма биреп барҙы. Башҡорт аттары сапҡанда: «Башҡорт халҡының үҙ традициялары, йолалары. Башҡорт тоҡомло аттарҙы күреү бәхете тейҙе. Бик шәп арғымаҡтар! Ә һыбайлыларының кейемдәре, баштарындағы ҡамсат бүректәре!» кеүек һүҙҙәренән халҡыбыҙ өсөн оло ғорурлыҡ кисерҙек, — тип дауам итә И. Ишбаев.

Был бәйгелә Илгизәр Ишбаевтың Ғаяз ҡушаматлы атында Айгиз Вәлиев беренсе булып финишты үтә, икенсе урында Илеш районынан Ғәзиз ҡушаматлы ат килә. Өсөнсөлә — Ғәлим Яуым-баевтың Миңлебай исемле атында Денис Байғужин. Еңеүселәргә кубоктар тапшырыла, аттарға матур япмалар ябыла.

Илгизәрҙең Винарис Вәлиев менгән Азур ҡушаматлы аты район һабантуйында өс йәштән ҙурыраҡ аттар уҙышҡан дистанцияла өсөнсө булып килде. Мауыҙҙы буйында ойошторолған Күсмә халыҡтар уйыны сиктәрендәге ат сабышында Азур (Винарис Вәлиев) икенсе, Наталья Абдуллина менгән Диуанаһы өсөнсө урын алып ҡыуандырғандар.

— Башҡортостан аттарын август айында үтәсәк Мәскәү һабантуйына саҡырып ҡалдылар. Барыһы ла ыңғай булһа, барырға иҫәп, — тип пландары менән уртаҡлашты Илгизәр Ишбаев.

Эйе, таҙа тоҡомло башҡорт аттарын белһендәр өсөн уларҙы республиканан ситтә лә күрһәтеү ат хужаларының изге бурысылыр ул.
Читайте нас: