+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Июнь 2018, 12:11

Бала саҡ менән осрашыу

Таштуйҙа ауылдаштар осрашты

Ғәҙәттәгесә, хужалар Таштуй ауылы осонда саҡырылған ҡунаҡтарҙы, ауылдаштарын йыр-бейеү менән ҡаршы алғас, осрашыуға әҙерләнеү сиктәрендә ниндәй эштәр башҡарылыуын күрһәтеп, таштуйҙарҙың йәшәү-көнкүреше менән таныштырыу маҡсатында милли кейемдәге һыбайлылар оҙатыуында ауыл буйлап алып киттеләр. Шуны ла әйтеп үтергә кәрәктер, урамда күмәк көс менән әҙерләнгән өҫтәлдәр аш-һыуҙан һығылып торҙо, һәр урында башҡорт йолаһын үтәп, ҡунаҡсыллыҡтарын иҫбат итеп, бишбармаҡ менән һыйланылар

Ауылдың старостаһы Ә. Р. Шәмсетдинов һәр йорт хужаһы хаҡында ентекле мәғлүмәт бирә барҙы.

Ауылдың элек-электән күрке булған ҡоҙоҡҡа килеп еттек. Был ҡоҙоҡ, әйтеүҙәренсә, Милләт Арғынбаевтың ярҙамы менән ҡауҙы формаһында матур итеп биҙәп эшләнгән. Яңы тормошто, бәхетте сағылдырған ҡош ҡуйыл-ған ҡоҙоҡҡа ауылға төшкән килендәргә һыу юлын күрһәтәләр икән. Хатта яуынлы-буранлы көндәрҙә ышыҡланыр урын булһын тип будкалар эшләнгән, унда өҫтәлдәр ҡуйылған. Һәм был йолаларҙы иҫерткес эсемлектәрһеҙ атҡарыуҙары ҡыуаныслы.

Был ҡоҙоҡ минең олатайлы-өләсәйле булған бала сағымды иҫемә төшөрҙө. Ул алыҫ йылдар-ҙа, ауыл Таштуй түгел, ә беренсе бүлексә тип атала ине, барыһы ла һыуҙы ошонан ташып эсте. Беҙгә, ауылдан барған балаларға, ҡоҙоҡтан һыу алыуҙары ҡыҙыҡ тойола ине, шуға ла апайҙарым менән кәрәкһә лә, кәрәкмәһә лә көндәр буйы һыу ташығандар хәтерҙә. Ғүмеренең ахырынаса һыу ташыған Готфрид бабайҙың, һуңыраҡ был мөһим эшкә яуаплы Сәйфуллин апаның арбаһына ултырып йөрөү өсөн уларҙың мискәләренә һыу тултырыуҙар… Ырҙын табағында тракторсы-моторсы булған олатайға ашарға йөрөтөүҙәр, тимерлектә эшләгәнендә йомош табып, янына йүгереүҙәр… Ул саҡтарҙа йылға аша урынлашҡан ферма гөрләп эшләп торҙо, баҫыуҙарҙа туҡ башаҡлы игендәр өлгөрҙө… Ошоларҙы иҫбатлап, Әхмәт Рәфҡәт улы заманында бүлексә ҡырсылыҡ, малсылыҡ буйынса һәр саҡ алдын-ғылар рәтендә булыуын ғорурлыҡ менән телгә алды.

Артабан урам буйлап киткәс, Әхмәт Рәфҡәт улы таныш исем-шәрифтәрҙе барлай башланы, эйе нәҡ ошо тирәлә булды шул боронғо ауыл. Инжуватовтар, Хәйсәровтар, Баловневтар, Ғө-бәйҙуллиндар, Ненашевтар, Исаевтар, Перепелкиндар, Ишбирҙиндар, Моисеевтар, Бигил-диндар, Арғынбаевтар… Мин белгән бабай-әбейҙәр үҙҙәре булмаһа ла, нигеҙҙәрен ейәндәре, бүләләре һаҡлауы ҡыуаныслы.

Минең Зөһрә өләсәйем 55 йәшендә мәрхүмә булды, һуғыштан яраланып ҡайтҡан Тахия олатайым бер йыл ғына пенсияһын ашап ҡалды. Баймаҡ ҡыҙы менән Хәйбулла егете Йәнгел еренә 30-сы йылдар башында килеп төпләнгән. Ете бала үҫтерһәләр ҙә, улдары Рәшит, Рәйес, Сәлим Йәнгелдә, совхозда эшләнеләр. Хәрби һө-нәрҙе үҙ иткән Рәсим ағай Украинала йәшәне. Таштимер һөнәрселек училищеһында уҡытҡан Акрам ағайым ауылдашы Мөнирә менән Әбйәлил ауылында үҙ ояһын ҡорҙо. Ә әсәйем һәм Әнисә апайым килен булып төшкән ерҙәрендә — Дауыт һәм Шәрип ауылдарында таштай батты. Ауылда Италмасовтарҙың берәүһе лә ҡалмауы, күңелле бала саҡ үткән йортҡа килә алмауыбыҙ бер аҙ үкенесле лә. Айырыуса ошондай осрашыуҙар мәлендә, туғандар тыуған нигеҙгә йыйылған ваҡыттарҙа…

Хәтирәләрҙән айырылып бөгөнгөгә күсәйек. Ауылда күп яңы йорттар һалынған, әлбиттә, мин хәтерләгән саман өйҙәр күптән һүтеп алынған. Таштуйҙарҙың матур, етеш йәшәүҙәре күҙгә ташланды. Буяу теймәгән бер генә йорт-ихата ла ҡалмаған, өй ҡыйыҡтары, йорттар үҙҙәре тыштан төрлө төҫтәге профлист менән көпләнгән, тәҙрәләр замансаға алмаштырылған, семәрле ҡапҡалар, береһенән-береһе матурыраҡ баҡса рәшәткәләре… Ҡайһы бер ҡапҡаларға рәссамдар көнләшерлек, ҡарап туймаҫлыҡ һүрәттәр төшөрөлгән.

Элек игендәр шаулап үҫкән баҫыу урынында Энтузиастар урамы хасил булған. Был урам халҡы барыһын да уҙҙырыу өсөн ныҡ тырышҡан: ҡайындар «үҫтереп» ебәргәндәр, усаҡта ит бешә, ҡуйылған тирмәнең эсе боронғоса йыйыштырылған, ундағы Әнисә Хәйсәрованың оҫта ҡулдары менән бәйләнгән, сигелгән әйберҙәренең матурлығына иҫ китерлек. Ҡунаҡтарҙы, йола буйынса, һарыҡ башы итенән ауыҙ иттерҙеләр, улар иғтибарына «Гөрләүек» йыр һәм бейеү ансамбленең сығышы тәҡдим ителде. Әйткәндәй, «гөрләүектәр» йыл һайын райондың 15-20 ауылында концерт менән сығыш яһай икән. Шул да мәғлүм булһын: ауылға бер нисә йыл элек күсеп килгән Ирина Петрякова ансамблдең әүҙем ағзаһы, ул ерле халыҡтың телен өйрәнеп алып, башҡортса ла матур йырлай.

Таштуй мәсетенең түңәрәк формала икәнлеген оло юлдан үтеп йөрөгәндәр күрәлер. Байрамға килгәндәр иман йортонда ла булды. Рәсми асылмаһа ла, мәсеттә дини саралар үткәрелеп килә икән. Халыҡ аҡсаһына ғына һалынған мәсетте Ҡорбан ғәйетенә асырға ниәттәре.

Артабан ҡунаҡтар Мәктәп урамы уңғандарының ашынан, ҡымыҙынан, буҙаһынан ауыҙ итеп, байрам саралары үтәсәк майҙан-ға юл алды. Был урам да яҡын миңә, беренсе класты бөтөп, каникулға килгәнемдә, өләсәйҙәр саман йорттан ошондағы яңы төҙөлгән өс йорттоң берәүһенән фатир алғайнылар…

Ауыл буйлап уҙғанда беҙҙә ауылдаштар осрашыуы даими үткәрелеүе файҙаға ғына булыуына инанаһың. Сөнки байрам ойоштороуға ризаһыҙлыҡ белдергәндәр ҙә, сәмләнеп, донъяларын бына тигән итеп бөтәйтеп ҡуялар. Был Таштуйҙа ла асыҡ күренде — ауыл танығыһыҙ булып үҙгәргән.

Байрамдың рәсми өлөшө парад менән башланып китте. Беренсе булып локаль бәрелештәрҙә ҡатнашып, бурыстарын намыҫлы үтәгән ир-егеттәр үтте. Улар артынса парадты «Тирәккәй» балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, мәктәп уҡыусылары, бөгөн хаҡлы ялда булған уҡытыусылар, физрук Ринат Сафиуллиндың гер күтәреү, волейбол, футбол буйынса ал бирмәгән тәрбиәләнеүселәре, «Әсәлек даны» миҙалын алғандар, йәш парҙар, «Гөрләүек» ансамбле ағзалары дауам итте, ауылдың киләсәге булған бәпестәрҙе әсәләре коляскаларҙа алып үтте. Каратэ буйынса донъя чемпионы Оксана Изгинаның Таштуй каратистары менән үтеүе байрамға сағыу биҙәк өҫтәне.

Ауылдың имамы Салауат Әминев һуғышта һәләк булған һәм тыуған еренә ҡайтып үлеп ҡалған таштуйҙар рухына аят бағышланы.

Йәнгел ауыл биләмәһе башлығы Р. Э. Ҡадиров осрашыуға әҙерлек сиктәрендә башҡарылған эштәргә туҡталды. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, район хакимиәте ярҙамы менән һәм район Советы депутаты Вадим Заһитов бағымсылыҡ итеп урамдар юлдарына ҡырсынташ түшәлгән, тигеҙләнгән. Ауылдағы өс сквер буялған, емерелгән рәшәткәләре алмаштырыл-ған, байрам үткән мәктәп ихатаһы төҙөкләндерелгән.

— Таштуйҙың матурайыуы ауыл активының, тотош халыҡтың берҙәм, тырыш хеҙмәтен күрһәтә. Артабан да тормош гөрләп торһон. Бында 300 кешегә ер участкаһы бүленгән, уларҙа йәштәр йорт төҙөһә, яңы ғаиләләр барлыҡҡа килер, бәпәйҙәр тыуыр, тимәк, ауылдың киләсәге бар, — тине район Советы секретары Булат Юныс улы һәм район хакимиәте исеменән ҡотлап, 25 мең һумға сертификат тапшырҙы.

Осрашыуға бер кем дә буш ҡул менән килмәгәйне, һәр береһе сығыш яһап, бүләктәрен тапшырҙы.

Зиннәт ағай Арғынбаевтың: «Таштуй оло юл буйында ята. Шуға күрә ауылды ошолай һәр саҡ төҙөк, матур тотоу тейеш. Сөнки ошо юлдан үткәндәр һеҙгә ҡарап район, республика хаҡында фекер йөрөтә», — тигән һүҙҙәре таштуйҙарға артабан йәшәүгә девиз булып яңғыраны.

Ауылдаштар осрашыуын байрам алдынан иғлан ителгән бәйгеләргә йомғаҡ яһау дауам итте. «Өлгөлө йорт», «Иң матур ҡапҡа», «Иң матур баҡса», «Сағыу ҡылҡәләм» һәм башҡа номинацияларҙа еңеүселәргә бүләктәр тапшырылды. Шулай уҡ әҙерлек барышында өмәләргә даими сыҡҡан ололар менән бер рәттән уҡыусылар ҙа билдәләнеүе яҡшы күренеш.

Спорт майҙансығында мини-футбол, волейбол кеүек ярыштар ҡыҙғандан-ҡыҙа барҙы. Сәхнә иһә йыр-моң һөйөүселәрҙән бер минут буш торманы. Теләге булған һәр кем үҙ һүҙен әйтеп, һөнәрен күрһәтеп ҡайтты.
Читайте нас: